-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
14 Декабрь 2018, 14:47

Өйәҙетамаҡ тауҙары

1795 йылғы халыҡ иҫәбен алғанда, Өйәҙетамаҡ исеме менән аталһа ла, ауылдың теүәл генә барлыҡҡа килгән йылы билдәле түгел. Был яҡтар борон-борондан ҡуйы урмандары, тауҙары, болондары менән үҙенә йәлеп итеп торған.

Ололар һөйләүенсә, Өйәҙ тигән кеше иң тәүгеләрҙән булып күсеп килгән. Күрәһең, ошо хозур ерҙәр оҡшағандыр. Ағас-ҡыуаҡтар араһынан сылтырап аҡҡан йылға буйына өй һалған һәм ғаиләһе менән шунда көн күрә башлаған. Йылдар үткән, Өйәҙ бабайҙың улдары үҙҙәре донъя ҡорған. Һуңынан улар Өйәҙ йылғаһының тамағына күсенгән. Ауыл ҙурайған һәм Өйәҙетамаҡ исеме менән йөрөтөлә башлаған. Рәсми рәүештә шулай аталһа ла, халыҡ телендә – Өйәҙе, ә сингармонизм законына буйһоноп, «Яҙы», «Уяҙы» тип тә әйтәләр.

Боронғо Өйәҙетамаҡтан бөгөнгөһө ныҡ айырылып тора. Шулай ҙа ауылыбыҙҙы тирә-яҡлап уратып алған урман, тау, соҡор-саҡыр, ҡалҡыулыҡ, ҡыр-болондарҙың атамалары әле лә һаҡланып ҡалған. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәм.

Сағыл тауы
Бейек, матур тау. Иртән ҡояш ҡалҡҡанда уның таштарында күҙҙе сағылдырып, ҡояш нурҙары уйнап торған. Шуға күрә лә Сағыл тауы тип атағандар.

Ҡушсағыл тауы


Был тау Сағыл тауынан алыҫ түгел. Уның итәгендә Ҡушсағыл исемле кеше мәк сәсеп үҫтергән булған.

Ҡыҙылҡашлаҡ тауы
Ҡыҙылҡашлаҡ тауынан ҡыҙыл ҡом сығар­ғандар. Унда әүәле ағас та, үлән дә үҫмәгән, тиҙәр. Кешеләр Хоҙайҙан ялбарып һораған, шунан тау башында ағас­тар үҫеп сыҡҡан, имеш.

Ҡыяр тауы
Ҡыяр тауында Ниғәмәт исемле кеше ерҙе эшкәртеп, ҡыяр үҫтергән.

Ҡаракүл соҡоро


Элек ауыл ситендә тәрән күл булған. Һыуы ҡара булып торғанға уны Ҡаракүл тип атағандар. Сәсеүлек ерҙәрен арттырыу маҡсатында күлде киптергәндәр, ул ергә һеңеп ҡороған. Шунан урыны ғына уйһыу булып ҡалған. Был соҡорҙо – Ҡаракүл соҡоро, ә уның янындағы тауҙы Ҡаракүл тауы, тиҙәр.

Әжәл тауы

Был тау аша Мулла ауылына тура юл үткән. Шунан барғанда Зәйнулла тигән ҡарттың аты ни эшләптер сығынсылай башлай. Үҙе лә, аты ла һәләк була. Ошо хәлдән һуң тауҙы Әжәл тауы тип йөрөтә башлағандар.
Тирмән тауы
Тау битендә ауылдың тирмәне урынлашҡан булған. Ул сифатлы оно менән дан тотҡан.

Ғәли бабай тауы

Был тауҙа Ғәли бабай ерҙе эшкәрткән дә күп итеп иген сәскән. Уның баҫыуҙары йәйрәп ятҡан.
Өйөмташ тауы
Өйәҙетамаҡ ауылы менән Октябрьский ҡалаһы араһында бик бейек тау бар. Ҡат-ҡат итеп һалынған таштар ҙа күп. Шуға ла Өйөмташ тип йөрөтәләр.
Мейес башы тауы
Тау ҡиәфәте менән мейес башына оҡшаған һәм исеме лә шунан алынған.


Мөхиббә тауы


Борон Мөхиббә әбей ошо тауҙа еләк йыйған һәм Мулла баҙарына алып барып һатыр булған.
Мин тап ошо ауылда тыуғаныма сикһеҙ ҡыуанам һәм ғорурланам. Башҡортостандың һәм тыуған ауылымдың артабанғы үҫешендә үҙемдең дә өлөшөм булһын ине. Бының өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын.


Юлиә ҒИЗӘТУЛЛИНА, VIII cиныф уҡыусыһы.

Туймазы районы, Өйәҙетамаҡ мәктәбе.



Читайте нас: