-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
1 Август 2022, 16:40

Был сир малдан да йоға

Йәмғиәтебеҙҙә уҙған йылда 1 мең 90 кеше микроспория менән сирләгән, шуларҙың 943-е – 14 йәшкә тиклемге балалар. Ә трихофития сире буйынса Башҡортостанда 19 осраҡ теркәлгән, уларҙың 13-ө – балаларҙа.

Был сир малдан да йоға
Был сир малдан да йоға

Сәскә, йөнгә, тирегә эйәләшкән бәшмәк ауырыуҙары күп төрлө. Кешелә сир барлыҡҡа килтергән бәшмәктәрҙе, йәғни «трихофитон»дарҙы һәм «микроспорум»дарҙы, микроскоп аша ғына күрергә була. Шуларҙан сыҡҡан ике төрлө сир балаларҙа йыш күҙәтелә: микроспория һәм трихофития. Ауырыу билдәләрендә һәм дауалау ысулдарында айырма бар, әлбиттә. Быны табип-дерматовенерологтар тикшереп белә һәм дөрөҫ итеп дауалай. Сирҙәрҙең ике­һендә лә тире боҙола, сәстәргә ныҡ зарар килә. Ваҡытында дауаламағанда пеләш булып ҡалыу, тирелә йөй барлыҡҡа килеү ҡур­ҡынысы тыуа. Ҡайһы бер осраҡтар­ҙа икенсе төрлө микробтар ҡушылғанлыҡтан тире эренләй.
Бәшмәк сирҙәрен булдырмау саралары уртаҡ, шуға күрә бер юлы иҫкәртеп китһәк, моғайын, дөрөҫ булыр. Һыйыр, быҙау, ат, һарыҡ, бесәй, эт, сысҡан, ҡомаҡ һәм башҡалар тиреһендә үрсеп ятҡан трихофитондарҙың, микроспорумдарҙың саң-һеркәләре кешегә күсә, унан әҙәмдең төк-сәстәрендә үҫеп-үрсеп китә. Был бәшмәктәрҙең ҡайһыһы тиренән дә, тырнаҡтан да үҙенә аҙыҡ таба, тимәк, уларға ла зарар килтерә.
Хайуандарҙың тиреһе боҙолғанлығы күренһә, уны дауаларға кәрәк. Тире зарарланған урын бәләкәй генә булһа, уның күренмәүе лә мөмкин. Шуға күрә шартлы рәүештә, һәр хай­уанда йәки йәнлектә сир бәшмәгенең булыуы мөмкин, тип уйлау дөрөҫ.
Ауырыу күпселек осраҡта тирегә ҡағылғандан йоға, малдан кейем аша ла күсеүе мөмкин. Кешелә был тире сирҙәре икенсе көндән үк һиҙелмәй. Сөнки үҫемлек төрҙәренән булған бәшмәк үрсергә тейеш, бының өсөн ваҡыт кәрәк. Бәшмәктәр бер аҙнанан кешегә күренерлек булып үрсеп китә, ҡайһы берәүҙәр 2 ай уҙғас ҡына сәсе ҡойолғанын йәки тире боҙолғанын күреп, табипҡа килә.
Был сирҙе булдырмауҙың бер шарты – таҙалыҡ. Мал ҡарау өсөн кейем-һалым айырым булырға тейеш. Халат, алъяпҡыс, беләксә ке­үек махсус һаҡланыу кейем төр­ҙәрен ҡулланыу яҡшы. Эш тамамланғас, өҫ һәм аяҡ кейемдәрен таҙартып ҡу­йырға кәрәк. Ә ҡулдарҙы иһә малға һәм мал тәрбиәләгән әйберҙәргә ҡағылғас, һабын менән йыуыу мотлаҡ. Тире һыҙы­рыл­ған урындарға 5 процентлы йод төнәтмәһе һөртәләр.
Тире эшкәртеү һәм сәс-йөн ҡырҡыу ҡоралдарын 3 процентлы формалин иретмәһе менән зарарһыҙландыралар. Трихофитондың саң-һеркәләре яңылыш эләкмәһен өсөн сит кешенең тарағын, таҫтамалын, йыуғысын ҡулланыр­ға ярамай. Икенсе берәүҙең баш, өҫ һәм аяҡ кейемдәрен кейеү тыйыла. Сирле хайуандарға балаларҙы яҡын да килтерергә ярамай. Трихофитондар, мәҫәлән, тире ҡауағында 6 ай һаҡлана, ә сәс эсендә иһә 4 йыл дауамында үҙенең үрсеү һәләтен юғалтмай. Хайуандарҙы дауалап бөткәс, бәшмәктәрҙе кәметеү өсөн мал-тыуар һарайын, аҙбарҙы дезинфекцияларға кәрәк була.
Сирле кешене дауаханаға ла ебәрәләр. Ғаилә ағзаларына йоҡмаһын өсөн санитария күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре уның кейемен һәм урын-ер әйберҙәрен махсус камераға урынлаштырып зарарһыҙландыра. Инде бындай мөмкинлек булмаһа, ошондай ысулдарҙы ҡулланалар:
– кейемде һәм урын-ер әйберҙәрен ҡайнатып эшкәртәләр, өҫ кейемен еүеш сепрәк аша үтекләйҙәр, трихофития сәстә булһа, баш кейемен һәм тараҡтарҙы яндыралар;
– биҙрәлә 400 грамм кер һабынын иретеп, шуның менән иҙәнде йыуып сығалар.
Дауаханаға урынлаштырырға тура килмәһә, сирле кеше башҡаларға йоҡтормау сараларын үтәргә бурыслы. Был осраҡта ул йәшәгән бүлмәләге иҙәнде көн һайын йыуып торорға кәрәк. Сирҙең малдан йоҡҡанлығы билдәле бул­һа, ветеринария хеҙмәтенә хәбәр ителә. Тағы иҫкә төшөрәбеҙ: йорт хайуандарын да дауалайҙар, ҡомаҡ-сыс­ҡандар менән туҡтауһыҙ көрәшәләр.
Үҙегеҙҙә тап-тимгел, ҡутыр-ҡауаҡ, сәс ҡойолоу осраҡтарын күрһәгеҙ, тиҙ арала табип-дерматовенерологҡа мөрәжәғәт итеү кәрәк!

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВтар,
юғары категориялы табиптар.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: