Йәй көндәре – велосипедта, машинала, ҡыш саңғыла олатай менән урман-ҡырҙар гиҙергә яратабыҙ. Ул һәр тауҙың, йылғаның, яландың тарихын, атамаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанын яҡшы белә. Туҡтап ял иткәндә, яҡшы кәйеф менән өйгә ҡайтҡас та улар тураһында беҙгә һөйләй.
Һүҙҙе атай-олатайҙар төйәге Әхмәт ауылынан башлағыбыҙ килә. Ул Һаҡмар йылғаһы башына яҡын урынлашҡанға күрә, элек Һаҡмарбаш тип аталған. Пугачёв менән Салауат батырыбыҙ яуы ҡыҙған мәлдә бында язалау отрядтары (карателдәр) килеп баҫа. Кешеләрҙең баш бирмәүҙәрен, буйһонмауҙарын күреп, яуыздар ауылды яндырып юҡ итә. Һаҡмарбаш икенсе урынға күсереп тергеҙелә һәм уға нигеҙ һалыусы старшина Әхмәтйән олатай хөрмәтенә Әхмәт исеме бирелә. Ә элекке урыны Иҫке Ыҙма (Иҫке Йорт) тип атала. Иғтибарлап ҡараһаң, унда булып үткән фажиғә эҙҙәре: өй урындарын, көл-күмер, янған һөйәктәрҙе шәйләргә була. Иҫке Ыҙманан алыҫ түгел Зәки Вәлидиҙең ҡыҙылдарҙан йәшеренеп, гәзит баҫып ятҡан төйәге бар.
Тимәшәү түбәһе Әхмәт ауылына терәлеп ята. 1774 йылдың йәй-көҙөндә уның һөҙәк битләүендә язалаусылар лагерь ҡороп тора. Ошо ялтас түбә уларҙың башлыҡтары «хөрмәтенә» Тимәшәү тип атала. «Беҙ малай саҡта унда сиҙәм күтәрҙеләр. Аҡтарылған кәҫ менән бергә ялҡынлы осорҙоң шаһиттары булып һөңгө, уҡ башаҡтары, ҡылыс һыныҡтары, туп йәҙрәләре килеп сыға торғайны», – ти олатайыбыҙ. Тимәшәү тауына күтәрелгән һайын ут солғап алған өйҙәр, арыҫлан ише ажарланып дошманына ташланған ир-егеттәр, арттарына ла ҡарамай ҡасып барған баҫҡынсылар күҙ алдына килеп баҫа.
Ҡанифа (Ҡәнифә) юлы, Ҡанифа урманы – ауыл тирәһендәге атамаларҙың иң боронғоһолор. Тотҡонлоҡтан ҡасып ҡайтып, арып хәлдән тайған Ҡанифа исемле ҡыҙ ошо урманда аҙашып, илап ултырғанында ауыл кешеләре уны табып алып ҡайта. Ҡыҙҙың әллә нисә көндәр буйына килгән юлы – Ҡанифа юлы, әлеге урман Ҡанифа урманы тип атала башлай.
Ҡаҙаҡҡар, Оло Сусаҡ тауҙары. Ҡаҙаҡҡар – Уралтау һыртындағы мөһабәт тау. Оло Сусаҡ тауы бәләкәйерәк, Әхмәт ауылына яҡын. Борон был ике тауҙа олатайҙарыбыҙ ҡарауылда, һаҡта торған. Уларҙың икеһендә лә бейек ҡалансалар (вышкалар) булған. Унда баҫып, олатайҙарыбыҙ дошмандарын һағалаған, ер-һыуын һаҡлаған. Ҡаҙаҡҡар (Ҡаҙаҡ ҡарауылы) атамаһы шунан ҡалған.
Биксәнтәй тауы тарихы туранан-тура беҙҙең нәҫелгә ҡағыла. Билдәле булыуынса, халҡыбыҙ һәр төрлө ырыуҙарға, араларға бүленеп йәшәгән һәм йәшәй. Һәр араның үҙ итеп яратҡан төйәге булған. Ирәндек һыртына етәрәк урынлашҡан матур түбәләс 7 – 9 быуын олатайыбыҙ Биксәнтәй бейҙең йәйләү урыны тип һанала. Атамаһы ла шунан килә.
Һаңғала (Хан ҡала) тауы. Был тау ниндәйҙер хандың исеменә бәйле икәне беленеп тора. Һәм был ысынлап шулай. Үҙ ваҡытында бында илбаҫар Сыңғыҙ хан ғәскәре менән торған. Улар менән тиңһеҙ алышта һәләк булған утыҙ ике ҡыҙ тарихы ла ошонан башлана, тиҙәр. Ә бына азатлыҡ, ғәҙеллек даулап яуға сыҡҡан батыр Ҡараһаҡал хандың ошо тауҙа сиреү туплап торғаны – ысынбарлыҡ. Уның тирәһендәге күп һанлы ҡорғандар был урында ҡан ҡойошло ҡырылыштар булып уҙыуы хаҡында һөйләй. Тауҙың башында яугирҙар йәшмә ташты соҡоп, хандары өсөн йәтеш кенә мәмерйә-ҡыуыш та яһаған. Ишетеүебеҙсә, Һаңғала тауына археологтар экспедицияһы килергә йыйына икән. Бәлки, халыҡ йыйған алтындан ҡойолоп, ошонда юғалған еңеү таяғын да табырҙар әле…
Һәүәнәкташ – Уралтау һыртындағы тарихи ҡая. Борон замандарҙа уның янында яҡын-тирәләге ырыуҙар бергә йыйылып, ҡор-кәңәштәр, байрамдар үткәрер булған. Алда иҫкә алынған ҡыйыу утыҙ ике ҡыҙ ҙа дошман менән ошонда алышып, ҡаянан һикереп һәләк була. Был хаҡта билдәле сәсәнебеҙ Мөғәлләм Мирхәйҙәров ҡыҙғаныс бәйет яҙып ҡалдырған:
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Утыҙ ике ҡыҙ инек…
Ҡуңыр буға юлы. Әхмәт ауылы янынан үтә. Тағы бер киң билдәле тарихи атама-ҡомартҡыларҙың береһе ул:
Ҡуңыр буғам, һәү-һәү-һәү,
Һәүкәшкәйем, һәү-һәү-һәүү…
Башҡорт иленең төньяғынан төшлөк яғына (көньяғына) ҡасып ҡайтҡан инсе мал, уны ҡыуып барған ҡыйыу һәм тәүәккәл Таңдыса һылыу хаҡында белмәгән башҡорт юҡтыр. Шул замандан бирле ҡуңыр төҫтәге һыйыр малы – изге мал, ҡуңыр төҫ изге төҫ һанала бит инде.
Төпһөҙ күл. Уның тарихы ҡыҙыҡлы ғына. Риүәйәт буйынса, был күл 1912 йылдың йәйендә көслө ҡойон һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ныҡ тәрән булғанлыҡтан, Төпһөҙ күл тип атағандар. Олатайыбыҙҙың өләсәһе Фәүзиә Нөғәмәнова (1907 йылда тыуған) былай тип һөйләгән: «Уйламаған ерҙән ҡапыл иҫ киткес көслө ел күтәрелде. Уның тауышы ҡот осҡос ине.Ҡаран һаҙы башында ҡойон уйнарға тотондо. Күп тә үтмәй, был көслө дауыл ошо һаҙлыҡтан аждаһаны һөйрәп сығарҙы. Уның башы болоттарға еткән саҡта ҡойроғо әле ерҙә ине. Тулап ҡаршылашҡан аждаһа шул тирәләге ағастарҙы тамырынан йыға һуғып бөттө. Ғәрәсәт баҫылғас, унда барып ҡараһаҡ, саф һыулы, төбө күренмәгән күл барлыҡҡа килгән ине…» Йә, телевизорҙан көн дә тиерлек күргән Америка торнадоларынан ҡайһы ере менән кәм? Аҙаҡ өлкән олатайыбыҙ (Иҙрис олатайыбыҙҙың атаһы), уҡытыусы Мөҙәрис Нөғәмәнов та ошоларҙы раҫлаған. Иң ғәжәбе шул: әлеге ғәрәсәт ярты саҡрымда ғына ятҡан ауылға бер зыян да килтермәгән.
Әүлиә ҡотоғо (ҡоҙоғо). Ун туғыҙынсы быуат баштарында Төрөк иленән килгән Бағырусман исемле әүлиә шул ерҙәге көс бирер саф һыулы шишмәне төйәк иткән. Бынан алыҫ булмаған Өмөтбай ауылы янындағы шишмәне һыулап, уның бер туғаны Һағусман (Һаҡмар османы) әүлиә йәшәгән. Хәҙерге көндә икеһенең дә кәртәләп алынған ҡараулы ҡәбере бар. Беҙ йыш ҡына унда барып торабыҙ, аяттар уҡып, шифалы һыуын алып ҡайтабыҙ.
Алда яҙылғандарҙан тыш, ауыл тирәһендә иғтибарға лайыҡ башҡа тарихи атамалар ҙа күп. Мәҫәлән, Таҙғаҡ урманы, йылғаһы һәм баҫыуы. Был урманда кешегә һәм малға көн күрһәтмәгән айыуҙарға ҡаршы таҙғаҡ (ҙур тәпе) ҡорор булғандар. Тора-бара урманы ла, унан ағып сыҡҡан йылғаһы ла, йәнәшәләге баҫыуы ла Таҙғаҡ атамаһын алған.
Зәйнәп, Гөлбикә шишмәләре. Фажиғәле яҙмышлы ҡыҙҙар хөрмәтенә бирелгән атамалар. Ҡарағайморон тауы борон замандарҙа ҡарағай менән ҡапланған булған. Бер көслө янғында ағастар янып бөтә. (Әлеге Тимашевтың этлеге түгелме икән? Ауылды тиҙ генә ҡабат тергеҙә алмаһындар өсөн). Хәҙерге көндә уның һыртында аҡ ҡайындар ғына шаулашып ултыра. Көмөш ташы – Зәйнәп шишмәһе башында. Башҡорттар менән барымтасы ҡаҙаҡтар араһындағы алыш мәлендә Көмөшбикә исемле ҡыҙыҡай унда йәшеренеп ята. Саңды (Саңлы) йорт, Сатра йорт – олатайҙарыбыҙҙың Уралтау буйындағы элекке йәйләүҙәре. Сәүкә ташы, Кәзә ташы – шулай уҡ йәйләү урындары. Быларҙан тыш, Текә кисеү, Гәүһәр ҡотоғо, Йылҡы түбәһе, Бүтәгәле ҡыр, Зөләйха түбәһе, Фатима килен ҡыуағы, Абдрахман осҡан (ҡая), Ҡушҡыуаҡ, Үлмәһәк йылғаһы, Ҡөҙрәтҡол (Зәки Вәлиди төбәге) тип аталған тарихи урындар, шулай уҡ ерем-һыуым тип баш һалған яугирҙарҙың туғандар ҡәберлеге – ҡорғандар бар.
Олатайыбыҙ Ринат Мөҙәрис улы Нөғәмәнов (Иҙрис Ноғманов) һөйләгәндәрҙе яҙып алдыҡ.