+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
18 Ноябрь , 16:48

Хыялдары тормошҡа ашты

Хәҙер сит илдә белем алыусылар бихисап. "Йәншишмә" гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе Ралина Мостафина ла әле Төркиәлә уҡып йөрөй.

Хыялдары тормошҡа ашты
Хыялдары тормошҡа ашты

Әбйәлил районының данлыҡлы Таһир Күсимов исемен йөрөткән Асҡар гимназияһының IX синыфын тамамлағас, ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем ала. Ралина бәләкәйҙән атта һыбай йөрөргә әүәҫ, спорт менән дуҫ була. Шулай уҡ «Мираҫ» (етәксеһе – Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы Шәйәхмәтова) театр түңәрәгендә шөғөлләнә, сәнғәт мәктәбендә думбыра синыфын тамамлай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район һәм республика олимпиадаһы еңеүсеһе үҙе. Бар яҡтан сос Ралина һыбай елеп йәйәнән уҡ атырға, өйҙә төрлө тәмлекәстәр бешерергә, гөлдәр үҫтерергә ярата.
– Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына булған һөйөүем бала саҡтан килә. Әсәйемдең һөйләгән әкиәттәре әле лә хәтеремдә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен һағынып, көтөп ала инем. Улар тормош һабаҡтары кеүек булды. Яратҡан әҫәрҙәремдәге геройҙар­ҙан мин һәр ваҡыт үрнәк алам, йәшәргә өйрәнәм, – ти ул.
Быйылдан иһә Ралина Мостафина сит ерҙә Мугла тигән ҡалала белем ала.
– Әле әҙерлек төркөмөндәмен, бер йыл төрөк телен өйрәнәсәкбеҙ, ике бүлектә – егермешәр студент. Төрлө илдәрҙән йыйылғанбыҙ. Хатта алыҫ Кубанан да бер ҡыҙ бар. Яҡшы ашаталар, үҙебеҙ әҙерләмәйбеҙ. Уҡытыу­сылар ныҡ һәйбәт, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле итеп үткәрәләр, йыр тыңлайбыҙ, видеолар ҡарайбыҙ, бейейбеҙ. Беҙҙең бар аралашыу төрөк телендә бара. Буш ваҡытта төрлө түңәрәктәр бар: сит телдәр өйрәнеү, йөҙөү, шахмат, музыка ҡоралдарында уйнау. Аҡса түләмәйбеҙ, бушлай йөрөйбөҙ. Мин инглиз түңәрәген һайланым.
Мугла – бәләкәй генә ҡала. Эргәһендә Төркиәнең данлыҡлы курорттары урынлаш­ҡан: Фетхиә, Мармарис, Бодрум, Аҡъ­яҡа, Дальян.

– Ралина, сит илдә уҡыу теләге һиндә ҡасан тыуҙы? – тип ҡыҙыҡһынам унан.
– Һигеҙенсе синыфта уҡығанда был уҡыу йорто тураһында атайым һөйләгән ине. Минең сит илдә белем алыу хыялым көслө булды. Бында уҡырға «Туркие Бурслары»тигән стипендиаль программа буйынса индем. Маҡсатым – яңы телде, илде өйрәнеү. Икенсе илдәрҙән дә күп кеше килә, улар менән аралашыу ҙа фай­ҙаға ғына. Бында белем алып, кире Баш­ҡортостанға ҡайтырмын, тип уйлайым. Туризм йүнәлешендә уҡыйым, Алла бир­һә, Башҡортостандың туризмын үҫтерермен.
– Уҡырға инеү өсөн имтихандар булдымы һуң?
– Бер ниндәй ҙә имтихан юҡ. Ғариза яҙаһың да тейешле документтарыңды тапшыраһың. Бының өсөн сайттарына инеп теркәлергә һәм анкета тултырырға кәрәк була.
Ә икенсе тур­ға Ҡазан ҡалаһына саҡырҙылар, унда математиканан һынау булды һәм үҙең тураһында һөйләргә кәрәк ине. Эргәмдә тәржемәсе ултырҙы.
– Әле стипендия түләнәме?
– Эйе, түләйҙәр: бакалаврҙарға – 3500, магистрҙарға – 5000, докторҙар­ға – 7000 лир. Уҡыу ныҡ оҡшай.
Хушлашҡанда:
– Һомайҙай матур, Уралдай батыр, киләсәктә бөйөк илем, яратҡан республикам өсөн кәрәкле шәхес булыу – минең оло маҡсатым, – тине һылыу ҡыҙ.
Уйҙарың артабан да тормошҡа ашһын!

Хыялдары тормошҡа ашты
Хыялдары тормошҡа ашты
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас: