Борон әлеге Өфө урынлашҡан бейек тауҙа минең ата-бабаларым йәшәгән икән. Эйе, тап тауҙа, Дуҫлыҡ монументы тирәһендә, беҙҙең ауыл булған, тик ҡаланы төҙөй башлағас, Ағиҙел аша сығып, Шыпау тауҙары, Ҡыҙылғы йылғаһы буйына күсеп киткәндәр. Мин Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы тарихын һөйләргә теләйем.
Ул боронғо башҡорт ауылдарының береһе булып һанала. XVI быуатта, бәлки, унан элегерәк тә нигеҙләнгән, тигән фараз бар. Бында йәшәүселәр Йомран-табын ырыуына ҡарай. Элек был ерҙәрҙә Ишмөхәмәт исемле кантон башлығы йәшәгән, уның улдары Фәхретдин, Ғәйнетдин, Мөхәмәтсәлим, Ғабдулла, Сөләймән булған. Ошо ерҙәрҙә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бала сағы үткән.
Ауылымдың исеме уға тәүге нигеҙ һалыусы кеше Ибраһим һәм ырыу менән бәйле, шуға күрә элек Ибраһим-Йомран тип йөрөткәндәр. Районыбыҙҙың исеме – Ҡырмыҫҡалы. Тәүҙә нисек атарға белмәйенсә, ер өҫтөнә түшәк йәйгәндәр һәм ниндәй йән эйәһе беренсе килә, шулай атайбыҙ, тип һүҙ ҡуйышҡан ата-бабаларыбыҙ. Иң тәүге булып ҡырмыҫҡа килеп сыҡҡан. Райондың исеме кешеләрҙең эшһөйәрлеге, тырышлығы менән дә тап килеп тора.
Беҙҙең ауыл бигерәк тә үҙенең тәбиғәте менән үҙенсәлекле, шифалы үләндәргә, еләк-емешкә, һоҡланғыс урындарға бай. Дүрт километрға һуҙылған Ҡыҙылғы йылғаһының аръяғында әллә күпме ҡомартҡылар йәшерелгән, һәр урын тарих менән бәйләнгән. Кантон идара иткән ваҡыттарҙа ауылға һәр саҡ губернаторҙар, ҡунаҡтар, ял итеүселәр килеп йөрөгән. Бер саҡ Перовский ҙа килгән, ти. Кешеләр Ҡарағайлы урманына уны һунарға йөрөткән, ҡымыҙ менән һыйлаған, башҡорт батырҙарының көрәштәрен күрһәткән. Иң күренекле батырҙарҙың береһе Килмөхәмәт көрәштә һынатмаған, ауыр кәүҙәле дәғүәселәрен күтәреп, өйрөлтөп осорорҙай көслө кеше булған. Ул йәшел туғайҙа үҙ ерендә бесән сапҡан, мал-тыуар аҫраған, иген үҫтергән һәм башҡа эштәр менән мауығып йәшәгән. Кешеләр үҙен ныҡ хөрмәт иткән һәм шуға уның ерен Килмәкәй тауы тип атағандар.
Һәүәләй ауылы башланған ерҙә Балыҡсыҡмаҫ исемле тәрән күл бар. Был урында һәр саҡ ял итәләр, тәбиғәткә һоҡланалар. Күлдең һыуы һалҡын, шуға балыҡ та өҫкә ҡалҡып сыҡмай.
Ауылдың уң яҡ урманы уртаһында иҫ киткес матур Янбулат яланы күренә. Кешеләр бөгөн дә был яҡҡа еләк-емеш, шифалы үләндәр йыйырға килә. Борон тап ошо ерҙәрҙә Янбулат исемле бер бабай йәшәгән, ти. Ул был ергә хужа булған, бөтә ғүмерен ошонда үткәргән.
Ауылыбыҙ эргәһендә Асы күле бар. Һыуы әсе, шуға уны эсергә лә ярамай. Исеме лә шунан килеп сыҡҡан.
Тағы ла Кантон юлы бар. Уның буйлап ҡасандыр Ишмөхәмәт кантон йәйләүгә балыҡ тоторға, һунарға барып йөрөгән. Исеме шуның менән бәйле инде. Мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев та ауылының матур Ағиҙел туғайлыҡтарын, Ҡыҙылғы буйҙарын, көньяҡлап йәйелгән йәйләүлектәрен, көҙләүлектәрен, ҡалын урмандарын ныҡ яратып йәшәгән. Ул китабында аҫаба башҡорттарға өс нәмәне: үҙ сығышыңды, йондоҙҙарҙы һәм, әлбиттә, тыуған яғыңдың риүәйәттәрен, өләңдәрҙе белеү мотлаҡ, тип яҙған. Халыҡ хәтере – тарих хәтере. Минең уйлауымса, һәр кеше үҙенең тыуған еренең топонимик атамаларын, шәхестәрен, тарихын өйрәнергә һәм белергә бурыслы. Әгәр һин тыуған яғыңды яратһаң, ҡәҙерләһәң, уны киләсәк быуынға һаҡлап ҡалдырырға тейешһең, тип һанайым.