Йышыраҡ тубыҡ тирәһе һыҙлауы күҙәтелә. Бала йәшендәгеләрҙең быуындарында йомшаҡ кимерсәк күберәк, өҫтәүенә, үҫеү өсөн бер күҙәнәкте бер нисә йәш күҙәнәк алыштырып тора. Шуға күрә үҫмерҙең быуындары бик йомшаҡ һәм йәрәхәттәргә тиҙ бирешә. Ғөмүмән, кешенең һөйәктәре һәм быуындары 20 – 25 йәштәргә генә тулыһынса нығына.
Эшләгәндән, уйнағандан йә физкультура дәрестәренән һуң ул ауыртһа, һыҙлау бөткәнсе аҙыраҡ көс төшөрмәй, һаҡланырға кәрәк.
Быуындар бик күп башҡа сәбәптәрҙән дә ауыртыуы мөмкин. Шуға ла ҡайһы осраҡта табип кәңәше кәрәк икәнен белеп ҡуйығыҙ:
– ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауыртыу үҙенән-үҙе бөтмәһә;
– быуын бәрелеп йәрәхәтләнһә;
– быуын ауыртыуҙан тыш, башҡа төрлө сир билдәләре булһа;
– быуындар йыш ауыртһа;
– быуындың хәрәкәт күләме сикләнһә йә хәрәкәтһеҙ булһа;
– быуын шешенеүе күҙәтелһә;
– ауырыу көсәйә барһа.
Быуындарҙы һәм һөйәктәрҙе нығытыу саралары бар. Уларҙы белеү мөһим.
Хәрәкәт бик кәрәк. Физкультура дәрестәре һәм хәрәкәтле уйындар балаларға бик файҙалы. Ә ауыр атлетика спорты үҫеп, нығып бөтмәгән быуындарға зарар килтереүе мөмкин.
Дөрөҫ туҡланыуҙың мөһимлеген онотмайыҡ. Үҫеү өсөн ит ашау кәрәк, әммә һөйәк ныҡ булһын өсөн кальций ҙа талап ителә. Һөт аҙыҡтары һәм йәшелсә-емештәр уның сығанағы булып тора. Быуындарҙағы тоташтырғыс туҡыма ныҡлығын С витамины тәьмин итә. Ул бешерелгән аҙыҡтарҙа бик аҙ йә бөтөнләй юҡ. С витамины организмға сей йәшелсә-емештәр, әсетеп эшләнгән һөт аҙыҡтары аша инеп тора, улар – ҡатыҡ, кефир, эшкәртелмәгән һөттән яһалған ҡымыҙ.
Аҙыҡта Д витамины булмаһа, һөйәктә кальций тупланмай. Ул балыҡ майында күп, бауырҙа ла бар. Тағы ла ҡояш нурҙары аҫтында тирелә хасил була, тимәк, тышҡа сығып, асыҡ һауала уйнап-эшләп үҫкән балаларҙың һөйәктәре лә, быуындары ла нығыраҡ.
Һыуһағанда кибеттә һатылған әллә ниндәй ят матдәләр ҡушылған эсемлектәр эсергә ярамай. Иң яҡшыһы – ябай таҙа һыу. Кәрәгенсә, ваҡытында һыу эсеү һөйәктәрҙе, быуындарҙы нығыта. Газлыһы ҡәтғи тыйыла, сөнки ул кальцийҙы үҙләштереүгә ҡамасаулай. Шәкәр, шәрбәтле аҙыҡтарҙы күп ашағанда, татлы һыуҙы күп эскәндә тоташтырғыс туҡыманы һәм быуындарҙы нығытҡан минераль матдәләр ҙә әҙ үҙләштерелә, шуға күрә был осраҡта быуындар ауыртыусанға әйләнә.
Ҡышын, көҙөн, яҙын быуындарҙы өшөүҙән һаҡлау кәрәк. Йылы һөйәк һындырмай, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Был юҡҡа түгел.
Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВтар, табиптар.
Фото: myshared.ru