+13 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
16 Ноябрь 2018, 16:41
Беритәк – Берәтәк
Йәй һайын әсәйемдең тыуған ауылына бармай ҡалмайбыҙ. Берәтәктә Нөгөш һәм Берәтәк йылғалары бар, улар ҡушылған урын Күкьятыу тип атала. Миңә иң оҡшағаны – шунда һыу инеү. Таулы-урманлы тәбиғәте ныҡ матур. Ауылдың тарихын тарих уҡытыусыһы Вәли бабай Ғүмәров яҙып алған, ти әсәйем. Мин дә был турала интернеттан уҡыным.
Йәй һайын әсәйемдең тыуған ауылына бармай ҡалмайбыҙ. Берәтәктә Нөгөш һәм Берәтәк йылғалары бар, улар ҡушылған урын Күкьятыу тип атала. Миңә иң оҡшағаны – шунда һыу инеү. Таулы-урманлы тәбиғәте ныҡ матур. Ауылдың тарихын тарих уҡытыусыһы Вәли бабай Ғүмәров яҙып алған, ти әсәйем. Мин дә был турала интернеттан уҡыным.
Күрше Аҫҡар ауылында йәшәгән Аҫҡар ҡарттың Арыҫланғол исемле улының ҡыҙы Айбикә еләккә киткәндән юғала. Тау һыртында шартый бигерәк уңған була. Еләк йыйып йөрөй торғас, ҡараһалар, Айбикә юҡ. Уны таба алмағас, ҡайтып киткәндәр. Эҙләргә һыбайлылар сыҡҡан. Шулай йөрөй торғас, йылғаға килеп еткәндәр. Ағай-эне кәңәшләшеп, һыу буйын эҙләгәндәр. Бара торғас, йылға ситендәге тамырҙа эләгеп торған сепрәкте күреп ҡалғандар. Был Айбикәнең күлдәк итәге булған. Һыбайлылар йылға түбәненә сапҡан һәм оло һыуға килеп сыҡҡан. Ул Оло Нөгөш икән. Эҙләүселәр шул урында туҡтаған, ҡыҙҙы тапмаҫтарын аңлағандар инде. «Бахыр Айбикәнең бер итәге генә тороп ҡалды», – тип уфтанған атаһы. Шунан һуң ҡыҙҙың күлдәк итәге табылған йылғаны Бер итәк йылғаһы тип атағандар, һуңынан Беритәк – Берәтәк тип ҡалыплашҡан.
Ә Айбикә юғалған урынды Айбикә тауы тип йөрөтәләр. Һуңынан Берәтәк йылғаһы тамағына Ташлы, Ҡурғашлы, Бикташ, Аҫҡар яҡтарынан күп кенә ғаиләләр күсеп ултырған. Ауылға йылға исемен ҡушҡандар. Ошо дәүерҙән бирле уны Берәтәк тиҙәр.
Алһыу ӘСӘҘУЛЛИНА, IV синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән