Был матдәне ғалимдар мелатонин тип атаған. Тимәк, туйғансы йоҡларға кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡ: мелатонин ҡараңғыла йоҡлағанда ғына күпләп хасил була икән.
Ул тәбиғи йоҡлауҙы, уяныуҙы, көндөҙ кәрәк булған эшләү һәләтен яйға һала. Мелатонин күп булһа, кеше үҙен тынысыраҡ хис итә. Был матдә ауыртыныуҙарҙы кәметкәнлеге лә билдәле, шуға сирле кешене дарыу биреп булһа ла йоҡлаталар. Өҫтәүенә, мелатонин яман шешкә ҡаршылыҡ күрһәтә ала. Ул һулыш алыуҙы еңеләйтә, ҡартайыуҙы әкренәйтеп, ғүмерҙе оҙайта.
Хәтер һәм сәләмәтлек нормала булһын өсөн ҡараңғы урында йоҡларға кәрәк булып сыға. Быға нисек ирешергә? Күҙҙе ыуа-ыуа мәктәпкә барырға тура килмәһен тиһәгеҙ, иртә йоҡларға ятыу кәрәк. Йоҡо туйҙырмайынса төндә ниндәйҙер эш менән булыу йә уҡыу төрлө сирҙәргә килтерә. Мәҫәлән, беҙ белем алғанда бик тырыш, һәләтле, «бишле»гә генә уҡыған һабаҡташтар күп ине арабыҙҙа. Уларҙың төн дауамында уҡығандары йыш сирләп, хатта университетты тамамлай алманы.
Мелатонин аҙ күләмдә кешенең башҡа ағзаларында ла хасил булыуы билдәле. Әммә тулы сәләмәтлек тәьмин итеү өсөн ул ғына етмәй. Бер көн йоҡо туймаһа, иртәгеһен тағы ла иртәрәк ятып йоҡларға кәрәк. Шул саҡта кеше – сәләмәт, хәтере – һәйбәт, кәйефе күтәренке була. Кәрәгенсә йоҡлаған кеше ялҡау түгел ул! Йоҡо – сәләмәтлек нигеҙе.
Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВТАР,
табип-неврологтар.
Өфө ҡалаһы.