+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
29 Апрель 2019, 12:24

Телгә маһир, ҡулы оҫта, үҙе бейеүсе икән!

Яңыраҡ редакцияға «Тарих яҙабыҙ» конкурсында еңгән өсөн бүләген алырға Стәрлетамаҡтан Ләйсән Сәйфуллина килде.


Ләйсән Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның X синыфында уҡый.

– Башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрен, уҡырға ныҡ яратам. Бер көндә бер китапты уҡып бөтә алам. Шулай уҡ химия, геометрия, алгебра ла еңел бирелә. Шулай ҙа мин киләсәктә филологияны һайлармын ул. Нәҫелебеҙҙәге XIX быуатта йәшәгән, Ғафури районындағы данлыҡлы Үтәк мәҙрәсәһендә уҡыған Хәбир олатайыбыҙҙың: «Уҡығыҙ, мөғәллим булығыҙ!» – тип әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре беҙҙең өсөн аманат кеүек яңғырай. Туған тел буйынса белемемде арттырыу өсөн күп әҙәби әҫәрҙәр уҡыйым, өйөбөҙҙә бай китапхана бар. Әсәйем ҡайҙа ғына барһа ла, китаптар һатып алып ҡайта. Ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулайым, – ти Ләйсән.

Хәйер, уның тураһында айырым ғына һөйләү мөмкин түгел. Ғаиләләрендә биш бала һәм барыһы ла халыҡ ижады, бейеү, тасуири уҡыу менән мауыға. Бөтәһе лә Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла белем ала, биш йәшлек Данир иһә ошонда уҡ мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөнә йөрөй. Ләйсән элекке йыл «Урал батыр»ҙы яттан һөйләү буйынса республика конкурсында III урынға лайыҡ булған. Хәҙер бөйөк эпосыбыҙҙы бергәләп ятлайҙар. Ләйсән – 1 мең 900, етенселә уҡыған Ләйлә – 2 мең, бишенселәге Илдар – 1 мең 200, беренселә генә белем алған Лилиә – 600, кескәй ҡустылары 100 юл белә. Маладистар! Ләйсән әҫәрҙе инглиз телендә лә ятлап, республикала II урынға сыҡҡан. Тырыш балалар, үҙҙәре – бер команда!

– Уны ятлауҙы әле лә дауам итәбеҙ. Ҡайҙа барһаҡ та «Урал батыр» беҙҙең менән. Ауылға ҡайтырға юлға сыҡһаҡ, машинала флешкаға яҙҙырылған эпосты әсәйем уҡыуына ҡушылып башлайбыҙ: йә «хор» менән, йә беребеҙ туҡтаһа, икенсебеҙ дауам итә. Кире килгәндә лә шулай. «Урал батыр» ҡобайырын ятлау барышында Илдар туғаным, әллә күпме шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашып, I урындар яуларға ла өлгөрҙө. Ғөмүмән, яттан һөйләү, күп уҡыу телмәрҙе үҫтергәнен, башҡортса һөйләшергә ярҙам иткәнен хәҙер беләбеҙ инде. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы Илһам Байбулдин ағайҙан думбыра, дөңгөр эшләтеп алып ҡайтып, әсәйем барыбыҙҙы ла шатландырҙы. Батыр образы сығышыбыҙҙа тағы ла сағыуыраҡ, тулыраҡ кәүҙәләнһен өсөн Илдар ҡурайҙа ла уйнап ебәрә.

Балалар бейергә лә әүәҫ. Ләйсән бер нисә йыл «Торатау» бейеү ансамбленә йөрөгән, хәҙер «Йөрәктау»ҙа шөғөлләнә. Һеңлеһе менән икәүләп тә сығыш яһайҙар.

Ҡыҙҙың алсаҡлығына, уңғанлығына һоҡланырлыҡ. Ҡул эшенә лә бик оҫта икән дә ул. Ана бит, үҙе яһаған селтәр нисек килешеп тора!

– I синыфта уҡығанда уҡ энә, ырғаҡ менән бәйләргә өйрәндем. Шунан әсәйем төрлө сигеү серҙәренә төшөндөрҙө. VIII си­ныфта «Урал батыр» конкурсында сығыш яһағанда кейер өсөн ҡағыҙҙан, оригами ысулын ҡулланып, йәбештереп, 3D форматында 3 бүре битлеген, йәғни башын яһаным. Береһен әҙерләү өсөн бер ай ваҡыт китте, сөнки эше күп, кипкәнен дә көтөргә кәрәк. Беҙ шулай сығыш яһар­ға костюм кәрәк булһа, аптырап тормайбыҙ, үҙ ҡулдарыбыҙ менән дә эшләйбеҙ, тегәбеҙ. «Уғатар» конкурсында быйыл мин кейемем өсөн II урын алдым, ҡустым атыу буйынса II урынға лайыҡ булды. Ләйлә, Илдар, әсәйем дә уҡтан атыу менән шөғөлләнә. Быйыл ғына заманса селтәрҙәр эшләй башланым. Әле һигеҙҙе яһаным инде, тағы бишәүһен тамамлап ҡуяһы бар, – ти ул йылмайып.

Был ҡыҙҙың өйҙә ярҙамлашырға ва­ҡыты ҡалмайҙыр инде былай булғас, тиһегеҙме? Яңылышаһы­ғыҙ! Үҙҙәре менән бергә йәшәгән өләсәһенән, әсәһенән аш-һыу оҫталығына ла өйрәнгән ул. Бишбармаҡ, бәлеш бешереү, туҡмас киҫеү Ләйсән өсөн бер ни тормай. Балаларының һәләттәрен һәр яҡлап үҫтерергә, үҙҙәрен төрлө конкурс­тарҙа һынап ҡарарға шарттар тыуҙырған Светлана һәм Дилфәр Тимерғәлиевтәр күптәргә өлгө булырлыҡ.

– Атай-әсәйҙәребеҙҙең беҙгә һалған өмөтөн аҡлайыҡ, тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы булып үҫһәк, үҙебеҙҙе лә яҡты, бәхетле киләсәккә әҙерләрбеҙ. Алдыбыҙға маҡсат ҡуйып йәшәйек, уға тиҙ генә етеү мөмкин түгеллеген аңлап, ныҡышмал булайыҡ. Ваҡыттың ҡәҙерен белеп, файҙалы эштәр менән үткәрәйек, – тигән теләктәрен дә белдерҙе рухлы Ләйсән тиҫтерҙәренә.
Читайте нас: