+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
15 Ғинуар 2021, 13:01

Ильяс барыһын да һоҡландыра

Йәш быуынға күсә ғаләм тот­ҡаһы. Улар араһында зирәк, һәләтле, бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшкән, туған телен белгән, уның нескәлектәрен теләп өйрәнгән балаларҙың йылдан-йыл артыуы ҡыуандыра.

Шундай тырыш уҡыусыларҙың береһе – Ильяс Назаров. Ул 6-cы мәктәптең V «А» синыфында белем ала.

– Башланғыс синыфтан алып төрлө фәндәр буйынса Гагарин кубогы олимпиадаларында ҡатнашып, тик яҡшы һөҙөмтәләр күр­һәтә. Белгегеҙ килһә, башҡорт теленән ойошторолған бер конкурс та Ильясһыҙ үтмәй. Район буйынса үткәрелгән ярыш-бәйгеләрҙә бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәй тырыш малайыбыҙ. Туған телен өйрәнгән уҡыусым былтыр «Баш­ҡортостанға дан йырлайым» иншалар конкурсында республика буйынса III урын яуланы. Шиғыр һөйләүселәр ара­һында «Бикбаевты уҡыйбыҙ» бәйгеһендә махсус номинацияға лайыҡ булды. Шулай уҡ «Иң һәләтле китап уҡыусы», «Мәжит Ғафури – 2020», «Башҡорт шағир­ҙарының шиғырҙары туған телдә» республика конкурстарында ла ихлас ҡатнашты. Әкиәт, шиғыр һөйләү тиһеңме, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаумы – барыһы ла ҡулынан килә! Өҫтәүенә, фортепьянала уйнау сер­ҙәрен дә ҙур теләк менән өйрәнә, – тип маҡтай үҙен баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Гөлнара Фридрих ҡыҙы Дәүләтбаева.

Әйткәндәй, Ильястың уҡытыу­сыһы ла һәр яҡлап өлгө күрһәтә. Уҡыу­сыһын да гел дәртләндереп кенә тора. «Йәншишмә» гәзитен дә бергәләп алдырып уҡыйҙар. Афариндар!

2021 йыл Ильясҡа тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр килтерер, тип ышанайыҡ. Беләһегеҙме, ни өсөн? Сөнки ул Һыйыр йылында тыуған. Әйҙә яулаған уңыштары артып, ҙур асыштарға, яңы үрҙәргә юл асһын!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Благовещен ҡалаһы.
Читайте нас: