+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
3 Апрель 2020, 19:36

Ҡурсаҡтар нисек башҡортса һөйләшә башлаған?

йәки Фәнзилдең тормошҡа ашҡан хыялы – Сәләм, минең исемем – Гөлназ! Әйҙә, уйнап алайыҡ. «Ярай, ярамай» тип атала был уйын. – Алма ашарға яраймы? – Эйе, бигерәк тәмле, файҙалы ул.


– Боҙбармаҡты ашарға яраймы?

– Юҡ, тамаҡ шешә.

– Шырпы менән уйнарға?

– Уй, ҡурҡыныс.

– Балды ашарға яраймы?

– Тел йоторлоҡ шул...

Ҡайһылай матур итеп хәбәр һөйләй, милли кейеме, биҙәүесе лә бигерәк килешле бит әле! Башҡортостанда бындай башҡорт телендә һөйләшкән тәүге ҡурсаҡтарҙы яһауға Сибай ҡалаһынан Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтар 2018 йылда тотонған. Уларҙы төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә йыш осратырға була.


Әҙелбаевтарҙың эштәре ниҙән башланып киткән һуң? Ни өсөн башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар етештерергә булғандар? Баҡһаң, был Фәнзилдең күптәнге хыялы икән. Ҡыҙҙары Айзиль донъяға килгәс, ул был эшенә ныҡлап тотонған.


– Кескәйҙәр бәләкәйҙән үҙ туған телен белеп, яратып үҫһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ. Бала тыуғас, иң беренсе ҡулына алған әйбере уйынсыҡ була. Уның аша донъяны танып белә, тирә-яҡҡа баға. Беҙҙең милли ҡурсаҡтарыбыҙ башҡорт теленә ниндәйҙер һөйөү уятыусы булып торһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине, – ти Лилиә.

Йәш эшҡыуарҙарҙың ҡурсаҡтарын Киров ҡалаһында «Весна» фабрикаһы яһай. Әҙелбаевтарҙың эскизы буйынса уларҙың барыһы ла оҙон сәсле, күҙҙәре һоро, зәңгәр, йәшел төҫтәрҙә итеп эшләнә. Ә ҡурсаҡтарҙың матур күлдәктәренә, биҙәүестәренә Фәнзилә Бураҡанованың тырыш хеҙмәте һалынған.

Бындай һоҡланғыс ҡурсаҡтарҙы кем тауышланды­ра тиһәк, Лилиә үҙе икән. Был уйынсыҡтар һәр береһе башҡорт телендә һөйләмдәр әйтә белә. Улар йыр йырлай, бер минут дауамында диалог форма­һында һөйләшә. Кескәй­ҙәргә аңлайышлы булһын өсөн әңгәмәне еңелсә генә итеп яҙҙырырға тырыш­ҡандар.

Әҙелбаевтар ғаиләһенең «Бәйләнештә» селтәрендә «Bashtoy. Башҡорт уйынсыҡтары» тип исемләнгән төркөмдәре лә бар. Унда 5 меңдән ашыу кеше яҙылған. Һәр аҙна һайын лотерея уйнатып алалар. Лилиәнең әйтеүенсә, бик популяр, халыҡсан уйынға әйләнгән ул. Күптәр яратып өлгөргән, көтөп кенә торалар. Ҡурсаҡ отоп алғандан һуң да дәртләнеп китеп, тағы ҡатнаш­ҡандар ҙа бар. Лотерея уйыны нимәһе менән отошло һуң? Ҡай­һы бер уйынсылар 3 мең һум торған ҡурсаҡты 100, 200 һумға ғына һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Шәп тә инде! Отмағандарҙың да кү­ңелен һүрелтмәйҙәр. Күпмегә лотерея алғанһың, шунса хаҡҡа ташлама яһала.

Әүҙем тормош алып барыусы Әҙелбаевтар!
Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтарҙың үҙҙәре менән дә танышып китмәйенсә булмай. Улар – күптәргә өлгө, һәр яҡлап бик әүҙем, тырыш ғаилә. Лилиә – йәмле Торатау итәгендә урынлашҡан Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауы­лынан. Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназия­һында уҡыған. «Һылыу­ҡай» республика бәйгеһендә Гран-при яулаған гүзәлкәй бит ул. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультетының жур­налис­тика бүлеген тамамлай. Унан «Тамыр» телеканалында эшләгән.

Лилиәнең тормош иптәше Фәнзил Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. БДУ-ла юғары белем алған. Беҙ уны 14 йәшендә генә мәктәпте тамамлаған вундеркинд булараҡ та беләбеҙ. Ошо йәшендә генә беренсе курс студенты булып китә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, төрлө өлкәләрҙә үҙен һынап ҡарай. Өфөнөң Дим районы хакимиәтендә лә, «Китап» нәшриәтендә лә. Әлеге мәлдә ул – Сибай телевидениеһы етәксеһе.

Әҙелбаевтар ғаиләһе өс бала тәрбиәләй. Бер ҡыҙҙары, ике улдары бар. Айзилгә – 8 йәш, ул ҡалалағы урта махсус музыка колледжында белем ала. Скрипка серҙәрен үҙләштерә, фортепьяно буйынса уҡый. Төрлө конкурстар­ҙа йыш ҡына ҡатнашып тора. Быйыл ул ҡала кимәлендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләп, өсөнсө урынға лайыҡ булған, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында беренсе урын яулап ҡыуанған.

6 йәшлек Йософто атай-әсәй­ҙәре спорт яғынан үҫтерергә тырыша. Икен­се йыл хоккей менән шөғөлләнә. Ә бәләкәстәре – 4 йәшен тултырырға йыйынған Ибраһим «Сулпылар» балалар баҡсаһына йөрөй. Ул да, ағаһы кеүек, хоккей, футбол менән ҡыҙыҡһына. «Ибраһимдың киләсәктә нимә менән шөғөлләнеүе билдәһеҙ, уның да һәләттәрен үҫтереүгә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ», – ти атай-әсәйҙәре.

Шатлыҡлы хәбәр: улар республика Башлығы грантын отҡан
Әҙелбаевтар ғаиләһе­нең тағы ла бер ҡыуаныс­лы яңылығы бар. Улар 2019 йылда «Маҡсат» башҡорт йәштәре хәрәкәте менән берлектә өр-яңы уникаль проект эшләп, республика Башлығы Радий Хәбировтың грантын отҡан. Быйылдан иһә Әҙелбаевтар бәләкәстәр өсөн башҡорт һәм татар телдәрендә планшет һәм смартфон уйынсыҡтары, алфавит сығарған. Уларҙың эсендә 40-тан ашыу ҡыҫҡа йыр, 80-дән ашыу шиғыр бар. Бынан тыш, һандар, төҫтәр, хайуандарҙың атамаһы, әйтелеше, математиканан ҡушыу, алыу кеүек ғәмәлдәр ҙә урын алған. Бөтә шиғырҙар, йырҙар үҙенсәлекле, махсус рә­үештә ошо проект өсөн яҙылған. Биҙәлешенә килгәндә, хатта тышына тиклем барыһы ла уйланыл­ған.

– Киләсәктә уйынсыҡтар рәтен тулыландырырға, балаларға һайлау булһын өсөн төрлөләндереп эшләргә тырышасаҡбыҙ, – ти йәш эшҡыуарҙар, киләсәктәрен күҙаллап.

Милли ҡурсаҡтар, башҡорт планшет, смартфондары кескәйҙәргә туған телебеҙгә һөйөү уятырға, милли рухлы булып үҫергә ярҙам итһен ине. Лилиә менән Фәнзил Әҙелбаевтар ҙа тап шуларҙы теләй ҙә инде.


Читайте нас: