-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
23 Ноябрь 2018, 15:42

Мортас күле

Ер-һыу атамаларыбыҙ­ҙың тарихын һәр беребеҙ өйрәнһәк ине. Ата-бабаларыбыҙ ҡурай уйнаһа, баш­ҡарған көй тарихын тыңлаусыларға һөйләгән. Йырсылар йырлар бул­һа, ошо йырҙың исеме нисек килеп сығыуын аңлат­ҡан.

Ер-һыу атамаларыбыҙ­ҙың тарихын һәр беребеҙ өйрәнһәк ине. Ата-бабаларыбыҙ ҡурай уйнаһа, баш­ҡарған көй тарихын тыңлаусыларға һөйләгән. Йырсылар йырлар бул­һа, ошо йырҙың исеме нисек килеп сығыуын аңлат­ҡан.

Халҡыбыҙҙың күргән-кисергәндәрен үҙҙәрендә һаҡлай ул беҙҙе уратып алған ауыл-ҡалалар, тау-түбәләр, йылға-кисеүҙәр, ҡыр-болондар…

Әлеге яҙып алған күл атамаһы хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм.

Бер байҙың 40 тәкәһе булған. Уларҙы Мортас исемле егет көткән. Шулай бер мәл көслө ямғыр яуыр­ға тотонған. Тәкәләргә көтөү­се баш була алмаған. Малдар үҙ иректәренә саба баш­лаған. Бахыр Мортас ары һуғылған, бире һуғыл­ған. Тик барыбер тәкәләр­ҙең эҙенә төшә алмаған. Ни эшләргә? Көтөүсе мал­һыҙ ҡайтыуҙың мөмкин түгеллеген яҡшы белә. Бай үҙен юҡ итәсәк йәки көс етмәҫ­лек аҡса даулаясаҡ.

Эй, барған Мортас, эй, барған малҡайҙарҙы эҙләп. Шул саҡ аңғармай ҙа ҡал­ған, тәрән соҡорҙа йыйылып ятҡан бер күлгә барып төшкән. Бәлки, тәкәләр ҙә шунда батҡандыр. Оҙон һайғау ҡырҡып алып, күл төбөнә төртөп ҡарарға уйлай. Ә ул төпһөҙ икән.

Иртәгеһен бар ауыл хал­ҡы көтөүсене лә, малдар­ҙы ла эҙләп ҡара­ған, әммә тап­маған. Теге күлгә барып сыҡҡандар. Был шомло урын һәр кемде һағайта. Тип-тигеҙ килгән ерҙә ҡапыл күл хасил була. Абайламай ҡалһаң, барып та сумырһың…

Ошо хәлдән һуң күл­де «Ҡырҡ Тәкә» йәки «Мор­тас күле» тип йөрөтә башлағандар. Ул Бөрйән районындағы Исламбай ауылынан 7 саҡрым алыҫлыҡта булыр.

Был тарихты Аҫҡар ауылында 1961 йылда тыу­ған Зөһрә Кинйәбаеванан яҙып алдым.

Нурзилә ИСХАҠОВА, IV синыф уҡыусыһы.


Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: