-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
26 Август 2021, 13:05

Сәс саталанһа

Сәс остары саталанып тор­ған күренеш медицина те­лен­дә трихоптилоз тип атала.

Сәс саталанһа
Сәс саталанһа

Бының бер сәбәбен сәс­те дөрөҫ тәрбиәләмәүҙән күрәләр. Был өлкәләге белемде китаптар уҡып, белгестәр менән кәңәшләшеп үҙләштерергә кәрәк. Кибеттәрҙә ниндәй генә шампунь, ниндәй генә матдәләр һатылмай! Уларҙы нисек дөрөҫ ҡулланырға икәнен табип та әйтә ала.
Күп осраҡта сәс саталаныу сәбәбе бик ябай. Был күренеш дөрөҫ туҡланмаған йә и­һә ашты үҙләштерә алмағанлыҡтан барлыҡҡа ки­лә. Туҡланыу тәртибен үҙгәрткәндән һуң, ыңғай һө­ҙөмтәһе ярты йылдан һуң ғына һиҙелә башлауы мөмкин.
Алмаштырғыһыҙ май кислоталары кәрәкле күләмдә булһын өсөн, балыҡ ите ашап торорға тәҡдим ителә. Уны яратмаған кешегә көндәлек рационға сәтләүек индереүҙе тәҡдим итәләр. Һыу эсеүҙе сик­ләмәҫкә кәрәк.
Балыҡ майы бик файҙалы. Ул еңел ағыусан майҙар рәтенә инә. Үҫемлек майҙары ла бара. Сәстәр саталанғанда етен майын эсеп дауаланыу тәҡдим ителә. Күп тәмләткестәр ҡушылған аштар, ҡыҙҙырып әҙерләнгән аҙыҡтар тыйыла.
Кальций, тимер, башҡа минераль матдәләр һәм витаминдар етешмәү ҙә сәс саталаныуға килтерә. Антибиотиктар ҡулланғанда был күренеш булғылай. Ғөмүмән, дөрөҫ туҡланып, сәләмәт тормош алып барғанда, сәс тә матур булып үҫер ине.
Сәс сәләмәт булһын өсөн «B» төркөмө, «A», «Е» һәм «С» витаминдарының әһәмиәте бик ҙур. «В10» бигерәк тә фай­ҙалы. Ул бауыр, бөйөр, һөт аҙыҡтары, йо­морт­ҡа һарыһы, һы­ра әсеткеһе, сыр, картуф, ки­шер, бәшмәк, йәшел борсаҡ, балыҡ, көнба­ғыш орлоғо һәм сәтләүектә бар. Шәкәр, сульфаниламид дарыуҙар ҡулланыу һәм оҙаҡ бешереү һө­ҙөмтәһендә «В10» витамины үҙенең әү­ҙемлеген кәметә. Сәстәрҙе үҫтереүҙә фолий кислотаһының («В9» витамины) фай­ҙаһы күп.
Башаҡлы үҫемлектәр ярмаһынан һыуҙа бешерелгән бутҡа ашау файҙалы, сөнки унда тәбиғи витаминдар етер­лек. Йәшелсә-емеш салаттарын эшләгәндә үҫемлек майын ҡулланыу тәҡдим ителә.
Сәстәрҙең 70 проценты – аҡһым. Был аҡһым организмда тейешле кимәлдә булһын өсөн бигерәк тә тауыҡ, балыҡ иттәре, диңгеҙ тереклектәренән әҙерләнгән аштар тәҡдим ителә.
Сәстәрҙең саталаныуын уларға тәбиғи рәүештә май­ланып тороу йәиһә дым­ланыу етмәгәнлектән дә күрәләр. Был ике процесс сәсте майлап һәм дымлатып торған биҙҙәр эшсәнлеге менән бәйле. Үҙ сиратында биҙ­ҙәрҙең төҙөк эшләүе күп сәбәптәрҙән боҙола. Былар – йоҡо туймағанлыҡ, стресс барлыҡҡа килтергән тыш­ҡы һәм эске тәьҫирҙәр.
Сәс саталаныу ауырыу билдәһе лә булыуы мөмкин. Эстән сирле икәнһең, уны косметик саралар менән генә бөтөрөп булмай.
Ҡайһы бер осраҡта сәс саталаныу аҙ ҡанлылыҡ билдәһе булыуы ихтимал. Туберкулёз ауырыуында ла күҙәтелгеләй.
Трихоптилоз тыумыштан бик һирәк осрай. Сәстәр саталанһа, педиатр йә дерматовенеролог менән кәңәшләшеп дауаланырға кәрәк.

Марат ХӘЙҘӘРОВ, табип.

Фото: professionalhair.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: