Бер ҡасан да ҡулыңды йыуырға онотма. Микроскоп булмаған дәүерҙә үк мәҙрәсәлә һәр кемде йыуыныу тәртибенә өйрәткәндәр.
Ҡул йыуыу күп сирҙәрҙән һаҡлауын, бәлки, күп балалар белмәйҙер ҙә. Ҡарап тороуға бик таҙа һымаҡ күренһә лә, унда сир бактериялары һәм вирустар, паразиттарҙың йомортҡа-күҙәнәктәре йә иһә башҡа төрлө йоғоусан есемдәр йәбешеп тороуы бик мөмкин. Микроорганизмдарҙың йә башҡа төр биологик есемдәрҙең икенсе организмға үтеп инеп сирләтеүен медицинала инфекция тип йөрөтәләр.
Йыуылмаған ҡул, йәшелсә-емеш, һауыт-һаба аша йоҡҡан сирҙәр бихисап. Шуларҙың бер нисәүһен иҫкә төшөрөү ҙә етә.
Бысраҡ ҡул менән күҙгә ҡағылғанда ҡайһы бер вирустар йә бактериялар конъюнктивит сире барлыҡҡа килтерә. Был ауырыу – күҙҙең лайлалы ҡабығы елһенеүе. Уның билдәләре: күҙ ҡысыта, ҡыҙарып сыға, йәш аға, эренләй.
Шулай уҡ киҫкен респиратор инфекция, грипп, хатта коронавирус тын юлдары аша ғына түгел, ҡулға вирус эләккәндән дә йоғоуы ихтимал. Бауыр елһенеүенең бер төрө – гепатит А сире лә шулай бысраҡлыҡтан килә. Ашар алдынан ҡул йыумағанлыҡтан эс киткәнен дә беләһегеҙҙер.
Яңы йәшелсә-емештәр аша сир йоҡмаһын өсөн уларҙы йыуғас, ашар алдынан ҡайнап сыҡҡан эҫе һыу менән сайҡайҙар. Һауыт-һабаны йыуып бөткәс, таҙа таҫтамал менән һөртөп киптереү кәрәк. Һыу тамсыһында тиҙ үрсеп өлгөргән микробтар ҙа кешегә ҡурҡыныс янай.
Киҫкен шарттарҙа, ҡулды йыуып, таҙартып булмаған осраҡта инфекция ашҡа йә иһә ауыҙға эләкмәһен өсөн ҡалаҡтың ҡапҡан урынын тотмағыҙ. Әгәр ҙә ризыҡты бысраҡ ҡул менән тоторға тура килһә, ул ерен ашамағыҙ.
Ҡул таҙартҡанда ғәмәлдә һабынға өҫтөнлөк бирелә. Сир йоҡтороу ихтималлығы булған ваҡытта инфекцияны зарарһыҙландырыу өсөн махсус иретмәләр ҙә ҡулланыла. Ҡул йыуыу өсөн таҙа һыу булмаһа, уны мотлаҡ ҡайнатып ҡулланырға кәрәк.
Тыштан өйгә ингәс, ашарға ултырыр алдынан, мал-тыуарға, йорт хайуандарына ҡағылғас та, сей итте, балыҡты, йәшелсә-емештәрҙе эшкәрткәс тә, ҡулды һабынлап йыуыуҙы ғәҙәтегеҙгә индерегеҙ. Таҙалыҡ сәләмәтлек нигеҙе икәнен бер ваҡытта ла онотмағыҙ. Ҡулығыҙҙы һабынлап йыш йыуһағыҙ, һау-сәләмәт тә булырһығыҙ.
Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВтар,
юғары категориялы табиптар.
Өфө ҡалаһы.
Фото: vk.com