-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
10 Август 2021, 14:10

Гайморит ҡурҡыныс сирме?

Гайморит – яңаҡ ҡыуыш­лығы шешеүе. XVII быуатта Гаймор исемле табип беренсе тапҡыр ошо ауырыу тураһында яҙып сыҡҡан.

Гайморит ҡурҡыныс сирме?
Гайморит ҡурҡыныс сирме?

Баш һөйәгендә танау эсе менән тоташҡан бер нисә ҡыуышлыҡ бар. Уларҙың яңаҡтағыһы – Гаймор ҡыуышлығы.
Был ағзалар ҡайһы саҡта шешеп кешене интектерһә лә, Хоҙай яралт­ҡан бушлыҡтарҙың үҙ бурысы бар. Бындай ҡыуышлыҡтарҙа һулыш алған һауа йылына, дымлана, һө­ҙөмтәлә, үпкәне елһенеүҙән, кибеүҙән һаҡлай. Улар туҙан һурҙыр­ғыс та булып хеҙмәт итә, туҙан ки­ҫәксәләре һәм микробтар бында тотолоп ҡала, унан лайла менән кире тышҡа сығарыла. Ҡыуышлыҡтар төҙөлөшө менән думбыра сүме­се кеүек, шулар арҡаһында тауыш яңғырауыраҡ һәм һәр кешелә үҙенсәлекле матур булып сыға. Бындай бушлыҡтар ауыр башты еңеләйтеү өсөн ҡаралған, тип әйтеүселәр ҙә бар, шуның арҡаһында нәҙек муйын һөйәгенә ауырлыҡ аҙыраҡ төшә.
Микробтар, вирустар, аллергия тыу­ҙырыусы есемдәр (аллергендар) яңаҡ ҡыуышлығының лайлалы тире­сәһен елһетеп, шешендергән осраҡ­тар булғылап тора. Ҡайһы берҙә шешенеү һөҙөмтәһендә танау тоташҡан тишек ябыла, һәм ябыҡ ҡыуышлыҡта инфекция үрсегәнлектән, эрен хасил була. Ул бер яҡҡа ла ағып сыҡмағас, ҡыуышлыҡ эсендә баҫым арта. Баш һәм яңаҡ бик көслө ауырта башлай, температура ла күтәрелеүе мөмкин. Был сир гайморит була. Ошоларҙан интегеүселәр­ҙе тамаҡ-ҡолаҡ-танау табибы, йәғни ЛОР-табип дауалай.
Гаймориттан һаҡланыу сараларын белеү кәрәк, был бигерәк тә уның менән йыш сирләүселәр өсөн әһәмиәтле. Ҡайһы бер кешегә аҙ ғына тымау тейһә лә, ҡыуышлыҡтарҙан юл ябыла. Яңаҡ ҡыуышлығының һәм танауҙарҙың төрлөлөгө тәбиғи йәшәү шарттарына яраҡлашҡанлыҡтан килеп сыҡҡан. Элек халыҡ быуын­дан-быуынға бер урында бик оҙаҡ йәшәгәнлектән, уларҙың тәне мөмкин тиклем сирләмәҫлек булып формалашҡан. Милли кейем дә һыуыҡ тейҙермәҫлек итеп тегелеп торған. Хәҙерге заманда бер үк география шарттарында төньяҡ кешеләре лә, экваторҙан килгәндәр ҙә йәшәүе мөмкин. Тимәк, кемдер гайморит менән йыш сирләй икән, бының бер сәбәбе яңаҡ ҡыуышының төҙөлөшө менән бәйле, икенсеһе – климатҡа ярашлы башты һыуыҡтан һаҡлай белмәгәнлектән.
Сир булдырмаҫлыҡ саралар­ҙы бөтәбеҙгә лә белергә һәм үтәргә кәрәк. Ниндәй генә гайморит булмаһын, уның нигеҙендә инфекция ята. Микробтарҙы еңеп йәшәү өсөн иммунитеттың ныҡ булыуы мөһим. Инфекцияға ҡаршылыҡтың ныҡлығы дөрөҫ туҡланыуға, хәрәкәтләнеп йәшәүгә, зарарлы матдәләрҙән һаҡланыуға ҡайтып ҡала. Тәмәке менән араҡы ла һуңғылар рәтенә инә.
Өшөргә ярамай. Һалҡын булһа, ке­йенеп йөрөргә кәрәк. Гайморит тән һәм баш өшөгәндән була. Баш кейеме һәм шарф кәрәклеген бөтәһе лә белә, шикелле, әммә, үкенескә ҡаршы, һыуыҡта, ямғырҙа күп йәштәрҙе ялан баш күрергә тура килә. Уларҙа, һис шикһеҙ, гайморит йышыраҡ осрай.
Тымау тейеүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бындай осраҡта танау ғына түгел, яңаҡ ҡыуышлыҡтары ла тығыла, һөҙөмтәлә, гайморит барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Яңаҡ ҡыуышлығы таҙа торһон өсөн, уның тирә яғын да таҙа тотоу кәрәк. Был, иң беренсе, тештәргә ҡағыла. Теш сирҙәренән ваҡытында дауаланғанда яңаҡ ҡыуышлығы эргәһендәге инфекция сығанағы бөтә.
Гайморит була ҡалһа, сирле кешене табип күҙәтеүе аҫтында ғына дауалайҙар. Юҡһа, яңаҡ эсендә эрен тупланғанлыҡтан, тағы ла ауырыраҡ сирҙәр барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВТАР, табиптар.

Фото:  sluh.lorlor.ru

Читайте нас: