+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
17 Июль 2022, 16:40

Милена бөтәһен дә һоҡландыра

Оҙон һары сәсле, аяҙ күктәй зәңгәр күҙле, һомғол буйлы, һылыу, һәр ваҡыт май ҡояшылай йылмайып ҡына тороусы Милена АБДУЛЛИНА Красноусол башҡорт интернат-гимназияһында Х синыфты тамамланы.

Милена бөтәһен дә һоҡландыра
Милена бөтәһен дә һоҡландыра

Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, өс-дүрт йәшлек сағында уҡ ул табип булып, кешеләрҙе дауаларға ла, бөҙрәханасы һөнәрен үҙләштереп, матур-матур причёскалар эшләргә лә хыяллана ине. Ҙурайғас та юғары маҡсаттарынан ситкә тайпыл­ғаны юҡ уның. Һәр көнөн, сәғәтен алдан планлаштыра. «Дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән ҡыҙ тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән йыл да олимпиадаларҙа ҡатнаша. Волейбол уйнарға ярата.
Сәхнәлә лә үҙен һынап ҡарай. Йыш ҡына концерттарҙа алып барыусы була, тасуири итеп башҡорт һәм урыҫ телдәрендә шиғыр һөйләй. Уның сығыштарын һоҡланып тыңлайһың. 2020 йылда республика кимәлендә Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған бәйгелә яҡташ шағирҙың әҫәрен яттан һөйләп, I урын алды.
Әҙәби китаптар менән дә дуҫ. Уҡығандарын бөгөнгө күҙлектән сығып анализлай белә. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ», Тәскирә Даянованың «Ышан, урман!» повестары буйынса яҙылған мәҡәләләре менән «Йәншишмә» гәзитен уҡыусыларға ла таныш ул.
Ата-әсәһенә – ярҙамсы, терәк тә. Йорт эштәрендә булыша, баҡса үҫтерергә ярата. Каникулын да файҙалы итеп уҙғарырға тырыша. Былтыр йәй кейем магазинында һатыусы-консультант булараҡ та үҙен һынап ҡараны. Быйыл иһә пекарняла эшләй.
– Былтыр балалар өсөн кейем бүлегендә әйбер һатҡас, бәләкәстәрҙең ниндәй үлсәмдәге әйбер кейеүҙәрен, нимә менән ҡыҙыҡһыныуҙарын белдем. Әлеге ваҡытта аш-һыу серҙәрен өйрәнәм. Пицца бешерергә оҫтарып алдым. Бер эште лә еңел, тип әйтеп булмай. Иртәнге һигеҙҙән киске бишкә тиклем аяҡ өҫтөһөң. Заказдар күбәйеп китһә, һуңғараҡ та ҡайтабыҙ. Уҡыусыларҙан бер үҙем генә. Бергә эшләгән апайҙар: «Һине бында кем килтер­ҙе? Атай-әсәйең кемдәр?» – тип һорай. «Атайым Яҡутстанда вахта ысулы менән эшләй, әсәйем гимназияла уҡыта. Үҙ теләгем менән килдем, берәү ҙә көсләп килтермәне. Эшләгәнем дә, өйрәнгәнем дә үҙем өсөн», – тип яуап бирәм. Мөмкинлек булһа, каникулда төрлө урындарҙа эшләп, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, тип кәңәш итер инем тиңдәштәремә лә. Беренсенән, ваҡытығыҙ буш­ҡа үтмәйәсәк. Икенсенән, аҡса тотонор­ға ла өйрәнәсәкһегеҙ. Үҙең тапҡан күпкә ҡә­ҙерлерәк ул. Өсөнсөнән, һөнәр һайлағанда файҙаһы тейәсәк, – ти Милена.
Өлгөр ҡыҙ әле машина йөрөтөргә лә өйрәнә. Кистәрен юл ҡағиҙәләре тураһында уҡый. Имтиханын уңышлы биреп, водитель танытмаһы алырға хыяллана.
Бына шундай һоҡланғыс ҡыҙ бар Ғафуриҙа.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА,
Ғафури районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: