+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
26 Октябрь 2021, 10:25

Нимә ул ангина?

Тамаҡ елһенеп шешеү – ангинаның төп билдәһе.

Нимә ул ангина?
Нимә ул ангина?

Сәбәбе бактерия, вирус йә бәшмәк булһа ла, был сир организмдың инфекцияға ҡаршылығы кәмегәндә ҡалҡып сыға. Күп осраҡта тамаҡта эрен барлыҡҡа килә. Мөмкин булған тиклем ангинаны булдырмаҫҡа тырышырға кәрәк. Тамаҡ ауырта башлаһа, тиҙ арала табип ярҙамы менән дауалана башларға тейешһең. Ангина киҫкенләшһә, ул тағын икенсе төрлө сирҙәргә килтерә. Мәҫәлән, дауаланмағанда ревматизм барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Ангинаны иҫкәртеү саралары бар. Һаҡланған кешелә был ауырыу һирәгерәк була йә бөтөнләй күҙәтелмәй.
Һулыш юлын зарарлаған вируслы сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн эпидемия ваҡытында өйҙән сығып йөрөүҙе сикләйҙәр. Бындай осраҡта хатта мәктәп тә ябылып тора. Өйҙә сирләүсе булһа, уға ла, ғаиләнең башҡа ағзаларына ла ауыҙ менән танауҙы ҡаплай торған битлек кейеп йөрөргә тәҡдим ителә. Фатир эсен елләтеп торалар, әммә һауаны алыштырам тип, өйҙө һыуытырға ярамай.
Һыуыҡ һәм өшөгәнлек кенә лә тамаҡ шешеүгә сәбәпсе булыуы мөмкин. Һалҡын һыу эсеү, туңдырма ашау – кеше тәбиғәтенә тура килмәгән ғәмәлдәр. Йыл миҙгеленә ҡарап, муйынды, тәнде өшөтмәҫлек итеп кейенеп йөрөгөҙ.
Күпмелер дәрәжәлә организмды һыуыҡҡа өйрәтеп була. Сынығыу процедураларын аҙ һал­ҡынлыҡтан башлайҙар, унан тәьҫир иткән температураны әҙ-әҙләп кәметәләр. Педиатрҙан рөхсәт алмайынса һыуыҡҡа өйрәнеүҙе, сынығыуҙы башларға ярамай. Балаларҙың ҡышын тышта уйнауы – был сараның бер төрө. Ғөмүмән, һау-сәләмәт булыу­ҙа балаларға ла, өлкәндәргә лә тыштағы хәрәкәтле уйындар йә шуның менән бәйле эштәр бик килешә.
Ауыҙ эсендә бик алама микроб сығанағы бул­ғанлығы билдәле. Ул – боҙоҡ теш йә иһә теш араһында ҡалған аҙыҡ ҡалдыҡтары. Боҙоҡ тешле кешелә уны таҙартып тормаған осраҡтарҙа ангина йышыраҡ күҙәтелә.
Танау томаланыу менән бәйле сирҙәр ҙә бар. Бактерияларҙан йәки вирустан барлыҡҡа килә ул. Тымау тейеү аллергиянан да була, был осраҡта ке­ше ауыҙын асып һулыш алырға мәжбүр, йәғни һауа ауыҙҙан йылынмаған килеш инә һәм тамаҡты өшөтә.
Яҡшы туҡланған осраҡта, әлбиттә, иммунитет ныҡ була, кеше күп төрлө микробтарға тиҙ генә бирешмәй. Тамаҡҡа йыш ҡына ҡайнаған йылы һөт, умарта балы килешә. Әммә табип менән кәңәшләшеү кәрәк.
Тын юлдары ауырыуы менән йыш сирләгәндә инфекцияға ҡаршылыҡ күрһәткән үҫемлек төнәтмәләре менән тамаҡты сайҡап торорға тәҡдим итәләр. Был процедураны иртән, кис йә урамдан өйгә ҡайтыу менән башҡаралар.
Ангинаны барлыҡҡа килтереүсе инфекциялар бысраҡ ҡул, һауыт-һаба аша ла йоғоуы мөмкин. Ҡулды йыш йыуып, таҙа тотоу, шәхси һауыт-һаба ҡулланыу күп төрлө сир­ҙәрҙән һаҡлай.
Балаларҙың ҡысҡы­рып көлөп уйнағандарын бө­тә осраҡта ла тыйырға кәрәкмәй. Сөнки был тамаҡ өсөн гимнас­тика, иммунитетын да нығыта, тигән фекер бар. Йырлау ҙа тамаҡҡа ыңғай тәьҫир итә.
Мунса эҫелегенән дә иммунитет һүлпәнәйә. Кеше парланып ҡайтыу менән һалҡын һыу эсһә, өшөһә, ангина сиренә тиҙ бирешә. Тирләп эшләгәндә лә кеше өшөүсәнгә әйләнә. Бындай осраҡта өҫкә ҡоро кейем кейергә һәм һалҡын һыу эсмәҫкә кәрәк.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВтар, табиптар.

Фото: ivkult.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: