Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлау йолаһы ҡайҙан һәм был иҫ киткес яҙғы байрамдың барлыҡҡа килеүенә нимә йәки кем сәбәпсе булған һуң?
Был хәл 1901 йылдың 8 мартында була. Америка хужабикәләре кәстрүл һәм тастар күтәреп урамға сыға. Бындай үҙенсәлекле ысул менән улар йәмғиәт һәм хакимиәт иғтибарын йәлеп итергә теләй. Сарала ҡатнашыусылар ир менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы хоҡуҡтарҙың тигеҙләнеүен, үҙҙәренә ҡарата хөрмәт, эш һәм хатта әрмелә хеҙмәт итеү мөмкинлеген дә талап итә. Ете йылдан һуң был талаптар дәүләт кимәлендә ҡабатлана. Шунан һуң АҠШ-та Ҡатын-ҡыҙҙар көнө иғлан ителә лә инде.
Был көн Алман коммунисткаһы Клара Цеткин исеме менән дә бәйле. Ул 1910 йылда конференцияла бөтә донъяла эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар берҙәмлеге көнөн булдырыу тәҡдимен сығара. Шулай итеп, 1914 йылда гүзәл заттар тәүге тапҡыр 8 мартты донъя кимәлендә байрам итә. Беҙҙең илдә был көн 1919 йылдан рәсми байрам булараҡ билдәләнә. Тәүҙә ул Халыҡ-ара эшсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө тип атала. Ә егерменсе йылдар аҙағында "Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө"нә үҙгәртелә. 1966 йылда 8 март дәүләт кимәлендә рәсми ял көнө тип танылды. Ул ваҡытта инде гүзәл заттар үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшеп йөрөмәгән һәм байрам яҡты, изге, матур төҫ алған. Төрлө тәмлекәстәр, сәскәләр, бүләктәр биреү ғәҙәте лә инә башлаған. Ә Рәсәйҙә Ҡатын-ҡыҙҙар көнө рәсми рәүештә 2002 йылда дәүләт байрамдары исемлегенә индерелә.
Көндөң яҡтылығы – ҡояшта, күктең матурлығы – йондоҙҙарҙа, Ер йөҙөнөң гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙа. Гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән яҙҙың беренсе байрамы менән тәбрик итәбеҙ.
Фото интернет селтәренән.