-8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Ноябрь 2017, 14:22

Яҡлай ҙа беләйек

Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ләкин уның ҡалын урмандары, мул һыулы йылғалары, зәңгәр күлдәре яҡлауға мохтаж. Һәр кеше тыуған еребеҙ күркен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш. Урмандарҙы ҡәҙерләйек, ағастарҙы һындырмайыҡ, ҡош ояларына теймәйек, дуҫтар.

Йәшеллек күп булған ерҙә һауа саф, тын алыуы еңел була. Шуның өсөн ағастарҙы күберәк ултыртайыҡ, уларҙы һаҡлайыҡ. Йылға, күл буйҙарын таҙа тотоу, эсәр һыуҙы ҡәҙерләп тотоноу – һәр кешенең изге бурысы. Шуны беләйек: һыу – бер нәмәгә лә алыштырғыһыҙ байлыҡ. Һәр кеше өсөн Тыуған ил тыуған тәбиғәт менән бәйле. Йылғалар, күлдәр, иген баҫыу­ҙары, ҡайынлыҡтар, яландар, туғайҙар – былар бөтәһе лә беҙҙең киләсәк. Уны беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар?

Йәшә­һен урман-ҡырҙарым,

Күктә тур­ғай һайраһын.

Гөл-сәскәләргә күмелеп,

Гел йәшәһен Ватаным!

Искәндәр ҮТӘҒОЛОВ, III синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Күсей мәктәбе.
Читайте нас: