+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
28 Сентябрь 2018, 15:44

Һаҡмар – "һаҡ бар"

Әсәйем оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләй. «Баймаҡ районының ер-һыу атамалары» исемле папка ла әҙерләп ҡуйған. Яратып уҡы­ған «Йәншишмә» гәзитендә бәйге иғлан ителгәс, атайым Радмир, әсәйем Райхана, Һәмән ауылында йәшәүсе Рәйлә өләсәйем, Рәфҡәт олатайымдан үҙем йәшәгән ер-һыу атамалары тураһында бик күпте белдем. Был мәғлүмәттәр һеҙҙең өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

Билалдан Күгиҙел ауылына киткән юлда Мунсаҡ тауы ята. Элек ҡыҙҙар емеш-еләккә йөрөргә яратҡан. Барыр көндө көтөп алғандар. Бер мәл еләк йыйып йөрөгәндә Гөләйфә исемле ҡыҙҙың мунсағы өҙөлөп киткән дә тауҙан аҫҡа тәгәрәгән. Ул өләсәһенең ҡомартҡыһы булған. Ҡыҙ тауҙы «Мунсаҡ тауы» тип йөрөткән. Һуңыраҡ был исем халыҡ теленә лә күсеп киткән.

Билал ауылы Әбйәлил районы менән сиктәш. Һаҡмар һыуын һыулайбыҙ. Йылға башы күрше Әбйәлил районының Әхмәт ауылынан башлана, ти атайым. Ул мәктәп автобусында эшләгәндә уҡыу­сыларҙы шул урынды күрһәтергә күп йөрөткән. Мине лә алып барырға вәғәҙә итте.

Һаҡмар исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Элек башҡорттарҙың көньяҡ сиге ошо йылға буйлап үткән. Ә ситтән килеүселәр шунда яҡынлаһа: «Унда һаҡ бар», – тигәндәр йәки сикте һаҡлаусы башҡорт һаҡсылары тороуын әйткәндәр.

Әсәйемдең тыуған ауылы – Таһир. Уның эргәһендә, Ҡаратал буйында, Аждаһа күле бар. Ниңә шулай атала? Был турала әсәйем бына нимә ти: «Борон уның янына мал барһа, батып үлгән йә юғалған. Сере күл менән бәйләнгән. Бер ваҡыт көслө дауыл күтәрелгән. Ҡара болот өйөрмәһе күлдән аждаһаны күтәреп осороп алып киткән. Шунан инде уны Аждаһа күле тип йөрөтә башлағандар».

Өләсәйем менән олатайым хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда эшләгән. Уларҙың белмәгәне юҡ. Эргә-тирәләге ер-һыу атамалары тураһында һөйләгеҙ, тип уларға ла барҙым. Рәфҡәт олатайым һоҡландырҙы. Ни тиһәң дә, ул бит ғүмере буйы малсы булып, күп ваҡытын урманда үткәргән. Бына һеҙгә бер тарих. Элек бер байға Мөғлифә исемле ҡыҙ һауынсы булып ялланған. Был ҡыҙҙың бик тырыш, уңған булыуын күреп, хужаһы уға бер туғайын бесәнлек итеп биргән. Мөғлифә ғүмер буйы ошонда бесән әҙерләгән, байҙа һауынсы булып йөрөгән. Был урын Мөғлифә туғайы тип халыҡ теленә ингән.

Ярай әле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сығарылған «Йән­шишмә» бар, тип ҡыуанып бөтә алмайым. Әгәр ошо бәйге ойошторолмаһа, ауылым эргәһендәге ер-һыу атамаларының тарихын, бәлки, өйрәнмәгән, белмәгән булыр инем.

Юлдаш БУЛАТОВ, IV cиныф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Билал ауылы.
Читайте нас: