-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
30 Ноябрь 2018, 17:17

Әзүм тауы

Мин Белорет районының Исмаҡай ауылында тыу­ғанмын. Әле Шығай мәктәбендә уҡып йөрөйөм.

Мин Белорет районының Исмаҡай ауылында тыу­ғанмын. Әле Шығай мәктәбендә уҡып йөрөйөм.

Исмаҡайға 1724 йылда нигеҙ һалынған. Түңгәүер ырыуына ҡарай. Ауылыбыҙ тәбиғәте бигерәк матур. Тауҙар араһында ултыра ул. Көнсығыштан – 1724 метр бейеклектә Бишитәк, ә көнбайыштан – Бейекморон, Ҡыҙылтау, Бүтә­лай­ғы, көньяҡтан – Аҡтүбә, төньяҡтан Беҙәк тауҙары уратып алған. Ҡыҫҡаһы, ауылыбыҙ ҡаҙан эсендә ултырған кеүек. Ә уны икегә бүлеп, Әзүм тауы йәм биреп тора. 17 метр бейеклектәге тау барыһының да яратҡан урынылыр, тип уйлайым. Балалар уйын уйнаһа, йәштәр, ололар, килгән ҡунаҡтар ауылдың матурлығын күрер өсөн күтәреләләр.

Әзүм тауының тарихы ла һеҙгә оҡшар, тип уйлайым.

Аҡйөҙөм исемле ҡыҙ йәшәгән. Ул Аҡбай исемле егетте хәрби хеҙмәткә оҙатып ҡалған. Ҡыҙ көн дә шул тауға күтәрелгән. Аҡбайҙың дуҫы Һарыбай ҙа Аҡйөҙөмдө оҡшатып йөрөгән. Тиҙҙән был ике дуҫ хәрби хеҙмәттән бурысын үтәп ҡайта, тик бер мәл бәхәсләшеп, һуғышып китәләр. Аҡбай Һарыбайҙы үлтерә. Ике саҡрым ара үтеп, ул үҙе лә ҡанһырап мәрхүм була. Аҙаҡ егеттәр һәләк бул­ған яландар улар­ҙың исеме менән йөрөтөлә башлай. Был урындарҙа хәҙер байрамдар үтә. Шулай уҡ яландарҙа төрлө еләктәр, яҙын ашап туйғыһыҙ ҡымыҙлыҡ, оҫ­ҡон, йыуалар йыйып ҡыуана ауылдаштар.

Ә Аҡйөҙөм һарыға һабышып, көн дә тауға күтәрелгән. Шунда Аҡбайын көткәйне бит. Аҡйөҙөм исемен ҡыҫҡартып, тау Әзүм булып ҡалған ха­лыҡ хәтерендә. Был тирәне күгәрсен күҙе, сәғәт сәс­кәләре, бәрхәттәй үлән би­ҙәй. Бигерәк матур урын.

Әйткәндәй, ошо хозур тәбиғәтле Исмаҡай ауылында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов тыуған. Уның бала сағы ошо йәмле урындарҙа үтә. Үҙенең китаптарында ла тыу­ған яғыбыҙҙы һүрәтләгән.

Мәғлүмәттәрҙе ауылы­быҙҙағы ветеран-уҡытыусыбыҙ Зифа Сибәғәт ҡыҙы Ҡужаҡованан яҙып алдым.

Даяна ФӘТҠУЛЛИНА, VI синыф уҡыусыһы.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.
Читайте нас: