-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
28 Февраль 2020, 13:33

Йөрәгендә – Ватан, ҡарашында – заман!

Таныш булығыҙ: Гөлнәзирә Буранҡаева «Йәншишмә»лә барған «Минең өс айым» конкурсына ебәргән мәҡәләһен уҡығас, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының XI синыф уҡыусыһы Гөлнәзирә Буранҡаеваға һоҡланып ҡуйғайным. Вәт, ҡыйыу, ныҡыш ҡыҙ! Cиныфташ егеттәре менән бергә хәрби полигонға эләгеү юлын барыбер тапҡан бит: хәбәрсе булып барам, тигәс, етәкселәр уны ла төркөмгә алырға ризалашҡан. Ә Гөлнәзирәнең ошо туралағы хәбәре конкурстың еңеүсеһе булды.


Бына әле ошо сая ҡыҙҙың үҙе менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Шундай яғымлы, һөйкөмлө, һүҙ оҫтаһы ла. Яҡшы уҡыуҙан тыш, бик күп форумдар­ҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша, төрлө яҡлап үҙен һынай, үҫтерә. Баҡһаң, бала сағынан уҡ бик әүҙем булған икән Гөлнәзирә. Күптәрегеҙ «Сәңгелдәк» тапшырыуҙары, «Тамыр» фильмдары аша беләлер әле уны.

– Теле бик иртә асылды. Йоҡлар алдынан әкиәт тыңларға яратты. Йәш ярымлыҡ сағында, мин арып, ҡыҫҡартып ҡына һөйләргә уйлаһам, бер ерен төшөрөп ҡалдырҙың бит, тип яңынан ҡабатлата торғайны. Телем талып, йоҡлап китһәм, уятып ала. Үҙем шулай өйрәттем дә аҙаҡ ыҙаландым. Ҡыйыу ҙа булды үҙе, урыҫса бөтөнләй белмәгән килеш урыҫ балалар баҡсаһына барҙы, – ти ҡыҙы тураһында әсәһе, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова.

Ә телевидениела тапшырыуҙарға төшкәндә бәләкәс Гөлнәзирәне оҙон һөйләмдәрҙе өҙмәй әйтә алғаны өсөн яраталар. Ике йәшлек кенә сағында йырсы Дилара Иҙрисованың клибында ла төшә.

«Тамыр»ҙа үткән бала сағын шулай хәтерләй ул:

– Дүрт йәштән «Сәңгелдәк» тапшырыуҙарында ҡатнаша башланым. Башҡортостан райондары буйлап командировкаларға ла йыш йөрөнөк. Төрлө ҡы­ҙыҡ хәлдәргә лә тарый торғайныҡ. Мәҫәлән, Белорет районының Йөйәк ауылында «Сәңгелдәк» өсөн «Кәзә һаҡалы» тигән тапшырыу төшөргән мәлдә сценарий буйынса кәзәнең һаҡалын ҡыр­ҡырға тейеш инем. Тик мин малҡайҙы йәлләп, ҡырҡмайым, тип зыулап илап, ситкә йүгереп киткәнемде иҫләйем. «Яңынан үҫә бит ул, тапшырыу өсөн кәрәк тәһә», – тип саҡ тынысландырып алдылар.

Тапшырыуҙар төшөргән ваҡытта арып, декорация артында ҡасып ҡына йоҡлап киткән саҡтары ла була. Ҙурайғас, «Тау-тау хәбәр», «Портрет» тапшырыуҙарын алып бара. Биш кенә йәшендә Төркиәгә командировкаға барып, Зәки Вәлидиҙең, Абдулҡадир Инандың улдарынан «Сәңгелдәк» өсөн интервью ла алған икән. Аҙаҡ V синыфта Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара дизайн һәм йәш уйлап табыусылар олимпиадаһы ваҡытында ла, тап уны һайлап алып, ТРТ каналында ҡул эштәре тураһында ике тапшырыуҙа алып барыусы булып төшә. Әйткәндәй, был халыҡ-ара бәйгенең финалына ҡыҙҙы өс йыл рәттән саҡыралар. Һуңғыһында – Шанлыурфа ҡалаһында еңеү яулай.

– Бәләкәй сағымда Әбйәлилдәге өләсәйем янына йыш ҡайта торғайныҡ. Ул миңә, һин бит ҙурайғанһың, был эштәрҙе белергә тейешһең, тип дүрт йәшемдән энә, ырғаҡ менән бәйләргә, сигергә өйрәтте. Бешеренә торғайныҡ, ҡаҙ көтөштөм, бесәнгә лә алып йөрөнөләр, – ти Гөлнәзирә.

Етенселә уҡығанда шулай уҡ Төркиәлә үткән робототехника олимпиадаһының да финалына үтә, унда төрөк ғаиләһендә бер аҙна йәшәй.

Рәссам да икән үҙе. Зифа Толомбаева студияһына йөрөп, һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнгән. Конкурстар еңеүсеһе. Өс йыл «Гүзәл-данс» бейеү студияһында шөғөлләнгән, бик күп концерттарҙа бейеүсе генә түгел, алып барыусы булараҡ та ҡатнашҡан. Бөтәһенә лә нисек өлгөрәлер: ә бит Гөлнәзирә «XX централ» КВН командаһында ла уйнаған, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡарамағындағы «Самрау» театр студияһын да тамамлаған, балалар спектаклдәрендә төп ролдәр башҡарған. Һәләтле ҡыҙ «Ике төш» тигән өлкәндәр спектаклендә лә ҡатнашҡан. 2018 йылда режиссёр Тимур Ғәниевтең «Эгегей» исемле йәштәр фильмында төшкән. 2017 йылда Гөлнәзирә әсәһе менән «Йөрәк һүҙе» проек­тында ҡатнашып, финалға сыҡҡайнылар.

Һомғол кәүҙәле был һылыуҡайҙы беҙ модель булараҡ та беләбеҙ. «Самия» мосолман кейемдәре ательеһының йөҙө ул. Бик күп күргәҙмәләрҙә, сараларҙа ҡатнаша.

– Миңә ундағы оҙон күлдәктәр, стилләштерелгән кейемдәр ныҡ оҡшай, уларҙы көндәлек тормошта ла кейер инем, – ти Гөлнәзирә. Тағы бер серҙе асты: VIII cиныфты тамамлаған йылда Гөлназ Ғәлимуллинаның «Монисто» проектында фотомодель булараҡ ҡатнашҡан. Уның картиналарын халыҡ яратып ҡабул иткән, бигерәк тә Польшала, Германияла күргәҙмәләр ваҡытында ул төшкән фотокартиналарҙы күпләп һатып алғандар. Тимәк, беҙҙең башҡорт ҡыҙы Гөлнәзирә Буранҡаеваның фотоһүрәттәре хатта сит ил йорттарын да биҙәй. Бына бит нисек, күҙ теймәһен инде үҙенә!

– Төрлө йәштәр форумдары оҡшай, тик уларҙың күбеһендә 18 йәше тулғандар ғына ҡатнаша ала. Шулай ҙа мин танауымды төшөрмәйем, күңелем ятҡандарына анкета тултырам да ебәрәм һәм әлегәсә бер ҙә кире ҡаҡҡандары юҡ, саҡыралар, ойоштороусыларға ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәтлемен. Башҡорт йәштәренең «Аҫылташ» форумына 16 йәштә барҙым. Граф күле буйында үткән сарала төрлө шәхестәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алдыҡ. Ошо форум сиктәрендә уҙған дебат уйындарында ҡатнашып, еңеүсе лә булдым. Бик көсөргәнешле барҙы ул. Беҙгә, ике ҡыҙға, ҡаршы ике егет сыҡты. Улар, башҡорт теле барыбер юғаласаҡ, тип фекер йөрөттө, ә беҙ шуның киреһен иҫбатларға тейеш инек. Әлбиттә, был уйын ғына ине, әммә, телебеҙ бөтә ҡалһа, тигән уй күңелгә шул тиклем ауыр тәьҫир итте. Бының менән бер нисек тә килешке килмәй, хатта күҙҙән йәштәр килеп сыҡты...

Миңә 2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы делегаты булыу бәхете лә тейҙе. Башҡорт йәштәре хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булараҡ, ике тапҡыр Ҡазанда үткән Халыҡ-ара төрки йәштәре фестивалендә ҡатнаштым. Унда төрлө илдәрҙән күп дуҫтар таптым, – ти ул.

Уңған ҡыҙ шәхси үҫеш буйынса тренингтарға йөрөргә лә өлгөрә: йәш миллиардер Аяз Шәбетдиновтың эшҡыуарлыҡ буйынса өс көнлөк дәрестәрен алған, СММ һәм маркетинг менән ҡыҙыҡһына. Әле үҙе төрлө бизнес аккаунттар менән хеҙмәттәшлек итә, уларҙың инстаграмм биттәрен дөрөҫ алып барыу буйынса консультациялар бирә. Ҡайһы саҡ таң менән тороп, дәрестәргә тиклем иртәнге бизнес-аштарға ла йөрөй. Унда эшҡыуарҙар менән осрашып һөйләшеү, эшлекле мөхит оҡшай икән. Йәнә лә Гөлнәзирәне ҡала шартарында туған телде үҫтереү проблемаһы ла борсой. Үҙе йәшәгән Дим биҫтәһендә «Умарта» студияһы асып, бәләкәй төркөмдәргә телмәр өйрәтеү дәрестәре лә үткәреп ҡараған. Әлегә БДИ-ға әҙерләнеү сәбәпле, был эшен туҡтатып торған. Әммә ике туған апайы, психолог-педагог Зиниә Нәжип ҡыҙына «Бәйләнештә» селтәрендә башҡортса зиһен һәм телмәр үҫтереү буйынса «Йомробаш» төркөмөн алып барыуҙа ярҙам итергә ваҡыт таба.

Уҙған йыл йәй Мәскәүҙәге «Илһам» халыҡ театры составында Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда үткән «Шаттыҡ» Халыҡ-ара йыр һәм бейеү бәйгеһендә ҡатнашып, беренселекте алып ҡайтҡандар.

– «Илһам» театры етәксеһе Мәҙинә апай Илһамова – әсәйемдең яҡташы, Әбйәлил ҡыҙы, шуға алдан таныш инек. Ул Мәскәүҙә генә түгел, Башҡортостанда йәшәгән йыр-бейеүгә оҫта балаларҙы ла каникул мәлдәрендә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға йәлеп итә. Фестиваль өсөн тамашаны өс көн эсендә генә әҙерләһәк тә, көнө-төнө барған репетициялар үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, – ти Гөлнәзирә.

Заман менән бергә атларға тырышҡан ҡыҙ быйыл гимназияны тамамлаясаҡ. Яратҡан фәндәре – химия һәм инглиз теле. Әммә Берҙәм дәүләт имтиханын, төп предметтарҙан тыш, йәмғиәтте өйрәнеү һәм инглиз теленән бирәсәк. Был сит телде яҡшы белә ул, сөнки Өфөләге интерколледжды тамамлаған.

– Инглиз теле киң мөмкинлектәр аса. Икенсе илдәрҙә конференцияларҙа ҡатнашам, стажировка үтәм, тиһәң дә бик кәрәк, – ти һылыу.

Әйткәндәй, яңыраҡ Гөлнәзирә Чехиялағы Прага лингвистик институтында бер йыл телде өйрәнеү курсында бушлай уҡыу өсөн конкурста грант отҡан. 1 мең 500 ғариза биреүсе араһынан ике генә кешене һайлап алғандар, береһе – ул! Афарин! Ә тел белгәндәргә Чехия юғары уҡыу йорттарында бушлай уҡыу мөмкинлеге асыла.

Был конкурстың нисек үтеүе тураһында бына нимәләр һөйләне әңгәмәсем:

– Ғариза биреп, «Мәктәбегеҙҙә нимәләрҙе үҙгәртергә теләр инегеҙ?» тигән темаға инглиз телендә эссе яҙырға кәрәк ине. Икенсе эш – үҙең тураһында видео төшөрөргә. Иң һуңғы конкурста скайп аша урыҫ һәм инглиз телдәрендәге һорауҙарға яуап бирҙем. Чехияға уҡырға барырмынмы – әлегә әйтә алмайым. Уйлайым әле, әммә шундай ҙур бәйгелә еңеп сығыуым үҙ-үҙемә ышанысымды арттырҙы.

Гөлнәзирә Буранҡаева менән сәғәттәр буйы һөйләшеп ултырырға булыр ине. Һәр нәмәгә ҡарата үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар уның. Бик күп тиҫтерҙәренә өлгө, хатта үҙенән өлкәнерәктәр ҙә был ҡыҙҙан күпкә өйрәнә алыр ине. Ошо ғына йәшендә шундай бай тормош тәжрибәһе туплаған. Гөлнәзирә кеүек ҡыҙҙарыбыҙ барҙа, республикабыҙ, телебеҙ өсөн дә күңелебеҙ тыныс. Киләсәктә лә Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып, тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүеңде теләйбеҙ.

Алға, Гөлнәзирә!


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: