-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
19 Сентябрь , 16:08

“Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый”

Беҙҙең милләт – Евразия киңлектәрендә бик боронғо халыҡтарҙың береһе.

“Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый”
“Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый”

Һәр халыҡ үҙ традициялары, үҙ менталитеты менән көслө. Әлеге глобаль шарттарҙа башҡорт милләте нисек яраҡлаша, үҙгәрә икәнлеген белеү теләге менән Өфө фән һәм техник университеты докторанты, философия фәндәре кандидаты Зилә РӘХМӘТУЛЛИНА менән әңгәмәләштек.

– Һеҙҙең ғилми эшегеҙ башҡорт халыҡ менталитетын өйрәнеүгә бағышланған, был турала ҡыҙыҡһыныу ҡасан башланды?
– Бала саҡтан төрлө халыҡтарҙың милли тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына инем. Совет заманында халыҡтар дуҫлығына арналған концерттарҙы телевизорҙан ҡарап, төрлө милләт бейеүҙәре бер-береһенән ныҡ айырылғанына иғтибар иткәйнем. Бына шул саҡтан уҡ үҙебеҙҙең милли холоҡто өйрәнеүҙе маҡсат итеп алғанмындыр. 
Ғилми эшкә тотонғас, профессор, философия фәндәре докторы Баязит Сабирйән улы Ғәлимов етәксем булды. Кембридж университетының иҫәбе буйынса, ул XX быуаттың иң аҡыллы 2 мең кешеһе исемлегенә ингән. Мин Баязит ағайға мең рәхмәтлемен, унан күп нәмәгә өйрәндем. 
2015 йылда Философия конгресы беренсе тапҡыр милли республикала, Башҡортостанда, уҙҙы. Шунда Эрбена Никитина тигән йәш сыуаш ғалимәһе менән танышып киттем. Ул, беҙ Урал-Волга төбәгендә беренселәрҙән булып башҡорт менталитетын өйрәнә башлағанбыҙ, тип аптыратты. Артабан мордва, мари, сыуаш, татарҙар ҙа был темаға тотонған. 
– Башҡорттарҙың менталитеты баш­ҡаларҙан нимәһе менән айырыла һуң? Беҙҙең халыҡтың милли идеяһы ниндәйерәк?
– Беҙҙең милләт – Евразия киңлектәрендә бик боронғо халыҡтарҙың береһе. Был турала Лев Толстой ҙа: «Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый», – тип яҙып ҡалдырған. Әлегәсә милләт булып һаҡланыуыбыҙ беҙҙең аҫаба халыҡ булыуыбыҙға, һуғышсан холҡобоҙға бәйле.
«Урал батыр» эпосын ғына алайыҡ, унда ла яҡшылыҡ өсөн көрәш бара. Глобалләшеү заманында Уралыбыҙҙы, телебеҙҙе, бай ижадыбыҙҙы, генетик байлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу мөһим. Беҙҙең халыҡ зарланырға яратмай, ауыҙын асып, алма төшкәнен көтөп ятмай – үҙе тәүәккәлләй. Юҡтан бар яһай милләтебеҙ, хәленән килгәнен үҙе табып йәшәй.
– Һеҙ башҡорттоң намыҫ кодексын төҙөгәйнегеҙ, был турала фекерегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?
– Кодексҡа арнап үткәрелгән саралар араһынан иң оҡшағаны олатайым – зауряд-есаул, дворян Зәйнәкәй Бикбауов нигеҙ һалған Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнәкәй) ауылы китапханаһында Учалы ағинәйҙәре үткәргән «Өләсәйем һандығы» байрамы булды. «Ысын башҡорт олатайының һәм өләсәйенең һандығында кәмендә ете батыр, ете хайуан тураһында, ете тылсымлы әкиәт, ете доға, ете шиғыр, ете йыр, ун ете таҡмаҡ ята, уларҙы ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәтә» тигән юлдар бар кодекста. Ҡыҙҙар һәм малайҙар әзәй­ҙәре (өләсәй) менән ошо ҡағиҙәгә таянып оло байрам ойоштор­ҙо.
– Милли кейем көнө лә һеҙҙең идея икән?
– Был байрамды беренсе тапҡыр Учалыла ойошторҙоҡ. Халыҡтар ассамблеяһы менән бергә фәнни-ғәмәли конференция, шунан милли кейемдәр парады үткәрҙек. Артабан, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, был башланғыс республикала хуплау табып, байрам йылына хатта ике тапҡыр уҙғарыла.
– Йәш быуынға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Егеттәр үҙҙәрен иркен тотһон, тартынмаһын, баҫылмаһын. Минеңсә, малайҙар үҙ-ара тартҡылашып, дөмбәҫләшеп, һуғышып та үҫергә тейеш. Ошо һуғышсан холоҡто спорт түңәрәктәрендә файҙаланһындар ине. Үҙ-үҙеңә ышаныс үҫтереү өсөн был бигерәк тә мөһим. Мәҫәлән, волейбол менән баскетболға ҡарағанда, беҙҙең халыҡтың буй-һынына күберәк футбол тап килә. Сығымдар ҙа артыҡ талап ителмәй, үҙҙәре йәй буйы туп тибә ала, өҫтәүенә, был спорт төрө донъяла популяр. Башҡорттар араһында ла сос Пелелар, Мессиҙар үҫергә тейеш. 
Хәҙерге заманда беҙ дошманды һуғышып түгел, белем менән еңергә тейешбеҙ, йәш быуын тәрән йөкмәткеле китаптар уҡыһын. Үҙебеҙҙең юғары кимәлле әҙәбиәтебеҙ, фәнебеҙ, сәнғәтебеҙ, сәнәғәтебеҙ артабан да үҫешһен. «Урал батыр» эпосы уҡыусыларыбыҙҙың өҫтәл китабы булыуын теләйем. Беҙҙең, халыҡ булараҡ, был ерҙәргә таш булып һеңгәнлекте һәр кемебеҙ аңлаһын.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы!

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас: