-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
31 Август 2021, 11:05

Һыҙланмайым тиһәң...

Быуындар бәрелгәндән, ауыр йөк күтәргәндән, өшөгәндән һыҙларға мөмкин.

Һыҙланмайым тиһәң...
Һыҙланмайым тиһәң...

Хәрәкәт итеү ауырлашмаһа, ауыртыу үҙе генә лә бөтә. Шулай ҙа быуындарҙы һаҡларға кәрәк.
Өшөп зарарланған күҙәнәктәргә ҡаршы антиесемдәр ҙә хасил булыуы мөмкин. Антиесемдәр – аҡһым молекулаларының бер төрө. Улар күп микробтарға, вирустарға, ят аҡһымдарға ҡаршы тороу өсөн кәрәк. Ҡайһы саҡта антиесемдәр сит аҡһымды таҙаһынан айыра алмай, шул арҡала быуындарҙы зарарлай. Мәҫәлән, ревматизм сире. Уның барлыҡҡа килеү юлы былай: башта стрептококк тип аталған микроб тамаҡта үрсей. Улар бигерәк тә өшөгән, һыуыҡ һыу эскән кешенең тамағына эйәләшә һәм уны елһетеп, шешендерә. Микроб­тар күбәйеп киткәс, уларға ҡаршылыҡ тәьмин итеү өсөн, организмда антиесемдәр барлыҡҡа килә. Улар микроб аҡһымдарын быуын аҡһымдарынан айыра алмай, быуынды ла сит итеп тоя һәм зарарлай. Быуынды ғына ла түгел, ҡайҙа тоташтырғыс туҡыма бар – шуларҙың барыһын да.
Тоташтырғыс туҡыма туҡтауһыҙ яңырып тора. Коллаген тип аталған тәбиғи аҡһым хасил булһын өсөн С витамины кәрәк. Кеше организмында был витамин үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, ә аҙыҡ менән һәр саҡ инеп торорға тейеш. Ҡайнатып бешерелмәгән йәшелсә-емеш ашарға кәрәк. Улар бөтә сей продукттарҙа бар-барлыҡҡа, әммә ит һәм балыҡты, мәҫәлән, бешермәйенсә ашамайбыҙ. С витамины шулай уҡ әсетеп эшләнгән һөт аштары – ҡатыҡ, кефир, ҡымыҙҙа ла була.
Тағы ла Д витамины тураһында әйтке килә. Ул балыҡ майында күп. Тик тормошта гел генә балыҡ майы эсеп тороп булмай. Тимәк, уның башҡа сығанаҡтары ла булырға тейеш. Ул – ҡояш нурҙары. Кеше организмына тәҙрәнән ингән яҡтылыҡ ҡына етмәй, тышҡы яҡтылыҡ та кәрәк. Ҡояштың ультрафиолет һәм яҡтылыҡ нурҙарының тәьҫире һөҙөмтәһендә тирелә Д витамины хасил була. Ул һөйәкте, унда кальций туплап, нығыта. Һөйәге ныҡ булғандарҙың быуындары һыҙламай.
Мускул менән һеңерҙәр быуын өҫлөктәрен бер-береһенә тарттырып тора һәм уларҙы бушаҡланыу­ҙан һаҡлай. Тимәк, мускулдары көслө кешенең быуындары ла нығыраҡ. Физик эш башҡарып, хәрәкәтләнеп торған кешенең мускулдары быуын ағзаларын яҡшы тотоп тора.
Быуындарҙы һығылмалы тығыҙ туҡыма – кимерсәк тоташтыра. Кимерсәк йәрәхәтләнһә, бик оҙаҡ төҙәлә. Ҡан йөрөшө насар булған урындар зарарланһа ла, был һәр саҡ ауыр үтә.
Быуын туҡымаларына кислород һәм туҡланыу матдәләре тейешенсә килеп торһон өсөн хәрәкәт итер кәрәк. Хәрәкәтләнеп, быуын өҫлөктәре бер-береһенә ышҡылып торғанда ғына, матдәләрҙең һар­ҡып үтеүе көсәйә.
Ҡайһы бер үҫмерҙәр өлкән булып күренергә тырышып, тәмәке тарта. Ә уның төтөнө тамырҙарҙа ҡан йөрөүҙе сикләгәс, бындай кешенең быуындары иркен үҫә алмай. Ҡыҙғаныс, аҡылһыҙ бала үҙен ҙурмын тип күрһәтергә уйлап, үҫмәҫ була. Тәмәке тартҡан бала алдан уҡ үҙен бәләкәйерәк буйлы, зәғиф быуынлы булыуға дусар итә.
Быуын ауырыуҙарын булдырмау өсөн нимәләр эшләргә? Йылы кейенергә, тәнде, аяҡты, ҡулды өшөтмәҫкә, туңдырма, туң аҙыҡ ашап, һалҡын һыу эсеп, тамаҡҡа һалҡын тейҙермәҫкә, микроб һәм вирус менән бәйле ауырыуҙар булғанда кисекмәҫтән табип күҙәтеүе аҫтында дауаланып торорға (теш һыҙлау ҙа ошо сирҙәр рәтенә инә), быуындарҙы йәрәхәтләнеүҙән һаҡларға, саманан артыҡ ауыр йөк күтәрмәҫкә.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВтар,
табиптар.

Фото: infourok.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: