-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
1 Февраль 2019, 13:51

Ҡарамалы-Ғөбәй

Урыҫ батшаһы Яуыз Иван бөйөк урыҫ империяһы тураһында хыялланып, башта мордва халыҡтарын баҫып алып, унан сыуаштарҙы, мари һәм удмурттарҙы христиан диненә көсләп күсерә (суҡындыра). Аҙаҡ инде Ҙур Иҙел буйында йәшәүсе татарҙарҙы ла мәжбүр итмәксе, ерҙәрен үҙләштермәксе була.

Шундай уйҙар менән йөрөһә лә, 1550 йылда Ҡазан ны­ғытмаһын яулай алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тирә-яҡтағы ауылдарҙы туҙҙыра. Шул емерелгән, яндырыл­ғандарҙың береһе беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәшәгән Байҙар Сәрдеге була. Уның бер мәхәллә­һендә Ғөбәй исемле мулла йәшәй. Урыҫ ғәскәрҙәре килә башлағас, ул үҙенең халҡын оло улы Алдарғол етәкселегендә Уралға табан оҙатып ебәрә. Ә үҙе атҡа атланып икенсе мәхәлләгә – ҡыҙы менән кейәүе янына саба. Халыҡ ҡасып ҡотола. Тик Ғөбәй мулла ғына өлгөрмәй ҡала. Уны һатлыҡ йәндәр урыҫ ғәскәрҙәренә тотоп бирә. Ауылда ҡалған, ҡаса алмаған халыҡтарҙы йыялар, ҙур ҡаҙан аҫалар. Ыҫмала һалып ҡайнаталар, шунда Ғөбәй мулланы төшөрөп, язалап үлтерәләр. Ҡалған суҡынмаған ирҙәр­ҙе лә юҡ итәләр, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа оҙаталар.
Ғөбәй мулланың оҫтабикәһе (ҡатыны) Сәлиә исемле була. Ул яңы урында, тау башында ҡая таштарына баҫып, монһоуланып йыр һуҙырға яратҡан. Сәлиә әбейҙең шул йырҙарының һүҙҙәрен ҡаяларға яҙып ҡалдыралар. Был урынды әле булһа ла Сәлиә тауҙары тип йөрөтәләр (был ҡыялар Рәхмәй шишмәһе өҫтөндә булырға тейеш).
Шулай итеп, Алдарғол үҙенең халҡын элек атаһы менән сауҙа итергә йөрөгән башҡорт ерҙәренә алып бара. Ямғырҙар башланғас, улар бер тау башына землянкалар ҡаҙып урынлаша. Был ерҙе әле булһа ла Алдар тауы тип атайҙар.
Өсән йылғаһының аръяғындағы һаҙлыҡтар кибә башлағас, әлеге Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы урынына сығып ултыралар. Улар үҙҙәренең биләмәһенә язалап үлтерелгән муллаларының исемен ҡуша, Ғөбәй ауылы тип. Ә һуңыраҡ, тирә-яғында ҡарама урманы булған­ға, Ҡарамалы-Ғөбәй булып китә.
…Икенсе төркөм халыҡ Ғөбәй мулла ҡыҙы менән кейәүе етәкселегендә башта Алдарғол артынан бара, һуңынан эҙҙәрен юғалтҡас, Нөгөш йылғаһы буйына урынлаша. Ауылдарына үҙҙәре ташлап киткән ауыл иҫтәлеге итеп, Сәрдек тигән исем бирелә.
Бына шулай әлеге Туймазы районында Ҡазан ерендәге бер ауылдан ике ауыл барлыҡҡа килә. Ә улар үҙҙәренең ауылдаш икәндәрен күптән онотҡандарҙыр инде. Хәҙерге ваҡытта Байҙар Сәрдеге урынын белгән кешеләр ҙә ҡалмаған, сөнки урыҫ ғәскәренә бик ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн бөтә ауылды яндырғандар, таш мәсеттәрҙе шартлатып, ерен тигеҙләгәндәр.
Был мәғлүмәт Малик Шәкировтың 1989 йылда яҙылған хатынан алынды. «Минең тыуған ерем – Ҡарамалы-Ғөбәй ауылының Үкелсә урамы, эскән һыуым кескәй инеш ине», тип тамамлай ул үҙенең хатын.
Ә хәҙер Фазлый ағай Камалиевтың иҫтәлектәренән өҙөктәр килтереп китәм:
«…Тарихта 1908 йыл­ға саҡлы булған хәлдәр ауыл ҡарттары һөй­ләгәндәрҙән хәтерҙә һаҡланған истәлектәр­гә нигеҙләнеп яҙылһа, 1908 йылдан башлап үҙ күргәндәрем һәм үҙемдең хәтерҙә ҡалғандар­ҙан сығып төҙөлдө.
XVI быуатта Ҡазан ҡалаһы тирәһендәге татар­ҙар суҡындырыуҙан ҡасып, кеше аяғы баҫмаған ҡараңғы урман­дар­ға барып һыйынған. Бына ошо осорҙа беренсе булып Ғөбәй ҡарт менән һигеҙ ғаилә килеп ултырған. Бөгөнгө Сәлиә тауы өҫтөндә ҙур булмаған аҡлан була, улар бына шунда йәшәй башлаған.
Ул осорҙа йәшәүселәр Өсән йылғаһының барлығын да белмәгән. Күсеп килеүселәр өҫтә­лә-өҫтәлә, ауыл ҙурайғандан-ҙурая. Әлеге ауыл урынының башта иң ҡал­ҡыу урындарына ғына йорт төҙөй алғандар.
Һуңынан инде бик күп йылдар үткәс, урмандар киҫелеп, тирә-яҡ асыл­ғас, Өсән йылғаһын белгәндәр. Ул ваҡытта мул һыу­лы була. Әлеге болон урындарында яҙғы таш­ҡын һыуҙары кибә алмайынса, йәй буйы һаҙлыҡ булып ятҡан. Ауыл ҙу­рай­ған һайын урмандар киҫелеп, иген ба­ҫыу­ҙа­ры киңәйә барған, тирә-яҡ асылған. Бында ауыл барлығын белгәс, эйәрләнгән аттарға атланып, башҡорт ҡарттары килгән. Был ерҙәргә баш­ҡорттар хужа бул­ған­лы­ғын аңлатҡандар. Беҙ­ҙең ауыл ҡарттары кә­ңәшләшкәс, уларҙы яҡ­шы итеп һыйлап, оҙаҡ ҡына ҡунаҡ иткән. Баш­ҡорттар менән дуҫлаш­ҡандар.
Беҙҙең ауылдың икенсе яҡ күршеһенә лә йәшәү өсөн ер бирелеп, Туҡай ауылы барлыҡҡа килгән. Ана шулай Өсән йылғаһының һул яғында ауылдар күбәйгәндән-күбәйә барған».

Аделина БУЛАТОВА, IX синыф уҡыусыһы.


Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.
Читайте нас: