-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
25 Май 2018, 19:12
Тәкәл тауы
Беҙҙең гүзәл Йәнтеш ауылының ҡап уртаһында тирә-яҡты йәмләндереп, Тәкәл тауы ғорур баҫып тора. Ул йыраҡтан килгән юлсыларҙы сәләмләп ҡаршы ала һәм хушлашып оҙатып ҡала кеүек. Йәй көнө тауыбыҙ аллы-гөллө сәскәгә күмелә, ә ҡышҡыһын ап-аҡ юрғанға төрөнә. Уның башынан ауылыбыҙҙың бөтөн күркәмлеге күренә. Йәй ҙә, ҡыш та балалар тауҙа уйнай, ҡышҡы ҡарлы көндәрҙә рәхәтләнеп сана, саңғы шыуалар. Һәр байрамда ла, туйҙарҙа ла кешеләр Тәкәлгә менмәйенсә ҡайтмай. Был инде йолаға ла әйләнгән.
Беҙҙең гүзәл Йәнтеш ауылының ҡап уртаһында тирә-яҡты йәмләндереп, Тәкәл тауы ғорур баҫып тора. Ул йыраҡтан килгән юлсыларҙы сәләмләп ҡаршы ала һәм хушлашып оҙатып ҡала кеүек. Йәй көнө тауыбыҙ аллы-гөллө сәскәгә күмелә, ә ҡышҡыһын ап-аҡ юрғанға төрөнә. Уның башынан ауылыбыҙҙың бөтөн күркәмлеге күренә. Йәй ҙә, ҡыш та балалар тауҙа уйнай, ҡышҡы ҡарлы көндәрҙә рәхәтләнеп сана, саңғы шыуалар. Һәр байрамда ла, туйҙарҙа ла кешеләр Тәкәлгә менмәйенсә ҡайтмай. Был инде йолаға ла әйләнгән.
Яңыраҡ ауылыбыҙҙан сыҡҡан оҫта ҡуллы Аҡъяр тау колледжы директоры Рәмил олатай Арыҫланов тауға матур итеп ағастан эшләнгән бөркөт һыны ултыртты. Хәҙер ул барыһының да фото төшөргә яратҡан бер урынына әүерелде.
Ни өсөн тауҙы Тәкәл тип атайҙар һуң? Әйҙәгеҙ, һеҙгә уның тарихын һөйләйем.
Бынан 200 йыл элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бер ырыу булып йәшәгән. Тик татыу ғына донъя күреп ятҡанда ике ҡәбиләнең аҡһаҡалдары ыҙғышып китә. Хәл ҡатмарлаша, бергә йәшәү мөмкин булмай. Әммә был гүзәл ерҙе ҡалдырып, берәүҙең дә киткеһе килмәй. Ахыр сиктә, шундай ҡарарға киләләр: ике ҡәбиләнең батырҙары алышҡа сыға. Ҡайһыһы еңелә, шулар алыҫҡа китергә тейеш, ә кемдәр еңә, шулар был ерҙә ҡаласаҡ, тигән шарт ҡуйыла. Һәр ҡәбиләнең үҙ батыры булған: Тәкәл һәм Ҡорай. Улар ярышты тау башында үткәрергә ҡарар иткән. Тәкәл еңә башлаған. Ҡорай батыр быға бик ныҡ асыулана һәм дәғүәсеһен уҡ ярышына саҡыра.Тәкәл батыр ризалаша. Батыр бар ярышта ла ал бирмәгән булған. Ул туғандары менән хушлашып, ата-әсәһәнең фатихаһын алып, юлға сыға. Был ваҡытта Ҡорай батыр таш артында йәшенеп ятҡан була. Тәкәл батыр асыҡ ергә сыҡҡас, уны уҡ менән атып үлтереп, үҙенең мәкерле уйын тормошҡа ашыра.
Тәкәл батыр тау башында үлә, шуға ла уны халыҡ ошонда ерләй. Ә тауҙы батыр хөрмәтенә Тәкәл тип йөрөтә башлайҙар. Ҡорай батыр ҡәбиләһе күрше ырыу нәфрәтенән ҡурҡып, был урындан күсеп китә.
Бер нисә йыл элек ошо тарих буйынса сценарий яҙылып, район телевизион фестиваль барышында сәхнәләштерелеп, тау битендә халыҡҡа күрһәтелде. Батыр хөрмәтенә, баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарыбыҙ рухына аят та уҡытылды.
Алтынай МОТАЛОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Йәнтеш ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән