– Бәләкәй саҡтан йыһан темаһы менән ҡыҙыҡһынам. Мәктәпкә барырҙан алда уҡ төрлө йондоҙ, планеталар тураһында видеолар ҡарай башланым, энциклопедиялар уҡыным. Шуға ла V һәм VI синыфтарҙа Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында астрономия буйынса бер ауырлыҡһыҙ ғына еңеү яуланым. Шулай итеп, бәйгеләрҙә ҡатнашыу, уларға әҙерләнеү оҡшап китте, – ти Арыҫлан.
Үҫмер былтыр ғына атай-әсәйе, ҡустыһы менән Өфөгә күсеп килгән, 161-се лицейҙың VIII синыфында уҡыуын дауам итә. Быға тиклем Октябрьский ҡалаһының 9-сы мәктәбендә белем алған.
Яңы ергә тиҙ өйрәнеп китә Арыҫлан, күп дуҫтар таба, яратҡан шөғөлө – олимпиадаларҙы ла онотмай. Мәҫәлән, астрономия буйынса Василий Струве исемендәге олимпиадала белемен һынап ҡараған. Унда республика этабында еңеп, Рәсәй кимәлендәге бәйгегә барырға йыйына.
Белгегеҙ килһә, башҡорт егетен «Роскосмос»та ла таныйҙар! Былтыр Арыҫлан дәүләт корпорацияһы үткәргән конкурста еңгән һәм «Орлёнок» лагерына юллама менән бүләкләнгән.
Аҡыл менән көс һынашырға яратҡан үҫмер шахматта ла алдынғылыҡты бирмәй – I разрядҡа эйә ул.
Йондоҙҙарға ғашиҡ кешенең күңеле йырламай тора аламы инде! Арыҫлан, ҡулына гитара алып, яратҡан йырҙарын башҡарырға, Өфөләге яңы дуҫтары менән клиптар төшөрөргә лә ваҡыт таба.Ижади ҡаҙаныштары өсөн быйыл «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә саҡырылған. Ошо көндәрҙә Ҡара диңгеҙ буйында ял итеп, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтеп ҡайтҡан.
«Мөмкин булһа, ҡайһы планетаны барып күрер инең?» – тигән һорауға йәш астроном ошолай яуапланы:
– Үҙебеҙҙең планетанан бер ҡайҙа ла киткем килмәй. Киреһенсә, сит планета ҡунаҡтарын Ерҙә күрергә, уларҙан йыһанға бәйле күп һорауҙарыма яуап алырға ине, тип хыялланам.