Ысынлап та, йәнең теләгән нәмәне интернет киңлегенән бер нисә секундта табырға була: рецептар, яңылыҡтар, фотолар, кәңәштәр, адрестар... Видеобәйләнеш аша иһә меңәр саҡрым алыҫлыҡтағы дуҫың менән эргәлә ултырғандай аралаша алаһың. Атай-әсәйҙәрегеҙ коммуналь түләүҙәрҙе фатирҙан сыҡмай ғына башҡара. Олатай-өләсәйеңдең хәлен белергә теләһәң, рәхим ит. Ә онлайн курстар һуң? Аҡсаңды күсерәһең дә йылы өйҙә генә яңы һөнәргә өйрәнәһең.
Шулай ҙа смартфондың зарары ла күп икән. Мәҫәлән, текәлеп тик ултырып, арҡа ауырта. Ә һеҙгә, йәш дуҫтарыбыҙ, хәрәкәт итеү мотлаҡ. Экрандағы күренештәр күҙҙе лә арыта. Ваҡ хәрефтәр һәм рәсемдәр бәләкәстәр өсөн түгел. Иғтибар итһәгеҙ, китаптарығыҙҙа ла яҙыуҙар эре итеп бирелә бит.
Смартфондан күҙгә төшкән яҡтылыҡ йоҡо режимын боҙа. Организм был яҡтылыҡты көн тип ҡабул итә, шуға ла карауатҡа ятҡас, телефонды ҡулға алыуҙан тыйылып тороғоҙ. Зарядкала ла ҡалдырырға ярамай, янғын сығып китеүе бар.
Аккумуляторы эшләгән смартфон тирә-яҡҡа бик көслө нурҙар ебәреп тора икән. Кеҫәлә ятҡан бәйләнеш сараһы айырым күҙәнәктәргә бешергән кеүек зарар килтерә һәм хромосомаларҙың төҙөлөшөн боҙа. Кеше быны һиҙмәй. Шул нурҙар тәьҫиренән яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы арта. Сәләмәтлегегеҙҙе ҡайғыртһағыҙ, телефонды кеҫәлә йөрөтмәҫкә һәм уның аша оҙаҡ һөйләшмәҫкә тырышығыҙ.
Бер генә кеше файҙаланһа ла, телефондар таҙа түгел. Уларҙың өҫтөндә зарарлы микробтар бик күп. Һөйләшкәндә приборҙы биткә, ҡолаҡҡа терәп тотһаң, тирелә бетсәләр килеп сығыуы мөмкин. Аҡса тотҡас, ҡулды йыуырға кәрәк бит, телефон менән дә шулай эшләү зарур. Дуҫтар, һаулығыбыҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа!
Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВТАР,
юғары категориялы табиптар.
Өфө ҡалаһы.
Фото: yandex.ru.