Ғаиләләре менән ата-әсәһенең тыуған яғы – Әлшәй районында йыш булалар. Себенле ауылында Сәлимә өләсәһе йәшәй. Шуға ла каникул, ял көндәре етеү менән уның янына ҡайтырға ашҡынып тора Арыҫлан. Саф һауала туйғансы уйнап кинәнә, велосипедта, самокатта елдерә. Өләсәһенә ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡараша, йәйгеһен көтөү көтөшә, баҡса эштәрендә лә булышырға өлгөрә. Әле бына май байрамдарына ҡайтҡас, күмәкләшеп картуф ултырттылар. Бәләкәймен, тип торманы, Арыҫлан да ярҙам итеште.
– Былтыр картуф һалып ҡына йөрөгәйнем, быйыл ҡаҙып та ҡараным. Арыттырһа ла, бергә эшләүе күңелле, – тип ҡәнәғәт йылмая уңған малай.
Ата-әсәһе Зөлфиә һәм Илмир Сайрановтар балаларын һәр эшкә йәлеп итергә тырыша. Үҙҙәре лә бик егәрле. Күптәргә өлгө булырлыҡ!
– Эшләгәнегеҙ кеше өсөн булһа, өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн, тип өйрәтәбәҙ. Хеҙмәткә һөйөүҙе бәләкәйҙән уятырға кәрәк. Ярҙамлашып, уңған булып үҫһендәр! Эшләгәндән кеше үлмәй ул, – ти улар. VII синыфта уҡыған ҡыҙҙары Илһөйәр ҙә – хәҙер ҙур ярҙамсы.
Тиҙҙән I синыфты тамамлаясаҡ Арыҫлан уҡыуҙа ла һынатмай. Бигерәк тә математика фәнен ярата. Спорт менән дә дуҫ. Шахмат менән мауыға икән. Мәктәптән һуң футбол, ҡатнаш ҡара-ҡаршы көрәш секцияларына йөрөй. Ярыштарҙа ҡатнашып, һары билбау, миҙалдар ҙа алған.
Аҡыллы, итәғәтле, эшһөйәр булып үҫеп килгән бәләкәй ярҙамсыға киләсәктә ҙур уңыштар юлдаш булһын!
Юлиә КИРӘЕВА.