-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
15 Февраль 2019, 17:23

Бесәнсе-Хоҙайбирҙин

Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылы тарихы менән бала сағымдан уҡ ҡыҙыҡһына башланым. Уның эргәһендәге тау, йылға исемдәре тураһында Фәтих Азаматов, Юнир Аҙнағоловтар сығарған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» китабынан һәм ҡарт­әсәйемдең һөйләүҙәренән үҙемә күп кенә мәғлүмәттәр таптым.

Тибеҙлек яланы. Ауылыбыҙҙың көньяғындағы үрге яҡ зыярат эргәһендә генә ялан бар. Төрлө һутлы үләндәргә бай был урынды халыҡ көтөүлек өсөн генә фай­ҙаланған. Һәр өйгә уны тигеҙ итеп бүлгәндәр. Кешеләр үҙҙәренә тейгән өлөшөн ситән үреп кәртәләгән, тәрбиәләп торған. Бер ниндәй мал-тыуар сығырлыҡ урын булмаған, ә юл үткән урындарға ҡапҡалар ҡуйғандар. Әлеге көндә көтөүлек әҙ генә урында ҡалған, сөнки һуғыштан һуң ерҙе һөрөп, иген сәскәндәр, бесәнен дә сапҡандар.
Керәүле йылғаһы. Бик боронғо ваҡыттарҙа ул бер урындан ғына түгел, ә ҡан тамырҙары кеүек, тармаҡланып аҡҡан. Был халыҡ өсөн уңайһыҙ булған. Шуға улар көрәктәр ярҙамында һыуҙың юлын бер генә урындан ағырлыҡ итеп, икенсе яҡҡа бор­ған. Шуға йылғаны Көрәнде тип атағандар. Йылғаның үрге яғына сыуаштар, урыҫтар килеп ултырғас, «Көрәнде»­не «Керәүле» тип үҙгәрткәндәр.
Ҡыҙҙар тауы. Ул уйһыулыҡтар, сағылдар теҙмәһенән тора. Бер түбәһен Исхаҡ тауы тип йөрөтәләр. Элек тау башы ҡарҙан асылыу менән бала-сағалар, йәштәр унда төрлө уйындар уйнаған. Йәш-елкенсәк ошонда бер-береһе менән танышҡан. Ҡыҙҙар тауы граждандар һуғышының да эҙҙәрен һаҡлай. Унда йә ҡыҙылдар, йә аҡтар күҙәтеү пункты булдырған, сөнки урыны бик уңайлы, бар-тирә яҡ ус төбөндәй күренеп торған. Бесәнсе ауылы ла – бер ҡыҙылдар, бер аҡтар ҡулына күскән. Снаряд эҙҙәре, окоп урындары бөгөн дә һаҡлана.
Исхаҡ тауы. Тура һүҙле, ғәҙеллекте яратҡан Исхаҡты байҙар күрә алмаған. Шуға ла уны ағыулап үлтерәләр. Ябай халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған Исхаҡты тау башына ерләйҙәр. Был ер изге урынға әйләнә. Әгәр оҙаҡ ямғыр яумаһа, ҡоролоҡ булһа, ҡатын-ҡыҙҙар Исхаҡ тауы башына көйәнтәләп һыу ташып, уның ҡәберенә һипкән.
Бурһыҡ тауы. Элек был урында бурһыҡтар күп булған. Беҙ унда ҡунаҡҡа ғына киләбеҙ, тәбиғәтебеҙҙең матур урыны – бурһыҡтар төйәге менән һоҡланабыҙ. Ауылыма ҡайтҡан һайын ошонда барырға тырышам. Бындағы ағастар ҙа мине көткән кеүек, әҙ генә иҫкән елгә лә бөгөлә-һығыла сәләмләй, хатта япраҡтарына тиклем шыбырлашып, хәлемде һораша һымаҡ.
Ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, балтырған ашайым, ап-аҡ сәскәгә күмелгән еләклеккә килеп сығам. Ҡаршымда – күгәрсен күҙе, ҡыңғырау сәскәләре менән тулған тау битләүе… Илаһи зәңгәр донъя! Әйтерһең дә, аяҙ күктең бер киҫәге ергә төшкән дә сәскәләрҙе үҙ төҫөнә буяған. Сафлыҡ, тыныслыҡ аңҡый был урындан.
Сәғит ҡултығы. Беҙҙең ғаиләнең сабынлығы эргәһенән генә һуҙыла ул. Элек бында Сәғит исемле бер ҡарт йәшәгән. Унда емеш-еләк тә күп була, бесән дә мул сабыла. Был ер түңәрәк кенә, үҙе ҙур ҙа түгел, урыны ла – уйһыулыҡ.
Василий соҡоро. Бесәнлегебеҙҙән аҫтараҡ урынлашҡан. Элек Василий тигән кеше ошо урында тирмән тотҡан.
Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылы. Уның тарихы боронғо ваҡытҡа барып тоташа. 1587 йылда Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуынан Йома исемле кеше ауылға урынлаша. Уның 60 йәшендә теләп, көтөп алынған улы тыуған. Балаға Теләүҡабул тип исем ҡушҡандар. Ә уның улы Бесәнсе өйләнгәс, тыуған ауылынан бер саҡрым ғына алыҫлыҡтағы Керәүле йыл­ғаһы буйына килеп төпләнә. Бесәнсенең, Теләүҡабулдың ейәне, хатта бүләһе булған, тигән фараздар ҙа бар. Аҙаҡтан туғандары ла күсеп килә, өйҙәр һаны 16-ға етә. Улар ҡышын бында ҡышлаһа, яҙын Кәшәүәр күл тирәһенә йәйләргә киткәндәр.
Ауылым 1924 йылдың 22 декабрендә БашЦИК ҡарары буйынса ул шағир, яҙыусы, публицист, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1896 йылда ошо ауылда тыуып үҫкән Шәһит Хоҙайбирҙин исемен йөрөтә башлай.
Ҡырын кисеү. Элек Керәүле йылғаһы мул һыулы булған. Бурһыҡ тауы яландарына барыр өсөн таштарҙы ватып, кисеү урыны эшләгәндәр. Ситтән ҡарағанда, был урын ҡырын һымаҡ күренгән. Шуға халыҡ Ҡырын кисеү тип исем ҡушҡан.
Эйе, минең тыуған ауылымдың тәбиғәте матур, күренекле ул-ҡыҙҙары күп. Беҙҙең, киләсәк быуындың, төп бурысы – тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, ауыл үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү. Минең уйлауымса, һәр кеше ауылының тарихын белергә тейеш, сөнки илгә ҡарата һөйөү тәпәй баҫҡан ерҙән, беренсе тапҡыр һоҡланған тәбиғәтенән һәм уның тарихынан башлана.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА, XI синыф уҡыусыһы.


Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: