-4 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
22 Февраль 2019, 13:25
Еҙем, Уҡлығая
Йәй етеү менән мин каникулға өләсәйем менән олатайым янына ҡунаҡҡа ҡайтам. Атайым да, әсәйем дә – Ғафури районынан. Береһе – Аҡташтан, икенсеһе – Ҡарағайҙан. Һеҙгә Еҙем йылғаһы һәм Уҡлығая тауына бәйле тарихты һөйләйем әле.
Еҙем
I вариант
Элек был тирәлә бик бай бер кеше йәшәгән. Бер заман халыҡтың эсәр һыуға тотонған йылғаһы аҡмаҫ булған. Шунлыҡтан күптәр һыуһыҙ интегә башлаған. Ә байға йылғаның ҡороуы файҙаға ғына икән. Ул һыу һата башлаған. Халыҡ ни эшләһен инде, һуңғы аҡсаһын бирергә мәжбүр, ти. Ә бай яйлап хаҡты арттыра барған. Бер ҡыйыу егет түҙмәгән: «Мин ул йылғаның башын табып, ни өсөн аҡмағанын белеп ҡайтам», – тип алыҫ юлға сыҡҡан. Бай уның артынан шымсыларын ебәргән.
Оҙаҡ барған егет. Бер ваҡыт теге йылғаның башын ҙур-ҙур таштар быуып ятҡанын күргән. Батыр ең һыҙғанып һыуҙы таҙарта башлаған. Көндәр, төндәр буйына тырышҡан ул. Йылғаны таҙартып бөттөм, тигәндә генә байҙың шымсылары килеп етеп, егетте һәләк иткән. Үҙҙәре лә тере ҡалмаған, сөнки йылға, ҡалған таштарҙы аҡтарып, атылып аға башлаған икән. Һыу тиҙҙән егет йәшәгән ауылға ла барып еткән. Йылға һыуы сарсаған кешеләргә йөҙөм һыуы кеүек тәмле тойолған. Шуға уға Йөҙөм тип исем ҡушҡандар.
Кешеләр быға бик ныҡ шатланған, егеттең ҡайтырын көткән, өмөт иткән. Шул ваҡыттан бик күп йылдар үткән. Аҙаҡ йылғаның исеме Еҙемгә әйләнгән.
II вариант
Элек тә йәштәр яҙын урманға сығырға, тау башына менеп ултырырға яратҡан. Шул ваҡытта туй алдынан бер ҡыҙ егетенең батырлығын, көсөн һынап ҡарарға булған. Ул һөйгәненә Мағаш тауының бер ҡаяһынан йылғаға арҡан буйлап төшөп, ҡабат менергә ҡушҡан. Егет ҡаушап ҡалмаған, түбәнгә төшә башлаған. Тик көндәштәре арҡанды ҡырҡып өҙгән дә ҡуйған. Ләкин егет тере ҡалған. Бөтәһе лә аптыраған. «Нисек тере ҡалдың?» – тигән һорауға ул: «Йөҙҙөм», – тип яуап биргән. Һуңынан был йылғаны халыҡ Йөҙҙөм тип йөрөтә башлаған. Йылдар үтеү менән ябайлаштырылған Еҙем исеменә үҙгәргән.
Уҡлығая
Был ҡая Бүгәс яуы үткәнгә тиклем нисек аталғандыр, әйтеүе ауыр. Арғы Ҡыҙылъяр башынан батша ғәскәрҙәре туптан атҡан, ә ҡая башынан Салауат Юлаев ғәскәре уҡтан атҡан, имеш, тип һөйләйҙәр. Дер һелкенеп торған был урын. Яу бөткән, күп йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡҡан, ҡая ҡалған, емерелмәгән. Әле лә ҡайҡайып, түшен киреп баҫып тора ул.
«Был ҡаяла еҙ башаҡтар һаман да табыла», – ти ауыл ҡарттары. Шуның өсөн дә уға Уҡлығая тип исем биргәндәр.
Ер-һыу атамаларының тарихын 2015 йылда сыҡҡан «Ҡауарҙы тарихы» тигән йыйынтыҡтан алдым.
Рәнис ЮЛДАШБАЕВ, III синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...