-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
29 Сентябрь 2021, 13:10

Ҡысынма талпаны

Кешене бимазалаған бөжәктәр араһында тире эсенә эйәләшкәндәре лә бар.

Ҡысынма талпаны
Ҡысынма талпаны

Шуларҙың береһе – ҡысынма талпаны. Уны асыҡ итеп микроскоп аша ғына күреп була. Тире эсенән сыҡҡан бөжәк аҡ йә һарғылт нөктә формаһында ғына күренә. Ҡысынма талпаны бер кешенән икенсеһенә ҡағылғандан йә уның кейеме, көнкүреш әйберҙәренән йоға. Мунса ингәндә йыуғыс, таҫтамал аша ла күсеүе мөмкин.
Был талпан күбеһенсә тиренең мөгөҙ ҡатламы менән туҡлана. Микроскоп аша ғына күренһә лә, уның да инә һәм ата заттары бар. Бер инә талпан, тире эсендә йөрөй-йөрөй, иллеләп йомортҡа һала. Уның тәбиғи ғүмере – 2 – 2,5 ай. Кешенән төшөп ҡалған бөжәк кейем өҫтөндә, өй туҙанында йәшәүен дауам итә. Әйберҙәрҙә уртаса өс-дүрт көн иҫән тора ала, тип әйтһәләр ҙә, тикшеренеүселәр белдереүенсә, кешенән башҡа 15 тәүлек тә йәшәргә мөмкин.
Бысраҡ, сүпле, туҙанлы урын­да, оҙаҡ йыуынмаған кеше тиреһендә талпан үҙенә аҙыҡты еңелерәк таба. Ул эйәләшкәндән килеп сыҡҡан ауырыу ҡорсаңғы тип атала.
Балаларҙың тиреһе йомшаҡ булғанлыҡтан, ҡысынма талпаны тәндең бөтә урынына ла эйәләшә ала. Тирене ашап, йөрөп ятҡанлыҡтан һәм елһенеү арҡаһында, тәнде ҡысыттыра. Бигерәк тә төндә интектерә, йоҡларға бирмәй. Тырнаған һайын тире һыҙырыла, йәрәхәтләнгән урынға эрен микробтары эйәләшә. Шулай сир аҙып китеп, хатта дауаханаға һалып ҡуйыуҙары ла ихтимал.
Ҡысытыу барлыҡҡа килһә, тире табибы – дерматовенерологҡа күренеү мотлаҡ. Ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһәң, шул тиклем дауалауы ла еңелерәк, сир ҙә тиҙерәк бөтә. Ҡорсаңғы булған осраҡта мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөү тыйыла. Был башҡаларға сир йоҡмаһын өсөн эшләнә. Ҡорсаңғылы кеше менән йәшәгәндәрҙе, уҡығандарҙы ла тикшерәләр. Сир тапһалар, әлбиттә, бөтәһен дә бер үк ваҡытта дауалайҙар.
Ҡысынма талпанын бөтөрөү өсөн кешенең тиреһен генә түгел, әйберҙәрен, кейемдәрен, бүлмәләрҙе лә бөжәктәрҙе юҡ итеүсе матдәләр менән эшкәртәләр. Күреүегеҙсә, был сирҙе дауалау һәм уның таралыуын туҡтатыу мәшәҡәтле генә.
Бындай талпан йоҡмаһын өсөн ни эшләргә? Иң мөһиме: таҙа йөрөргә. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла мунсала, ваннала ныҡлап йыуыныр­ға кәрәк. Бигерәк тә үтекләнгән кейем кейеп йөрөгән кешегә тиҙ генә йоғоп бармай. Бүлмәләрҙе, өй йыһаздарын да бөхтә, туҙанһыҙ тотоу зарур. Урын кейемдәре лә таҙа булыр­ға тейеш. Йоҡлағанда тәнгә тейеп торған туҡымаларҙы, мендәр һәм юрған тыштарын 6 – 10 көн һайын алмаштырып, үтекләп тороу һәйбәт. Кеше кейемен кейеү, йыуыныу әйберҙәрен ҡулланыу ҙа сир йоғоу ихтималлығын арттыра. Ваҡыты-ваҡыты менән урын кейемдәрен тышҡа сығарып, елләтеп алырға онотмағыҙ.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВтар, табиптар.

Фото: wikihow.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: