Әптекәй баҫыуы Әлкә ауылының көнбайышында, Сейәле тау яғында, һул яҡта булыр. Ләкин баҫыу тип әйтеүе бик тә дөрөҫ түгелдер, ни өсөн тигәндә, ул иген сәсеү өсөн яраҡһыҙ. Башлыса ваҡ таштарҙан тора, тау башында ел ныҡ иҫә. Иген үҫмәй. Ауылда шундай әйтем дә ҡалған: «Әгәр Әптекәйҙә иген уңһа, ҡунаҡ саҡырыр инем». Бер ҙә юҡҡа түгел инде. Был баҫыу Әптекәйҙеке булған. Иген унда бик һирәк кенә уңған.
Ҡотсура ҡулы Бөрхийә тауы яғында. Был урында Ҡотсура бесән әҙерләгән булырға тейеш. Әле лә бесәнлек бит ул.
Шулай уҡ беҙҙә Филат утары тигән урын бар.1910 – 1914 йылдарҙа Столыпин реформаһы нигеҙендә Үҙәк Рәсәйҙең урыҫ халҡына Башҡортостандан күпләп ер бүленеп бирелә. Әлкә ауылы биләмәһендә Филат хуторы барлыҡҡа килә. Уға Минька тигән ауылдан күсеп килгән урыҫ кешеһе нигеҙ һала, ләкин колхозлашыу ваҡытында исемен Калиновка тип үҙгәртәләр. Ә Филаттың үҙен кулак тип һөргөнгә ебәрергә уйлайҙар, ләкин ул көтмәгәндә үлеп китә. Был урынды хәҙер ҙә Калиновка тип йөрөтәләр.
Шулай уҡ Батюгин яланы ла бар беҙҙә. Был урынды Батюгин тигән урыҫ һатып алған була. Ялан хәҙер бесәнлек.
Столыпин реформаһы нигеҙендә күсеп килгән урыҫтар беҙҙең ауыл эргәһендә бик күп булған. Тағы береһе – Шалупов утары. Шулай уҡ урыҫтар йәшәгән. Хәҙер был урында Әлкә ауылының бер урамы урынлашҡан. Халыҡ телендә уны Шалупов урамы тип йөрөтәләр.
Ауылыбыҙ эргәһендә тағы ла матур, бейек бер тау бар. Ул Бөрхийә тип атала. Исеменең килеп сығыуын ошолай аңлаталар: яуға киткән бер егеттең өйөндә Бөрхийә тигән ҡатыны ҡала. Уларҙың балалары булмай. Ире һуғыштан ҡайтмай. Ә Бөрхийә башҡа кейәүгә сыҡмай, шул тауҙа йөрөп, ҡартайғансы ирен көтә. Сөнки унда менһәң, юл әллә ҡайҙан күренә. Исеме шунан килеп сыҡҡан.
Айзилә ШӘМСЕТДИНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Әлкә мәктәбе.