+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
13 Апрель 2018, 16:51
Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында, шунда үтте минең бала саҡ
Борон башҡорттар кем менәндер танышһалар: «Ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй йылға һыуын һыулайһың?» – тип һорар булған. Бер ҙә юҡҡа түгел. Белеүебеҙсә, ата-бабаларыбыҙ йылға буйын төйәк итергә тырышҡан.
Борон башҡорттар кем менәндер танышһалар: «Ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй йылға һыуын һыулайһың?» – тип һорар булған. Бер ҙә юҡҡа түгел. Белеүебеҙсә, ата-бабаларыбыҙ йылға буйын төйәк итергә тырышҡан.
Минең тыуған ауылым Йәнтеш тә йырҙарҙа данланған йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан. Был йылға – Уралдың иң ҙур ҡушылдығы, оҙонлоғо – 760 километр. Ул беҙҙең Хәйбулла аша ағып, Һаҡмар Ырымбур биләмәһенә барып сыға. Һаҡмарға районыбыҙҙа Урман Йылайыры, Мәләүез, Кәрһе, Бирмәҫ, Ҡарамалы һәм башҡа йылғалар ҡушыла.
Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Ырымбур өлкәһе аша аҡҡан йылғаның исеме нимә аңлата? Мине лә ҡыҙыҡһындырҙы был һорау. Йылға атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә вариант бар икән. Бына шуларҙың береһе, уны әсәйем ауылыбыҙҙың оло кешеһе, һуғыш ветераны Мөхәмәтғәле Иштәкбаевтан (хәҙер мәрхүм инде) яҙып алған: «Һаҡмар» һүҙе «һаҡ бар» тигәнде аңлата. Уйлап ҡараһаң, ул, ысынлап та, йылға буйында урынлашҡан ауылдарҙың тыныслығын һаҡлаған бит.
Мәктәптең тарих уҡытыусыһы, хәҙер хаҡлы ялдағы Рәсих Әхмәтов, «мар» һүҙе «ҙур йылға» тигәнде аңлата, тип белдерә. Уның һыуы һалҡын, «һыуыҡ йылға» булыуы ла мөмкин, тип өҫтәп ҡуя. «Һаҡ һуҡмаҡ»ҡа бәйләп аңлатыусылар ҙа осрай.
«Һарыҡ йылғаһы» тигән вариант та бар. Был аңлатыу ҙа юҡтан килеп сыҡмаған. Йыл-ғаның тирә-яғы яҡшы көтөүлек булып торһа, үҙендә малдарға һыу эсереүе уңайлы бит. Һаҡмар буйында элек көтөү-көтөү һарыҡтар бик күп булған.
Әле мин Өфөлә уҡып йөрөйөм. Тыуған ауылымды, йәмле Һаҡмарымды ныҡ һағынам.
Илхан АРЫҪЛАНОВ, VII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән