Ысынлап та, киләсәгебеҙ өмөтлө, яҡты булһын өсөн үткәндәрҙе белергә кәрәк.
Беҙҙең Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбендә лә тарихҡа иғтибар ҙур бүленә. Белем усағыбыҙҙа музейыбыҙ материалдарға бик бай. Ундағы экспонаттар илебеҙ, ауылыбыҙ, уның ғорурланырлыҡ шәхестәре тураһында һөйләй. Бер бүлегендә мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусыларыбыҙ хаҡында ла мәғлүмәт урын алған. Улар – беҙҙең өсөн ғүмерлек маяҡ.
Яңыраҡ беҙҙә тағы ла бер мөһим тарихи сара булып үтте. Илле йыллыҡ педагогик хеҙмәт тәжрибәһе булған, 20 йыл директор вазифаһын башҡарған талантлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы-етәксе Розалиә Ибраһим ҡыҙы Йосопованың исемен мәңгеләштереү маҡсатында мемориаль плитә һәм мәктәп скверы асылды. Күркәм тантананы директорыбыҙ Римма Индус ҡыҙы Әхмәтова башлап ебәреп, билдәле яҡташыбыҙ хаҡында күңел түренән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Бергә эшләгән хеҙмәт ветерандары, маҡтаулы педагогтар Р. Н. Ғатауллина, З. Г. Ғәфүрова, М. Г. Фәзуллина, Р. У. Әхмәтова уның бөйөк шәхес, яҡшы кеше, талантлы уҡытыусы, ярҙамсыл, ышаныслы дуҫ булыуы тураһындағы матур иҫтәлектәре менән бүлеште.
Розалиә Ибраһим ҡыҙының ҡыҙҙары Айһылыу менән Флүрә лә саҡырылғайны.
– Был сараға тулҡынланып килдек. Әсәйебеҙҙең хеҙмәтен ҙурлаған, үҙен хөрмәтләгән өсөн һеҙгә ысын йөрәктән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ бөтә ғүмерен, тормошон мәктәпкә бағышланы, – тине Айһылыу Хәлиулла ҡыҙы.
Бына тулҡынландырғыс минуттар ҙа етте. Мемориаль стела өҫтөндәге аҡ япма алынды: асылған китаптың бер битендә – Розалиә Ибраһим ҡыҙының фотоһүрәте, икенсеһендә уҡытыусыға дан һүҙҙәре ине. Шундай матур, оҫта эшләнгән ул. Китаптың биттәре тағы ла асылып китер ҙә яңы яҙмыштар, яңы тарихтар уҡырбыҙ һымаҡ.
– Ҡалай күркәм сара ойошторҙоғоҙ. Һәр мәктәп алдында сквер, майҙан булыуын йолаға әйләндерер өсөн ҙур өлгө. Йәш быуынға белем, тәрбиә биреү өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт итеп, районыбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған педагогтарыбыҙ ҙа аҙ түгел, – тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов.
Римма Индус ҡыҙы бар коллектив исеменән ошо мемориаль плитәне һәм скверҙы төҙөүҙә бик ҙур матди ярҙам күрһәткән Рәмил Хәлит улы Йәмилевкә, Розалиә апайҙың өлкән ҡыҙы Айһылыу Хәлиулла ҡыҙына айырыуса ҙур рәхмәт әйтте. Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов, райондың мәғариф бүлеге мөдире Рәфис Илдар улы Ғибәтов, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы Марат Ринат улы Яхиндың да был башланғысты хуплауын билдәләп китте.
Ошо идеяны тормошҡа ашырыуға күп көсөн һалған директорыбыҙ Римма Индус ҡыҙына, скверҙың һәр ташын үҙ ҡулы менән теҙгән оҫта ҡуллы Фәрхәт Фоат улы Әхмәтовҡа, үҙ техникалары, ҡул көстәре менән булышҡан Азат һәм Инфир Хәйретдиновтарға, уҡытыусылар коллективына, уҡыусыларға ла бик рәхмәтлебеҙ.
Беҙҙең шатлығыбыҙҙы яҡташыбыҙ, йырсы Азалиә, композитор Урал Рәшитов, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтар ҙа ихлас уртаҡлашып, моңло, дәртле йырҙары менән ҡыуандырҙы.
Гүзәлиә ХИСАМЕТДИНОВА,
уҡытыусы.
Бишбүләк районы.