+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
5 Март 2021, 13:44

Бәләкәй генә тимәгеҙ...

Шашка – боронғо уйындарҙың береһе. Ҡарап тороуға бик ябай ғына күренһә лә, логик фекерләүҙе талап иткән етди спорт төрө ул.

Хәтерҙе, уйлау һәләтен үҫтерергә, ныҡышмал булырға ярҙам итә. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа шашка спортына иғтибар күп бүленә, уның менән мауығыусы балалар һәм үҫмерҙәрҙең һаны ла арта.

Баймаҡ ҡалаһында ла шашка уйнап, ҙур уңыштарға ирешкән балалар бихисап. Шундайҙарҙың береһе – 3-сө мәктәптән II синыф уҡыусыһы Самира Хәсәнова. Ул әлеге спорт төрө менән биш йәшенән, балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан уҡ, шөғөлләнә башлаған.

– Шашка уйнаған балаларҙы бергә йыйып, бер синыфҡа ултыртырға булдыҡ. Шуға Самираға 6 йәшенән уҡырға барырға тура килде инде. Улар менән аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнәбеҙ. Ярыштар алдынан көн һайын оҫталыҡтарын арттырабыҙ. Атай-әсәйҙәре лә хуп­лап, ярҙам итергә әҙер тора, – ти ҡыҙҙың тренеры, Йәш техниктар станцияһында «Шашка һәм шахмат уйындары техникаһы» берекмәһен алып барған, 41 йыл педагогик стажы булған Зилә Вилданова.

Бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, Самира күп кенә еңеүҙәр ҙә яулап өлгөргән. Тренеры әйтеүенсә, ҡыҙҙың тыныс холоҡло, юғалып ҡалмаусан, маҡсатына ынтылыусан, хәтере шәп булыуы уңыштар яуларға ярҙам итә. 2019 йылда Ишембай, Өфө ҡалаларында 64, 100 шаҡмаҡлы уйындарҙа халыҡ-ара шашка буйынса республика ярыштарында беренсе урындар яулап, Сочи, Һамар ҡалаларында үтәсәк Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә ҡатнашыу хоҡуғы алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡороғорвирус ҡамасаулаған, бара алмағандар. Әле тағы ҡыуаныслы яңылыҡтары бар. Февраль айында Стәрлетамаҡта шашка буйынса үткән Башҡорт­остан беренселегендә Самира Хәсәнова рапид, блиц һәм классик йөрөшлө уйындарҙа өс алтын миҙал яулаған.

Шашканан тыш, ҡыҙ тренеры Зилә Йәноҙаҡ ҡыҙы ярҙамында шахмат уйнау серҙәренә лә ныҡлап төшөнә. Былтыр ғына өйрәнә башлаһа ла, халыҡ-ара онлайн ярыштарҙа көсөн һынап, призёрҙар рәтенә ингән.

– Шашкасылар теүәл фәндәрҙән бик көслө була. Уларҙың аналитик фекерләүе ныҡ үҫешә, һәр нәмәне тиҙ генә отоп алып, шунда уҡ үҙләштереү һәләттәре лә бар. Самира ла шуға уҡыуҙа һынатмай. Беҙ уға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, – ти тренеры.

Афарин, Самира, һинең тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәрең алда әле!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: