-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
1 Март 2019, 13:21

Ауыл бөтһә лә, легендалар йәшәй

Өләсәйем тыуып үҫкән Көйөргәҙе районындағы Түбәнге Мотал ауылының Ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына 35 йыл инде. Беҙ йәй көнө шул урынға барабыҙ. Өләсәйем, инәйем бала саҡтары үткән өй урынын күрһәтә, ер-һыу атамалары тураһында һөйләй. Ауылдың бөтөүе ҡыҙғаныс. Ләкин тарихы, легендалар йәштәр хәтерендә һаҡланырға тейеш.

Түбәнге Мотал ауылының төньяғында Тирмән тауы бар. Быуа исеменән алынған. Унда һыуҙы яҙғы ташҡын ваҡытында тултырып алып ҡалғандар. Тирмән­гә тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Ул революциянан һуң да эшләгән әле. Бөгөн быуа йы­рылған, урыны ғына һаҡланған. Тирә-яғында яртылаш ергә күмелгән аҡ тирмән таштары ғына ята.

Йәшен атҡан тауы. Унда бер кешене йәшен атҡан. Исеме шул фажиғәгә бәйле. Һуңынан да был урында гел йәшен атыр булған. Өләсәйем һөйләүенсә, улар бала саҡта ауыл көтөүен көткән. Йәшенле ямғыр башланһа, малдарҙы был урындан икенсе урынға ҡыуғандар. Элек бурандар ҙа көслө булған, ҡойма ямғырҙар ҙа йыш яуған, йәшендәр ҙә ныҡ йәшнәгән. Шул сағында хатта ҡараңғы төн дә көндөҙҙәй яҡты булған.

Мәндәм яланы. Ауылға яҡын ғына ерҙә, Шайтан йылғаһы менән Иҫҡырма шишмәһе араһындағы бик уңдырышлы яланда, Мәндәм тигән бай йәшәгән. Ер атамаһы ла уға бәйле тороп ҡал­ған. Ауыл бөтһә лә, ошо урында ҡарт олатайым Ғәйзулла картуф ултыртҡан.

Ҡараҡ баҫҡан яланы. Иҫҡырма ҡаршыһында бер нисә гектар һөрөнтө ер бар. Был яланда иген үҫтергәндәр. 1917 йылдарҙа, уға тиклем дә, колхозлашыу ваҡытында ла кешеләрҙе төрлө сәбәптәр арҡаһында йә Себергә һөргөнгә, йә төрмәгә алып киткәндәр. Унан ҡасып ҡайтҡандар йыраҡ булмаған Яҫы Имән урманында йәшәгән. Төндә ошо яландан урлап башаҡ йыйғандар. Шуға ла Ҡараҡ баҫҡан яланы тип атағандар.

Кәрим түбәһе. Түбәнге Моталдан Урта Моталға барған юлда Кәрим түбәһе тигән тау бар. Кәрим тигән кеше ошонда ҡылған сапҡан. Малын көткән.

Иҫҡырма буйы. Ауылдың көнсығыш яғында, ике саҡрым алыҫлыҡта Иҫҡырма буйы тигән урын бар. Күсмә тормош менән йәшәгән саҡта был ҡышлау урыны булған. Тау итәгендә йорттар урынлашҡан, ҡаршылағы тау битләүҙәрендә ҡышын мал тибендә йөрөгән. Ике шишмәһе булған туғайлыҡта халыҡ балан, ҡомалаҡ йыйған. «Ыҙма» һүҙе «йорт» мәғәнәһен аңлатҡан. «Иҫке ыҙма» һүҙендәге «ҙ» өнө урынына халыҡ «р» өнөн әйтеп, «иҫҡырма» һүҙе яһалған. Был урында боронғо ҡәберлектәр бар. Ә шишмә ике саҡрым тирәһе аға ла Шайтан йылғаһына барып ҡушыла. Иҫҡырма шишмәһе эргәһендә өс тәрән генә бәләкәй күл булған. Өләсәйемдең мырҙалары бында балыҡ та тотҡан. 1970 йылда шишмә сыҡҡан ерҙә Яҡуп ауылы фермаһының туплау урыны булған. Һауынсылары һауған һөттәрен шишмәгә ҡуйып торғандар, сөнки уның һыуы ныҡ һалҡын булған. Түбәнге Мотал ауылы халҡы тәүҙә ошонда йәшәгән тигән фараз да бар. Һуңынан Шайтан йылғаһы буйына яҡыныраҡ килеп ултырғандар.

Үлек соҡоро. Ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта туплауға яҡын бер соҡор бар. Ул элек тәрән булған. Аслыҡ йылында халыҡ күпләп ҡырылған. Ауылдаштарының мәйеттәрҙе зыяратҡа алып барып ерләргә хәлдәре булмай. Шуға уларҙы күмәген бергә ошо соҡорға алып барып һалғандар…

Ҡыҙыл балсыҡ соҡоро. Һөләймән тауы итәгендә яҡшы сифатлы ҡыҙыл балсыҡ ятҡан. Рәмзиә өләсәйемдәр йәшәгән өй артында ғына булған был урын. Шуға улар балсыҡты күнәк менән генә ташыған. Ә күрше тирәләрҙән ат, машина менән килеп алғандар. Ауылда саман өйҙәрҙә йәшәгәндәр. Ситәндән эшләнгән синнектәрҙе, һарайҙарҙы, лапаҫтарҙы ошо балсыҡ менән һылағандар, һуңынан аҡ балсыҡ менән ағартҡандар. Урман булһа ла, ҡороған ағастарҙы ғына яҡҡандар. Яғыулыҡ өсөн тиҙәк һуҡҡандар. Шуға ауылдың арт яғы ла, йылға буйҙары ла таҙа булған. Хәҙерге һымаҡ йылға буйына тиҙәк түкмәгәндәр.

Һөләймән тауы. Тау башында Һөләймән тигән бай йәшәгән. Ул эргәһендә генә ат һарай­ҙары төҙөгән. Шуға ла был урында ҡалынлығы бер метрға еткән тиреҫлек бар. Ауыл халҡы өй һалғанда йылы булһын өсөн түбәләренә ошо тиреҫте түшәгән. Өләсәйем дә биш йәшлек сағында атаһына тоҡтарға тиреҫ тултырырға ярҙам иткән. Граждандар һуғышы башланғас, был бай ҡайҙалыр ҡаса.

Кинйә тауы. Ауылдан Кинйәгә (Туғай Кинйәһенә) барған юлда бер нисә саҡрымдарға һуҙылған тау бар. Халыҡ ошо тау аша йөрөгән. Шуға ла Кинйә тауы тигәндәр. Икенсе төрлө вариант буйынса, Кинйәнең ғәскәрҙәре күп һанлы булған, улар тау буйлап үткән.

Шайтан йылғаһы. Исеме ямаҡ булһа ла, һыуы йомшаҡ уның. Ялсыҡай ауылы эргәһендә башлана ла, 30 саҡрым ағып, Көйөргәҙегә ҡушыла. Йылғаның исеме тураһында 3 төрлө ҡараш бар.

1. Йылға йәйен тыныс ҡына аға, ләкин өйөрмәле ерҙәре бар. Уның төбөндә күп урындарҙа шишмә ағып сыға. Өләсәйем әйтеүе буйынса, шишмә сыҡҡанын еңел генә билдәләгәндәр. Ялан аяҡ йылға ситенән һыуҙа йөрөгәндәр. Ҡайҙа аяҡ өшөгән, шул урында соҡор ҡаҙығандар. Аҙаҡтан канау ҡаҙып, йылға менән тоташтырғандар. Шулай ҡойо яһағандар.

Элек йылға мул һыулы булғас, аттар йөҙҙөргәндәр. Яҙ йылға ҡотороп ташҡан: боҙ китер алдынан һыу геүелдәгән, тирә-яҡты баҫҡан. Һыу ҡотороп ташҡанға ла Шайтан тип атағандар.

2. Был серле йылға исеме тураһында Рәшит Шәкүр түбәндәгеләрҙе яҙа: «Башҡорт телендәге «Шайтан» һүҙе урыҫса «бес», «чёрт» тип тәржемә ителә. Был төрлө ышаныуҙарға ышаныу­ҙан килә. Шайтан йылғаһына ла ҡараңғы, шырлыҡ араһы­нан аҡҡанға ошо исем бирелгәндер».

3. Ҡайһы бер кешеләр төндә йылға буйында уйнап йөрө­гән шайтан балаларын күргән, имеш.

Түбәнге Мотал ауылы. Уға Бөрйән ырыуы Монаш түбә башҡорттары нигеҙ һалған. Ауыл Мотал Абдуллин исемен йөрө­тә. Был турала 1761 йылғы документтарҙа телгә алына. Ул ырыу ерҙәрен Кананикольск заво­ды хужаларына һатыуҙа ҡатнаша.

Түбәнге Моталдан да 1812 йыл­ғы француздарға ҡаршы Ватан һуғышында кешеләр ҡатнаша. Еңеүҙең 100 йыллығын байрам иткәндә батша иҫтәлекле миҙалдар сығарта. Был миҙалды яугирҙарҙың ейәндәренә тапшыралар. Түбәнге Моталдан Исмәғил Ейәнбаев 1912 йылда Ырымбурҙан барып ала.

1920 йылда ауылда 118 өй була. Колхозлашыу осоронда ауылдың кешеләре яңы ауылға, Урта Моталға, нигеҙ һала. Аслыҡ ваҡытында халыҡ ҡырыла. 1970 йылда ауылда 24 кенә ғаилә йәшәй. Бөгөн был ауыл юҡ, һуңғы кешеһе 1984 йылда Яҡуп ауылына күсеп китә.

Миңә мәғлүмәттәрҙе Түбәнге Мотал ауылында тыуып үҫкән инәйем Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы Рәжәпова, өләсәйем Рәмзиә Ғәйзулла ҡыҙы Бикмаева һөйләне. Өлфәт Ҡобағошовтың «Таймаҫ ауылы» тигән китабы ла ярҙам итте.


Элина БӘШИРОВА, V синыф уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: