Күгиҙел ауылына нигеҙ 1929 йылда һалына. Төрлө яҡтарҙан йыйылалар бында. Күпселек халыҡ Әбйәлил районының Ҡырҙас, Исҡужа, Рауил, Ҡыҙыл Һарты, Хөсәйен ауылдарынан күсеп ултыра. Йәй көнө ҡыуыштарҙа йәшәйҙәр. Ҡышҡылыҡҡа кәҫтән өй эшләйҙәр. Совхозды ойоштороусылар Бөрйәндән килгән, тиҙәр. Ул ваҡытта Баймаҡ районы булмай әле. Бәйләнеш тотоу өсөн Бөрйән алыҫ, юлдар өҙәрем була. Шул арҡала ике йыл буйы сәсеү һуңлап башлана. Иң беренсе бригадир итеп Хөсәйен ауылынан Йәрмөхәмәт Хөсәйенов тәғәйенләнә. Ул үҙ һүҙле, үҙенсә генә эшләргә яратҡан кеше була. 1931 йылда ауылды Баймаҡ районы ҡарамағына күсерәләр. Йәрмөхәмәт Хөсәйенов менән етәкселәр араһында аңлашылмаусылыҡ килеп сыға. Бригадирҙы ҡулға алмаҡсы булалар. Йәрмөхәмәт (ҡушаматы – Йәрмәт) эшселәр менән хушлаша ла ауыл эргәһендәге тауға менеп китә. Шунан башлап үҙен бер кем дә күрмәй, бригадир тураһында хәбәр ишетелмәй. Уның менән бергә эшләгән эшселәр кәңәшләшеп, ауыл эргәһендәге тауҙы Йәрмәт тип атай башлай. Тора бара был һүҙ Йәрмәккә әйләнеп китә.