Быйыл ул биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Уҡытыусыһы – Айгөл Рәфил ҡыҙы Мөхәррәмова.
– Химия, биология, информатика фәндәрен яратам. Быйыл минән башҡа ла беҙҙең сығарылыш синыфынан олимпиадала һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшеүселәр бар. Софья Зәйнуллина менән Артем Исхаҡов тарих фәненән призёр булды, – ти егет. Ул үҙе олимпиадаларҙа йыл да әүҙем ҡатнаша, район этабында алдынғылар рәтендә.
Спорт менән дә дуҫ икән Искәндәр. Баскетбол, футбол ярыштарынан ҡалмай, тыуған мәктәбе данын күтәрә. Ғинуарҙа синыфташ дуҫтары Артур Шакиров, Динар Хәмитов, Алмаз Нәзиров менән бергә “Өлкән синыфтар академияһы» проекты буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетында дүрт көнлөк уҡыуҙа булғандар. Студент тормошонда ҡайнап йәшәп, бизнес-проектлау, финанс грамоталылығы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге буйынса билдәле ғалимдар, эшҡыуарҙар белгестәрҙән дәрестәр алғандар.
– Искәндәрҙең бар теләге – изгелек эшләү, ваҡытын файҙалы ҡулланыу һәм беҙгә, ҡартатаһына хөрмәтен, рәхмәтен еңеүҙәре аша еткереү, – ти әсәһе. – Ғаиләлә баш бала бит, ағай булараҡ ике ҡустыһына өлгө, талапсан, кәрәк саҡта ярҙамсы була белә.
Ирекмәнлек эшендә лә ҡатнаша. Һуңғы ике йылда дуҫтары менән “Изгелек парикмахеры” ирекмәнлек үҙәгенә ярҙам итәләр. Был ойошма ҡаты сирле, мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә, өлкәндәргә, ҡарттар йорттарына ярҙам итә.
Искәндәрҙең хыялы – республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә үҙ өлөшөн индереү. Уға Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, теләгән юғары уҡыу йортона инеүен, яратҡан һөнәрен үҙләштереп, халыҡҡа хеҙмәт итеүен теләйбеҙ.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.