+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
30 Апрель 2020, 11:37

"Толпар"ҙа – Сибай егете

Быйылғы миҙгелдә Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған «Толпар» (Өфө) командаһы ҙур уңышҡа иреште. Көнсығыш конференцияһында 102 мәрәй менән беренсе урынды яуланы. Плей-оффта «Стальные лисы» (Магнитогорск) клубын еңеп, ярымфиналда «Белые медведи»(Силәбе) менән осрашырға тейештәр ине. Әлеге лә баяғы коронавирус ҡамасауланы. Алла бирһә, алыштар август айында дауам итәсәк. Ысынлап та, «Толпар» быйыл беҙҙе ныҡ һөйөндөрҙө, күп гол индерҙеләр. Ошо мәргән уйынсылар араһында Тимур ВӘ­ЛЕЕВ тә бар. Әйҙәгеҙ, был йәш хоккейсы менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

– Тимур, әйт әле, нисек һинең яҙмышың хоккей менән бәйләнеп китте? Ни тиһәң дә, Сибайҙа спорттың был төрө үҫешмәгән бит...

– Атайыма рәхмәт әйтәм инде. Ул мине 4 йәшемдә конькиға баҫтырҙы. Сибайҙа боҙ һарайы юҡ ине әле, ябай ғына хоккей майҙансығында ҡышҡыһын уйнай торғайныҡ. Күберәк үҙемдән йәшкә ҙурыраҡтар менән булдым. Хоккей шунда уҡ оҡшаны, боҙҙа рәхәтләндем генә.

Шулай уҡ футбол, баскетбол секцияһына ла йөрөнөм. Тик атайым хоккейҙы хуп күрҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, ул минең тәүге тренерым да инде. Бәләкәй саҡта күнекмә ваҡытында ныҡ ҡына әрләгәне лә булды. Өйгә ҡайтҡас, әсәйем: «Бөгөн атайыңдан эләктеме?» – тип һорай. Мин әллә ни белдермәйем. Ә ул барыбер һиҙә ине.

– Ә нисек «Салауат Юлаев» мәктәбенә эләгеп киттең һуң?

– Был хәл 2016 йылдың йәйендә булды. Хоккей мәктәбенә һынау үтергә саҡырғайнылар. Килдем, үҙемде боҙҙа күрһәттем. Шунан инде йәйге күнекмәгә саҡырыу алдым. Оҡшаттылар, күрәһең, командала ҡалдым.

– Өфөгә күсеп килгәс, өйрәнеп китеүе ҡыйын булманымы?

– Әлбиттә, еңел булманы. Бында иң-иңдәр йыйылған, шулар араһында юғалып ҡалмаҫҡа, бирешмәҫкә тейеш инем. Ярай әле команда ла ныҡ ярҙам итте. Спорт мәктәбендә өс йыл шөғөлләнеү файҙаға булды. Күп нәмәгә өйрәндем. Әле бына «Толпар»ҙа ла һынатмаҫҡа ине.

– Һинең өсөн Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһау уңышлы башланды. «Толпар»ҙа үҙеңде күрһәтә алдың һәм команданың лидерына әйләндең, хатта капитан ярҙамсыһы итеп тә ҡуй­ҙылар...

– Минең өсөн хоккей миҙгеле һәйбәт башланһа ла, тәүҙә барыбер ҡыйынлыҡтар булды. Йәрәхәт алғас, 2 – 3 аҙна дауаланып, күнекмәләргә яңынан тотонорға ла тура килде әле. Аллаға шөкөр, тәүге уйынға ярам төҙәлеп өлгөрмәһә лә, икенсеһенә мин әҙер инем. Уйнап киттем, тәүҙә боҙҙа әҙерәк ваҡыт үткәрһәм, һуңынан – күберәк. Тренерҙар ҙа дәртләндереп кенә торҙо. Уларға рәхмәтлемен. Үҙем дә ышаныстарын аҡларға тырыштым.

Ә нисек капитан ярҙамсыһы булып киттемме? «Омские ястребы» командаһы менән уйнар алдынан беҙҙең биш хоккейсыбыҙ «Торос»ҡа (Нефтекама) ярҙамға китте. Улар араһында Миша Козлов та бар ине. Уның урынына капитан ярҙамсыһы итеп тәғәйенләндем. Үҙемдән олораҡтар бар, ниңә улай «А» билдәһе ҡуйыл­ған майка миңә бирелде икән, тип аптыраным, әлбиттә. Шулай ҙа ундай һорауҙы тренер­ҙарға бирмәнем. Ниндәй яуап­лылыҡ өҫтәлгәнен аңланым, өмөттө аҡларға тырыштым. Уйындар ауыр барған саҡта командалаш егеттәр менән һөйләшеп ала инем. Кемделер йыуатырға, ипләп кенә тыныс­ландырырға кәрәк.

– «Толпар» уҙған миҙгелдә күп ваҡытын һөжүм менән үткәрҙе, көйәрмәндәр өсөн ҡыҙыҡлы хоккей күрһәтте. Гел улай уйнау еңелме ул?

– Беҙҙе шулай өйрәтте, шуны талап итте тренерҙарыбыҙ. Әлбиттә, һөжүм итә генә белеү етмәй, оҫта һаҡланыу ҙа кәрәк хоккейҙа. Ҡушҡанды үтәргә, һынатмаҫҡа тырыштыҡ инде. Көйәрмәндәргә оҡшай икән, беҙ ҙә күберәк һөжүм итеү яҡлы.

– Һин ҡышҡыһын Спорт һарайы эргәһендә бер ҡыҙыҡлы видео төшөрҙөң. Был идея ҡай­ҙан башыңа килде?

– Беҙ Илдан Ғәзимов, Егор Сучков һәм Алексей Пустозёров менән өсәүләп FIFA – 20 уйынын уйнарға булдыҡ. Мин еңелдем. Ни эшләргә, «яза»ны үтәргә кәрәк. Ә еңелеүсе көлкөлө видео төшөрөргә тейеш. Әгәр ҙә NHL – 20 уйнаһаҡ, мин иң көслөһө булыр инем.

– Уйын башланыр алдынан һине кем илһамландыра, дәрт өҫтәй?

– Үҙемде үҙем әҙерләйем. Һәр саҡ тренерҙар талабын үтәргә тырышам. Ҡайһы саҡ һаҡсы Илдан Ғәзимов ярҙамға килә. Бына кемдән өлгө алырға була! Ул – минең яҡын дуҫым.

– Үҙизоляция ваҡытында ниҙәр менән шөғөлләнәһең?

– Өйҙә ултырырға тура килә. Ҡайһы ваҡыт тышҡа сығам, алыҫ китмәй генә великта йөрөп алам. Музыка тыңлайым. Ҡыҙым менән телефон аша һөйләшәбеҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнәм. Әлбиттә, физик күнекмәләрҙе лә онотмайым.

– Ә көйәрмәндәргә өйҙә саҡта ниндәй күнекмәләрҙе кәңәш итер инең?

– Өйрәтеүе рәхәт, ә шөғөлләнеүе... Иҙәнгә ятып ҡулың менән күтәрелеү, сүгәләп ултырыу-тороу, ҡорһаҡ мускулыңды нығытыу, тартылыу-һуҙылыу...

– Ярай, Тимур, әңгәмә өсөн рәхмәт. Үҙеңә уңыштар теләйбеҙ.


М. КӨЙӘРМӘНОВ.


Читайте нас: