-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
5 Ғинуар 2019, 19:49

Гәрәбаш ауылы

Һәр каникулды көтөп алам, сөнки гелән генә әсәйемдең ауылына ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ. Ул Тәтешле районының Гәрәбаш ауыланан. Был яҡтың тәбиғәте ғәжәйеп матур. Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы 1680 йылдарға барып тоташа.

Танып йылғаһы буйынан Йәнсит нәҫеленән булған бер нисә ғаилә күсенеп килә. Хәҙерге көндә улар йәшәгән урынды Йәнсит (Йәнсик) тау тип йөрөтәләр. Тирә-яҡ урман, һаҙлыҡ бул­ғанлыҡтан, күптәр был яҡтарҙы ташлап китә. Һуңыраҡ, 1750 йылда, бында удмурттар күсенеп килә. Был турала «Баш­ҡорт эн­ци­клопедияһы»нда әйтелә: «Ауылға Ҡазан даруғаһы Урман-Гәрә улусы баш­ҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса удмурттар нигеҙ һала». Килгән кешеләр урманды ки­ҫеп, яндырып, иген баҫыу­ҙары эшләгән. Һуңынан тағы Можға, Вятка, Тобол яҡтарынан Туҡморҙа, Байсит, Сеткер нәҫелдәре күсенеп килә. Улар төпләнгән урынды Байсит тау, Туҡмор­ҙа тау, Сеткер тау тип йөрөтәләр. Туҡморҙа нәҫеле менән Сеткер нәҫеле ҡушылып, Гәрәбаш ауылы барлыҡҡа килә. Ауылдың исеме Гәрә йылғаһының башы менән атала. Был йыл­ға Тәтешле районы Юрмияҙбаш ауылынан көнсығышҡа табан 2,5 километр йыраҡлыҡта башланып, Тере Танып йылғаһына ҡоя. Гәрә йылғаһы аша Бөрө – Пермь земство юлы үткән. Яҙғы ташҡындарҙан һуң күперҙе Шулған ауылында йәшәгән Гәрәй исемле кеше төҙәткән.

«Гәрә» этнонимы ул боронғо башҡорт ҡәбиләһе менән бәйле. Ғалим Рим Янғужин «Башҡорт ырыу­ҙары» китабында: «Гәрә, гәрәле, башҡорт ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил-гәрәй, урман-гәрә. Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә (кирәиттәргә һәм ҡуңғраттарға) барып тоташа. «Гәрә» этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, ҡырым татарҙарында, төркмәндәрҙә билдәле». Мәҫәлән, Кавказдың Эльбрус түбәһендә «гәрә» этнонимы менән бәйле «Гарабаш» боҙлоғо, Төркмәнстанда «гарабаш» атамалы эт нәҫеле, Венгрияла Гара ауылы барлығы билдәле. «Гәрә ҡәбиләһенең формалашыуына ҡыпсаҡтар йоғонто яһай. XII – XIII быуаттарҙа ҡәбилә Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында урынлаша. XIV – XV быуаттың аҙағында ҡәбиләнең бер өлөшө Беүә һәм Тере Та­нып йылғалары араһына күсенә. Хәҙер улар йәшәгән ерҙәр Башҡортостандың Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл, Татарстандың Аҡтаныш райондарына ҡарай.

Тарихсы-ғалим Әнүәр Әсфәндийәров үҙенең «История возникновения сел и деревень Башкортостана» китабында, ауылдың беренсе ата-бабалары удмурттар булған, тип телгә ала: «Гәрәбаш – аҙ өйрәнелгән удмурт ауылдарының береһе». Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы күптән инде удмуртса бөтөнләй һөйләшә белмәй.

Гөлпәриҙә ҡалҡыу­лығының тарихы. Ауылда ХХ быуат башында Гөлфәриҙә исемле яңғыҙ ҡатын йәшәгән. Уның улы булған. Ирһеҙ йәшәгәс, бер үҙенә донъя көтөргә тура килә. Кәүҙәгә ҙур була ул. Шуға ла ауыр эштәрҙән дә ҡурҡмаған. Етеш тормош көтә. Ауыл халҡы был ҡатынға көнләшеп ҡарай, шунлыҡтан, йәнәһе, уға ен эйәләшкән, тип Гөлпәриҙә ҡушаматы тағалар. Был ваҡыт­та ваба (холера) сире тарала. Кешеләр күпләп ҡырыла. Наҙан халыҡ, сирҙе ен эйәләшкән ҡатын тарата, тип ҡотҡо һала. Бер көн һағалап тороп, Гөлфәриҙәне тоталар. Шунда уҡ ҡал­ҡыу урында тереләй ергә күмәләр.

Ауылда халыҡ телендә урамдарҙың атамалары ҡыҙыҡ. Шуларҙың береһе – Ыштанбалаҡ урамы. Уның оҙонлоғо 2 километр тирәһе булыр. Документ буйынса, Октябрь урамы тип атала. Оло урам ауыл уртаһында икегә саталанып китә. Ошо урынын халыҡ телендә Ыштанбалаҡ урамы тип йөрөтәләр. Икенсе сатының исеме – Урман урамы. Элек Йәштәр исеме менән йөрөтөлгән.

Ынйы ЗАКИРОВА.


Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.
Читайте нас: