+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
10 Март 2018, 15:37

Инсебикә ҡаяһы

Уҙған йыл йәйге оҙон каникулды мин олатай-өләсәйемдәр йәшәгән Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Бөрйән районында үткәрҙем. Бер матур ҡояшлы йылы көндә беҙ атай-әсәйемдәр, туғандарым менән Инсебикә ҡаяһын күрергә барҙыҡ.

Уҙған йыл йәйге оҙон каникулды мин олатай-өләсәйемдәр йәшәгән Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Бөрйән районында үткәрҙем. Бер матур ҡояшлы йылы көндә беҙ атай-әсәйемдәр, туғандарым менән Инсебикә ҡаяһын күрергә барҙыҡ. Ул – Иҫке Собханғол һәм Яңы Собханғол ауылдары араһында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында йөҙ метрҙар самаһы бейеклеккә ҡалҡып торған теп-текә ҡая таш. Инсебикә ҡаяһының башынан тирә яҡҡа ҡараһаң, шундай матурлыҡ йәйелеп ята. Аҫта, йылан һымаҡ борғоланып, йәмле Ағиҙелкәй йылғаһы аға, уның ике яры ла ҡуйы урман менән ҡапланған тауҙарҙан тора, алыҫтараҡ йәйге балалар лагеры, Иҫке Собханғол ауылы күренә. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып, бөтәбеҙ ҙә бер мәлгә тын ҡалдыҡ. Тирә-яҡта тынлыҡ, һиллек. Ҡошҡа әйләнеп, осоп китке килә… Өләсәйҙәрҙең өйөнә ҡайтҡас, мин уларҙан ни өсөн Инсебикә ҡаяһы тип йөрөткәндәрен һораным һәм бына нәмәләр белдем.

Баҡһаң, халыҡ телендә ҡаяның исеменә бәйле ике фараз йәшәй. Беренсеһе буйынса, Яңы Собханғол ауылына нигеҙ һалыусы Янһары исемле ҡарттың сибәр, уңған Инсебикә исемле ҡыҙы булған. Уны икенсе яҡ кешеһе өсөнсө ҡатынлыҡҡа һоратҡан. Ҡыҙ кейәүгә сығырға риза булмаған һәм теләмәгән дә. Шуның өсөн ҡасып киткән. Ул Ағиҙел буйындағы бейек ҡая башына килеп сыҡҡан һәм айырылыбыраҡ торған суҡағына менеп, ҡайғыһынан илап ултырған. Артынан эҙләп сығыусыларҙы күргән ғорур ҡыҙ бер ни уйлап тормайса түбәнгә ташланып, һәләк булған. Шул ваҡыттан бирле был ҡаяны уның исеме менән йөрөтә башлағандар.

Икенсе фараз былай. Яңы Собханғол ауылынан Инсебикә исемле йәш ҡатын, көнсөл һәм ҡанһыҙ иренән ҡасып китеп, ошо ҡая башына барып ултыра. Шундай ауыр хәлгә ҡала ул. Ире ҡулына ҡамсы тотоп, ҡая башына менеп килгәнде күргәс, Ағиҙелгә ташланып һәләк була. Был легенданы минең өләсәйем­дең атаһы Мансур Шәкир улы Сәйетбатталовтан ғалим, профессор Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1979 йылдың 15 июнендә яҙып ала.

Тыуған төйәктең, иҫтәлекле урындарҙың, тауҙарҙың һәм йылғаларҙың исемдәрен һаҡлау, уларҙы онотмау һәм үҙгәртергә юл ҡуймау – беҙҙең бурыс. Моң һәм матурлыҡ менән тулған ер һәм һыу, тау­ҙар һәм яландар изге олатайҙар һәм өләсәйҙәребеҙ ҡушҡан исемдәрҙе һаҡлап, халыҡ телендә йәшәүҙәрен дауам итһен ине. Ер-һыу атамалары – халыҡ хәтере ул. Шуны бер ҡасан да онотмайыҡ.

Айгөл СӘЛИХОВА, III «А» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: