-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
11 Ғинуар 2019, 17:45

Сура батыр

Батыр исемен Сура 1550 – 1552 йылдарҙа Ҡазанды урыҫ ғәскәрҙәренән яҡлап һуғышҡан осорҙа ала. Үҙе Тамъян ырыуы кешеһе була, ә уларҙың Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйҙарына килеп урынлашыуҙарына яҡынса 470 йылдар самаһы бар.

Сура батыр һуғышҡан, йәшәгән ерҙәрҙә уның исеменә бағышланған ер-һыу атамалары ла бихисап.
…Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда йәйләүҙәге башҡорттарҙы бер төркөм ҡалмыҡ һыбайлылары баҫып ала. Быны ишеткән Сура, бер нисә ырыу вәкилдәре менән бер булып, баҫҡынсыларҙы аңдый башлай. Ләкин бер мәл ул үҙе генә тороп ҡала, шулай ҙа уҡ-һаҙағын яңырта ла ҡалмыҡтарға һөжүм аса. Ошо ваҡыт өйҙә ҡал­ған әсәһе менән ҡатыны эҙләп килеп етә. Улар­ҙың өсәү­һен дә ҡулға алалар һәм Сураны – бер яҡҡа, ә яҡындарын икенсе яҡҡа оҙаталар. Батыр ҡалмыҡтар ҡулында һарыҡ көтә.
Бер ваҡыт ҡатыны менән әсәһе уның ҡайҙа йөрөгәнен ишетеп ҡала һәм эҙләп сығып китә. Уны тапҡас, таңға ҡарай тирмәгә инеп, уятып алып ҡасалар. Ҡалмыҡтар арттарынан ҡыуа төшә. Был арала улар ҡасып барып, Ҡушый ауылын үтеп, бер биләнгә килеп етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны Йәмилә ҡапыл ауырып китеп, ошонда донъя ҡуя. Дошмандарҙың килеүен күреп ҡалғас, Сура батыр әсәһен алға ебәрә, ә үҙе, уларға ата-ата, Ҡол­ғана ауылы яғына ҡарай саба. Дошмандар уны яңынан тотоп алып китә.
Ошонан һуң Сура батыр ҡалмыҡтар менән алышҡан урынды – Ҡансура, ә уның тирмәһе янынан аҡҡан йыл­ғаны әсәһе хөрмәтенә Ҡаҙна йылғаһы тип йөрөтә башлайҙар.
Сурасапҡан ҡойоһо исеменең мәғәнәһе: элек Юлдаш ауылынан Ҡырҡ­ты аша Рысҡужа, Амангилде, Үтәгән ауылдарына тура юл булған. Сура батыр шул тирәнән йылға аша атында тура сап­ҡан, тип аңларға кәрәк. Эргәһендәге ауылды ла Тирмән тип әйтәбеҙ, тик ваҡыт үтеү менән тирмәне лә юҡҡа сыҡҡан.
Ҡаҙаҡ далаларынан баҫ­ҡынсылар менән алышта Сура үҙенең ғәскәрен юғал­та. Уға яңғыҙына ҡыуыусыларҙан ҡасырға тура килә. Шишмә эргәһендә атынан төшә лә уны өркөтә, ә үҙе ҡамыштар араһына инеп ята, һыуҙа ҡамыш менән тын ала. Ҡыуып килеүселәр ат артынан китә һәм Сура тере ҡала.
Ҡалмыҡ баҫҡынсылары менән Ҡолғана ауылы янында осрашалар. Йола буйынса, иң тәүҙә һәр ғәскәрҙән берәр батыр алышырға тейеш була. Баш­ҡорттарҙан Сура батырҙың улы Ҡансура сыға. Алышта ул еңә. Үлгән ҡалмыҡ батырын ат ҡойроғона бәйләп, халыҡҡа күрһәтергә ауылға һөйрәтеп алып киләләр. Аҙаҡ уны бер күл­гә ташлайҙар. Был урын Ҡалмыҡ күле булып китә. Ә Ҡансура һуғышҡан, батыр исемен алған ерҙе Ҡансура яланы тип исемләйҙәр.
Ҡалмыҡтар менән баш­ҡорттар араһында һуғыштар йыш булып торған. Шуларҙың береһендә беҙҙекеләр тегеләрҙе Ҡыһыҡта тауында ҡамай һәм тулыһынса тиерлек ҡыра. Ҡас­ҡандарын баҫтырып барып, үҙҙәре тоҙаҡҡа эләгә. Ярлыҡап кисеүенә етер ерҙәрәк бик күп яугирҙәр, шул иҫәптән Сура батыр ҙа, һәләк була. Үҙен Киң туғай тигән ерҙә ерләйҙәр. Хәҙер ҙә унда ҡушҡайын үҫеп ултыра һәм ҡәбере лә беленеп ята.
Сура батырҙың шәжәрәһе лә билдәле. Рысҡужа ауылында суҡмарҙар ара­һы бар. Уның нәҫелдәре, сөнки батырҙың төп һуғыш ҡоралы суҡмар булған. 2011 йылда исемен мәңгеләштереү маҡсатында район баш­ҡорттары ҡоролтайы ул ерләнгән урында мәрмәрҙән һәйкәл ҡуй­ҙыртты.
Мәғлүмәтте Рысҡужа ауылында йәшәүсе Рәжәп Хәлфитдин улы Яҡуповтан һәм уның «Сура батыр» тип аталған китабынан яҙып алдым.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.


Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы.

Читайте нас: