-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
30 Октябрь 2022, 13:55

Химия дәрестәрен көтөп ала

Наҙгөл Түләкова – Күгәрсен районы Түләбай ауылы ҡыҙы. Әле Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһында XI синыфта уҡый. Уҙған уҡыу йылында Наҙгөл Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадала республика буйынса еңеүсе булғайны. Тәүге этап гимназияла үткән, ә икенсеһе – Өфө дәүләт техник университетының Күмертауҙағы филиалында. Ҡыҙ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Етәксеһе менән икеһен Өфөгә бүләкләү тантанаһына саҡырғандар. Диплом һәм миҙал тапшырғандар үҙенә.

Химия дәрестәрен көтөп ала
Химия дәрестәрен көтөп ала

– Мин был гимназияға һигеҙенселә уҡығанда ноябрҙә килдем, – ти Наҙгөл, – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең Ҡалдар мәктәбендә химия, физика, биология уҡытыусылары юҡ ине, шуға ла Күмертауға күстем. Башҡорт теле, урыҫ теле, математика олимпиадаларында башланғыс синыфтарҙан уҡ ҡатнаша торғайным. Хәҙер иһә күберәк химия, физика, баш­ҡорт теленән бәйгеләрҙә көсөмдө һынайым.
Наҙгөл химия, физика, биология, информатика тәрәнәйтеп өйрәнелгән синыфта белем ала. Ул шулай уҡ физкультура, башҡорт теле, урыҫ теле дәрестәрен дә көтөп ала.
– Шулай ҙа иң оҡшағаны – химия. Минең өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс дәрес. Көнкүреш һәм көндәлек тормош менән бәйле бит был фән. Химия дәресендә алған белем тормошта мотлаҡ кәрәгәсәк, – тип иҫәпләй ул.
Тырыш ҡыҙ беренсенән «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. IX синыфты ҡыҙыл аттес­тат менән тамамлаған. Портфолиоһында – олимпиадаларҙа ҡатнашып алған дипломдары, грамоталары йыйылып бара. Химия уҡытыусыһы Рәсилә Әлимғол ҡыҙы Мөхәмәтшинаға бигерәк тә рәхмәтле ул.
– Бик көслө, үҙ фәнен яҡшы белгән, изге күңелле, уҡыусыларын аңлап торған педагог бит үҙе, кәрәк саҡта матур кәңәштәре менән дә ярҙам итеп ебәрә. Рәсилә Әлимғол ҡыҙы дәрестәрен бик ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Уның күп уҡыусылары химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын һәйбәт тапшырып, абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә, – тип етәксеһен маҡтап та алды Наҙгөл.
Уҡыу алдынғыһы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. «Еңеү ирекмәндәре» төркөмө ағзаһы. Илдар Тайыпов етәкселегендә төрлө йәмәғәт сараларында ҡатнашалар. Ветерандарға һәм һуғыш осоро балаларына ярҙам итәләр. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса ла байтаҡ эштәр башҡаралар. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында ағас ултыртыуҙа әүҙемлек күрһәткәндәр. Яңыраҡ Мораҙым тарлауығына сәйәхәткә барғандар, тирә яғын сүп-сарҙан таҙартҡандар. Ирекмәндәр шулай уҡ иҫке ҡағыҙ йыйып та тапшыра икән.
Гимназияла быйыл бейеү, театр, фольклор, шашка түңәрәктәре эшләй башланы. Бығаса көрәш, баскетбол, волейбол секциялары, йыр, «Оҫта ҡулдар» түңәрәктәре асылған булған. Бында балаларға һәләттәрен арттырыу өсөн мөмкинлектәр етерлек. Һәр байрам, иҫтәлекле датаға арнап төрлө кисәләр йыш ойошторола. Был саралар­ҙа Наҙгөл Түләкова – алыштыр­ғыһыҙ алып барыусы, тиһәң дә була. Шулай уҡ мәктәп радиоһы аша ла сығыш яһай ул. Тиҫтер­ҙәрен яңылыҡтар, белдереүҙәр менән таныштыра, ҡотлауҙар уҡый.
– Быйыл Уҡытыусылар көнөн матур уҙғарҙыҡ. Бик етди әҙерләндек. Уҡытыусыларҙан өс XII синыф булдырҙыҡ та улар өсөн айырым дәрестәр теҙмәһе төҙөп, асыҡ дәрестәр үткәрҙек. Мин химиянан уҡыттым.
Республика көнөнә арналған сарала ла әүҙем ҡатнаштыҡ. «Көҙгө бал»да иһә әкиәт сәхнәләштерҙек, картуфҡа ҡыҙыҡ итеп реклама эшләнек. Шулай ҙа иң ҡыҙығы дефиле булғандыр. Беҙ япраҡтар менән би­ҙәлгән күлдәктәребеҙҙә сығыш яһап, беренсе урын алдыҡ, – ти ул.
Әлбиттә, ҡыҙ кешегә оҫта ҡуллы булыу ҙа кәрәк. Наҙгөл Ҡалдар мәктәбендә уҡығанда түңәрәккә йөрөп, ойоҡбаштар, шарфтар бәйләргә өйрәнгән. Башҡорт милли кейеменең бер элементы – селтәр ҙә яһағандар. Ул әле лә буш ваҡытында мәрйен-мунсаҡтан төрлө би­ҙәүестәр эшләргә ярата. Сигеү, тегеү ҙә яратҡан шөғөлө икән. Китап уҡырға әүәҫ. Ә тәмлекәстәр бешерергә әсәһенән өйрәнгән. Әйткәндәй, Наҙгөл – ғаиләләрендә икенсе бала. Уның тағы ике һеңлеһе ошо уҡ гимназияла V, VIII синыфтарҙа уҡый. Ә иң бәләкәстәре ауылда беренселә генә әле.
– Барыһына ла уҡыуҙарында уңыштар теләр инем. Һәр кемдең маҡсаты булһын һәм шуға ынтылһын ине. Ә уңышҡа ирешеүе ауыр булһа ла, аҙаҡ был турала йылмайып ҡына иҫкә аласаҡһың. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан юлды, һөнәрҙе һайлаһын, – тип тиҫтерҙәренә теләктәрен дә еткерҙе Күмер­тау­ҙағы 3-сө республика баш­ҡорт интернат-гимназияһының шәп уҡыусыларының береһе Наҙгөл Түләкова.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Химия дәрестәрен көтөп ала
Химия дәрестәрен көтөп ала
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: