Уҡыуына ла һүҙ тейҙерерлек түгел. «Дүртле» һәм «бишле»ләргә генә өлгәшә. Бигерәк тә әҙәбиәт, тел дәрестәрен ярата. Бында, моғайын, әсәһенең роле ҙурҙыр. Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева, оҙаҡ йылдар директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә алып бара бит.
Бейеүгә йөрөргә лә өлгөрә Байрас. Концерттарҙа ла сығыш яһағаны ла бар. Заһир Байыҡ алып барған ритмика дәресен көтөп ала. Спорт менән дуҫлығы тураһында әйтеп торорға ла түгел. Физкультура – яратҡан дәрестәренең береһе. Хоккей менән шөғөлләнә. Үҙҙәре йәшәгән йорт янында дуҫтары Данил, Юнир, Андрей, Арсений менән ҡышҡыһын сәкән һуғалар, йәйгеһен футбол уйнайҙар. Өс йыл инде аҙнаһына ике тапҡыр «Олимп» спорт клубына бассейнға йөрөй. Үҙе әйтмешләй, һыуҙа балыҡ һымаҡ йөҙә. Йәйҙе күберәк Ейәнсура районында йәшәгән олатай-өләсәйҙәре янында үткәрә. Унда инде көн буйына рәхәтләнеп һыу инергә, ҡыҙынырға мөмкин.
Атаһы яғынан олатаһы менән өләсәһе Иҫәнғолда йәшәһә, әсәһе яғынан – Буранғолда.
– Сабир олатайым беренсе атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән. Уның янында рәхәт. Һөйләгәндәрен кинәнеп тыңлайым, – ти Байрас.
Ғүмер буйы мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡарған олатаһы хаҡлы ялға сыҡҡас, экспонаттар туплап, мәғариф музейы ойоштора. Хәҙер шуны етәкләй.
– Ә исемде ейән-ейәнсәрҙәренең барыһына ла ҡәйнәм ҡушты: Дания, Байрас, Алмаз. Урыҫса әйткәндә лә бер хәрефе лә үҙгәрерлек булмаһын, тине. Ҡайным менән ҡәйнәм – икеһе лә уҡытыусылар. Балаларына матур тәрбиә биргәндәр, хәҙер ейәндәренә лә шуларҙы еткерергә тырышалар. Уларға рәхмәтлемен. Мин үҙем ҡатыраҡмын, иптәшем күберәк иркәләй. Шулай ҙа ғаиләлә атай һүҙе булырға тейеш. Байрас та әҙерәк тыңлашмаһа: «Атайыңа әйтәм», – тип әйтеү етә. Аллаға шөкөр, улыбыҙ маҡсатлы ғына булып үҫеп килә. Һәләтле. Алдына алғанды эшләмәй ҡуймай. Юғалып, аптырап ҡала торғандарҙан түгел. Тағы ла ул шул тиклем туған йәнле. Телефондан өләсәй-олатайҙарының хәлен белешеп тора, ҡунаҡҡа саҡыра. Килһәләр, ҡыуанысының сиге булмай. Ауылға ҡайтһа, һәр береһен йөрөп, күреп сыға, – ти Лилиә Ғилметдин ҡыҙы.
Бына шундай шәп малай ул Байрас!