Улар төрлө тиҙлектә алмашынып, яңырып тора. Күҙәнәктәр үҙ туҡымаһы тирәһендә генә бүленә лә туҡтай, сөнки артығы кәрәкмәй. Бүленгән ваҡытта төрлө тиҫкәре тәьҫирҙәр һөҙөмтәһендә төҙөк булмаған күҙәнәктәр ҙә килеп сыҡҡылай. Организм уларҙы һиҙеп ҡала һәм юҡ итеп тора. Бөтә ғүмер дауамында шулай.
Тиҫкәре тәьҫирҙәр саманан ашып китһә, өҫтәүенә, боҙоҡ күҙәнәктәргә ҡаршылыҡ күрһәтеү һәләте лә ныҡ кәмеһә, улар тыйылғыһыҙ күп бүленә башлай. Бының һөҙөмтәһендә шештәр үҫеп сыға. Бер урында ғына әкрен үҫеп килгәнен хәүефһеҙ шеш тип билдәләйҙәр. Тиҙ үҫеп, шеш күҙәнәктәре организмдың төрлө урындарына күсеп, тыйылғыһыҙ бүленгәндә, был яман шеш була.
Яман шештәрҙең бер төрө – рак, ул - эпителий туҡымаһы күҙәнәктәренән сыҡҡан шеш. Ә тоташтырғыс туҡыма күҙәнәктәренән сыҡҡаны саркома була.
Яман шеш тыйылғыһыҙ үҫкәнлектән, башҡа ағзаларҙың эшсәнлеге ауырлаша. Уның күҙәнәктәре, өҫтәүенә, токсиндар бүлеп сығара. Шулар арҡаһында кеше үҙен насар хис итә.
Яман шеш ауырыуын дауалауҙа төрлө ысулдар ҡулланыла. Хирургия ысулы ярҙамында шеште киҫеп алалар. Күҙәнәктәрҙең бүленеүен, шештең үҫеүен тыйып тороусы дарыуҙар бирәләр.
Яман шештең, шул иҫәптән рактың, күп сәбәптәре медицина фәненә мәғлүм. Шул сәбәптәрҙең 80 процентын иҫкәртеп була. Тимәк, бөтә һаҡланыу сараларын күргәндә, ошо хәтлем осраҡта яман шеш булмаҫ ине.
Рак барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәре өлөшләп тә күрһәтелә: 30 – 35 процент осраҡта туҡланыу дөрөҫ булмағандан, 30 процент осраҡта тәмәке тартҡандан, 17 процент осраҡта ҡайһы бер вируслы ауырыуҙар кисергәндән, 4 процент осраҡта араҡы эскәнлектән, 2 процент осраҡта тирә-йүн зарарлы матдәләр менән бысратылғандан, 2 процент кешелә ул нәҫелдән бирелеүсән. Ә 5 процент осраҡта эш-шөғөл менән бәйле.
Күп яман шеш күҙәнәге бала саҡта уҡ хасил була. Ә сир булараҡ, 5 – 10 йылдан һуң ғына һиҙелеүе мөмкин. Сәләмәт тормош алып барғанда, 5 – 10 йыл эсендә был ҡурҡыныс күҙәнәктең юҡҡа сығыуы ла бар.
Рактан һаҡланыу өсөн һәр кеше белергә тейеш булған кәңәштәр бар, бына улар:
– тәмәке тартмаҫҡа. Тартҡан кешеләргә төтөндө башҡаларға еҫкәтмәҫкә. Тартыу сиренән дауаланырға;
– күп ашап, һимермәҫкә;
– бөтә мөмкинлектәрҙән файҙаланып, әүҙем һәм даими хәрәкәтләнеп йәшәргә;
– сирҙәрҙән һаҡланыуҙа ялҡауланмаҫҡа;
– йәшелсә-емеште көнөнә бер тапҡыр булһа ла ашап торорға, йышыраҡ та ярай;
– өлкәндәргә һыйыр майы сикле күләмдә генә кәрәк. Уны табип менән кәңәшләшеп билдәләп була;
– араҡы кеүек шыйыҡсалар – эсемлек тә, аҙыҡ та түгел, уларҙы эсеү бөтөнләй кәрәкмәй;
– тышта тура төшкән ҡояш нурҙарынан үҙ-үҙеңде һаҡларға. Бының өсөн һаҡлағыс кейем, киң тирәсле эшләпә ҡулланырға, ышыҡ урында ял итергә кәрәк;
– нурҙар ярҙамында (ультрафиолет, солярий, рентген, радиактив тәьҫир, радон, иондар хасил иткән нурҙар, магнит ҡыры) дауаланырға йәиһә тикшерелергә уйлағанда һәр саҡ алдан табип менән кәңәшләшеү кәрәк;
– рак ҡурҡынысын тыуҙырған инфекцияларҙан ваҡытында вакцинация эшләтергә;
– туйғансы йоҡларға. Иртә торорға булғанда, иртә йоҡларға ятырға;
– организм үҫеп еткәс кенә өйләнешергә.
Рак барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тыуҙырған канцероген матдәләр күп, улар тураһында мәғлүмәт – үҙе бер китап, бындай матдәле аҙыҡты, алдан белә тороп, ашай күрмәгеҙ! Көнкүрештә ҡулланылған канцероген матдәләрҙән һаҡланыу ҡағиҙәләрен дә үтәгеҙ. Был хаҡта белемде йә уҡып, йә табип менән кәңәшләшеп алырға була.
Марат ХӘЙҘӘРОВ,
табип.
Фото: ru.dreamstime.com