Ярһыу Рәүҙәк тулҡындарының ҡая-таштарға бәрелә-бәрелә йүгергәндәрен күҙәткән меңйәшәр Ыласынташы тауы яланғас түбәһендәге сал ҡылғандарҙы ел ҡыштырлатҡанға һиҫкәнеп китте. Тирә-яҡтағы үҙен уратып баҫҡан тауҙар араһында иң олоһо ла, иң бейеге лә – ул. Инде меңәр йылдар буйы тәбиғәттең, ерҙең ышаныслы һаҡсыһы булып торған мәғрур һынын уратып үҫкән олпат имәндәр, мәңге йәшел ҡарағайҙар, баллы йүкәләр, зифа ҡайындар уны һалҡын елдәрҙән, сасҡау һыуыҡтан, эҫе селләләрҙән ҡурсалай.
Киртләс ҡаяларында оя ҡороп, үҙенә исем биргән ыласындар, тоғро дуҫтары, уның тыныслығын күҙәтә. Әллә нисә мең йылдар ғүмер кисергән аҡһаҡал тау йыш ҡына ҡараштарын тиҫтәләрсә саҡрымдарға төбәп, уратып алған һырттарҙа, ялан-аҡландарҙа күптән булып үткән ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөр булып китте:
«Ана, бер тиҫтә саҡрым самаһы алыҫлыҡта, Күксә һәм Ярыҡбаш яландары араһында, Меңкилгән яланы йәйрәп ята. XVIII быуат башында башҡорт ырыуҙарына Аҡ батша ғәскәрҙәре тарафынан һәләкәт янаған саҡта тап шул яланда ҡыйыу башҡорт ир-егеттәренән мең кешелек ғәскәр торғайны. Юрматы ырыуы ерендә, Ыласынташының оло ағалары Торатау һәм Йөрәктау янында, ете башҡорт ырыуы башлыҡтары ҙур йыйын үткәреп, үҙ-ара берләшеү һәм ерҙе ситке дошмандарҙан һаҡлау тураһында һөйләшеп килешергә тейеш ине. Тап шул мәлдә Аҡ батша һанаттарының ҙур ғәскәре килеүе һәм йыйынды тар-мар итергә әҙерләнеүе хаҡында билдәле булды.
Данлыҡлы тархан Алдар батырҙың алдан күрә белеүсәнлеге, яу оҫталығы ҙур ярҙам булды: ул йыйын булаһы урынды әйләндереп, тиҫтәләрсә саҡрым аралыҡта ғәскәрҙәр ҡуйҙырҙы. Рәүҙәк йылғаһы буйлап ике урында – әлеге Меңкилгән исемле яланда (ул саҡта был исем юҡ ине әле) һәм Ыласынташы тауының итәгендә (әле ул Ҡарабит яланы тип йөрөтөлә) ғәскәр тора. Уларға Алдарҙың ҡустыһы, оҫта яугир булған Ҡарабит етәкселек итте. Яуға өйрәтелгән аттарҙың түҙемһеҙ бышҡырыныу-кешнәүҙәре, бойороҡ көтөп ятҡан батырҙарҙың ҡурай моңдары, оҙон көйлө йырҙары әле лә ишетелә кеүек ҡарт тауға. Томанлы бер иртәлә ат тояғы тауыштары ҡуҙғалып киткән ғәскәрҙең артынан эйәреп, әллә ҡайҙарға таралып юғалды. Торатау йүнәлешенә табан ҡуҙғалып, яуға киттеләр, сөнки ундағы ғәскәрҙәргә ярҙам кәрәккән. Тап ошо Алдар һәм Ҡарабит батырҙарҙың ғәскәрҙәре Торатау янындағы һуғыштың башҡорттар өсөн еңеүле тамамланыуын тәьмин иткән дә инде. Ул саҡта ҡарт Ыласынташы батырҙары өсөн бик ғорурланғайны. Ете ырыу башлыҡтары үҙ-ара берләшеп көрәшеү тураһында килешеп өлгөрҙө. Был алыштың еңеү менән тамамланыуы – башҡорт халҡына ер, азатлыҡ биреү тураһында вәғәҙә итеп, һүҙҙәрен тотмаған, башҡорт халҡын аяуһыҙ талаған дошмандарға ҡаты һабаҡ булды.
Табын, Ҡыпсаҡ ерҙәре аша меңләгән кешелек ғәскәрҙәр үткән тура урман юлдары бик күп йылдар кешеләргә хеҙмәт итһә лә, хәҙер ағастар, ҡыуаҡлыҡтар менән күмелеп юҡҡа сыҡты. Урманға эшкә йөрөүсе эшселәр уны файҙаланыуҙан туҡтауға 20 йылдар самаһылыр. Трактор, машина тауыштары Ыласынташын күптән борсомай. Алыҫ шул ваҡиғаларҙың иҫтәлеге булып, ике ҙур ялан «Меңкилгән» һәм «Ҡарабит» атамаларына эйә булып ҡалды.
Ҡарт тау тағы бер тарихты иҫенә төшөрҙө: XVIII быуат аҙаҡтары ине, ҡаршылағы аҡлан ситенә бер башҡорт ире килеп йәшәй башланы. Тәүҙә ҡыуыш ҡорҙо, һуңынан бура бурап, ныҡлы бер торлаҡ эшләне. Бик көслө, ҙур кәүҙәле был кеше Иҫәкәй ауылынан Ишмырҙа була. Аҡ батшаға ҡаршы һүҙ һөйләп, кешеләрҙе яуға күтәрелергә өндәп йөрөгән өсөн хөкөмдән ҡасып, урманда йәшәгән кешене йәлләһә лә, бер нисек тә ярҙам итә алмай ине шул тау. Бер саҡ урыҫ һанаттары килеп, Ишмырҙаны тотоп, аяҡтарына бығау һалды. Ҡыш етеп килгәнгәмелер, батыр үҙе лә ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Урал урманында яңғыҙың ҡыш сығыуҙары, ай-һай, бик ауыр! Арбаға ултыртҡас, ике һанат бәхәсләшеп китте. Береһе: «Мин тоттом!» – ти. Икенсеһе: «Юҡ, мин!» – ти. Ишмырҙа асыуы килеп: «Мин үҙем тотолмаһам, тотор инегеҙ, тотмай ни!» – тип бығауҙарын шартлатып өҙҙө лә арбанан һикереп төшөп, тауға менеп китте. Теге икәү: «Буш ҡайтһаҡ, беҙҙе ни эшләтәләр, әйҙә инде, кире кил!» – тип ялына. Ишмырҙа кире килеп, арбаға ултыра. Уны алып ҡайтып, төрмәгә ябалар. Тик ҡыш үткәнсе генә ултырған ул, тағы ҡасып, кире килде. Шундай көслө, батыр башҡорт ире ине Ишмырҙа! Был турала риүәйәт әле лә йәшәй халыҡта. Ул йәшәгән урын Ишмырҙа утары тип йөрөтөлә.
Хәҙергә ваҡытта Һарғай һәм Иҫәкәй ауылдары ултырған Рәүҙәк йылғаһының буйынан-буйы шундай тарих һаҡлаған урындар бихисап. Иҫәкәй ауылы ла Алдар батырҙың атаһы хөрмәтенә ҡушылған атама менән йәшәй. Ыласынташы үҙенең хәтер һандығында әллә күпме тарих һаҡлай, тик һөйләп бирергә теле юҡ шул. Ул ваҡиғалар халыҡ хәтерендә быуындан-быуынға күсеп килеп, тыуған илен, ерен яратҡан балаларына аманат булһын ине».
Меңйәшәр Ыласынташының аманатын беҙ, йәш быуын, үтәргә тырышабыҙ, ер-һыу атамаларының килеп сығыу тарихын өйрәнеү тыуған яғыбыҙ, халҡыбыҙ тарихын да белергә ярҙам итә. Халҡының үткәнен онотмаған милләт – көслө милләт һәм уның киләсәге лә өмөтлө. Яҙмамды Ыласынташы тураһында шиғырым менән тамамлағым килә:
Алыҫ быуаттарҙың төпкөлөнән
Хәтирәләр һаҡлай таштары.
Ерен яҡлап ауған батырҙарҙың
Ята бында ғәзиз баштары.
Ал таңдарҙа йылы елдәр наҙлап,
Һыйпап уҙа ҡылған остарын.
Ғорур тауҙың тыныслығын һаҡлап,
Һаҡта тора ыласын ҡоштары.
Мәңгелектең тере хәтирәһе,
Олатайҙарҙың тыуған төйәге.
Тыуған ерем күрке – Ыласынташы –
Уралымдың затлы биҙәге!