Йәнйегет ауылы Сибай ҡалаһынан 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Яугүл күлен һәм Сыңрау торна һаҙын Сағыл тауы ҡаплап ята. Көнбайыштан – Ирәндек һырты. Оло юлдан уң яҡта – Олотау башында өйөлгән биш ташлыҡ бар. Элек был һырт буйынан мейес өсөн матур дүрткел таштар сығарғандар. Шундай урындар хәҙер ҙә күп. Сәйет, Исмәғил үҙәктәренең, Өмөлгәндең шишмәләре, аҫтараҡ Ҡайынүҙәк, Улаҡ башы ҡойоһо һыуҙары иҫ киткес тәмле, йомшаҡ. Тау үҙәктәрендә йылан тамыры, балтырған, әтнәкәс, талғыр, кәзә йыуалары түшәлеп ята. Ә битләүҙәр селек, бүре емеше, сейә ҡыуаҡтары менән ҡапланған. Яҙ булһа, һары, күк умырзая, ҡыңғырау сәскә, күгәрсен күҙе баш ҡалҡыта.
Атайым Азамат Зәки улы Арыҫланов Бишташ тауының ошондай легендаһын һөйләне:
– Ҡытайҙан Ирәндек тауҙары буйлап көньяҡ далаларына Бөйөк Ебәк юлы үткән. Ул әллә ҡайҙан башланып, тауҙар буйлап, ҙур йылғаларҙы кисмәҫ өсөн һалынған һәм унан каруандар уҙған. Юлсылар һатыр өсөн Европа илдәренә тауарҙар ташыған. Был юл далаға етеп барған урындарҙа тармаҡланып, төрлө йүнәлешкә боролған. Шуларҙың береһе беҙҙең тауҙар буйлап килеп төшөп, ҡаҙаҡ, Ырымбур далаларына йүнәлгән. Бишташ эргәһендә һаҙлыҡ һәм бәләкәй генә йылға бар. Тәбиғәттең хозур ҡосағында каруансылар туҡтап ял иткән. Был урынды билдәләр өсөн биш таш өйөмө өйгәндәр. Ошо тирәнән Ҡытай иленә тиклем биш мең километр алыҫлыҡты аңлата, тигән фараз бар. Ауылыбыҙҙан Фаил Әбүбәкиров әлеге урынды мәңгеләштереү маҡсатында дөйә, ат һындарын эшләп, һәйкәл ҡуйырға уйлай.
Зөлхизә АРЫҪЛАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Бишташ элек Ететаш тип тә йөрөтөлгән. Был турала беҙгә ауыл ағинәйе Вәҙиға Ҡәйепҡолова һөйләне (2-се вариант).
Ете ҡыҙ легендаһын бөтәһе лә белә. Улар Йәнйегеттә сит ауылдарҙан килеп уҡып ятҡан. Шулай бер көндө үҙҙәрен ҡаҙаҡтар урлаған. Ләкин ниндәйҙер ысул менән уларҙан ҡасып ҡотолғандар. Ете ҡыҙ Олотау битендә ҡиблаға ҡаратып, ете пирамида рәүешендә таш (инәйебеҙ, памятник, ти) өйгән. Һуңғараҡ егеттәр һәм ҡыҙҙар уйын ҡороп, уның араһына иҫтәлеккә тәңкә, балдаҡ ҡыҫтырып китер булған. Был әйберҙәрҙең оҙон сәс уратылғандары ла табылған. Ете ҡыҙ тураһында бәйет тә бар ине, тик онотолған, ике генә юлы хәтерҙә:
Етәү килеп, алтау ҡайттыҡ,
Бәҙеғол ҡалды моңланып.
– Бәҙеғол тигәне Йәнйегеттә килен булып тороп ҡалған, – тип һөйләй Вәҙиға инәй.
Бер ҡыҙҙың исеме – Илсебикә, икенсеһе Бәҙеғол булыуын белдек. Ҡалғандарын инәй иҫләй алмай. Ете башҡортта изге, тылсымлы һан һаналған. Ни өсөн Ететаш Бишташҡа әйләнгән һуң? Халыҡта был хаҡта төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәр, кемдер килеп, Ететаштың таштарын өй нигеҙенә тейәп алып ҡайтҡан, ти, икенселәрҙең фекеренсә – балалар емергән. Ауыл кешеләре таштарҙың тороп ҡалғандарын йыйып, уларҙы ҡабат өйгән. Ләкин элеккеһе кеүек матур ете пирамида килеп сыҡмаған, бишәүгә генә еткән. Инәй-олатайҙар Бишташты Ҡибла ташы тип тә йөрөтә, ошо ташлыҡтарға йөҙҙәре менән тороп намаҙ уҡыйҙар, теләк теләйҙәр.
Бишташ хәҙер ҙә яҡлауға мохтаж. Сөнки ул – тыуған ауылыбыҙҙың матур бер ҡомартҡыларының береһе.
Гөлдәриә РАФИҠОВА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Йәнйегет мәктәбе.