+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Сентябрь 2018, 16:21

Динозаврҙарҙы биш бармағындай белә

Нефтекама ҡалаһынан Артём Ғүмәровҡа Максим Галкиндың беренсе каналдағы «Лучше всех» программа­һында ҡатнашыу бәхете тей­ҙе. Дүртенсе синыфта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, зирәк малай динозаврҙар тура­һында күпте белеүен күрһәтте.

– Тарихҡаса бөтә йән эйәләрен ДНК буйынса тергеҙеп, уларға икенсе тапҡыр ғүмер итеү мөмкинлеге бирергә теләйем. Кокос тигән бәләкәй генә утрауға урынлаштырып, нисек йәшәүҙәрен күҙәтер инем, – ти йәш тарихсы.

– Туғандарың динозаврҙарҙы ҡайтарыуға нисек ҡарай һуң? – тип һорау бирә алып барыу­сы.

– Улар быға әллә ни иғтибар итмәй, – ти Артём.

– Булдырыр, бик ныҡышмал малай, – ти бер туған апаһы Рина ла.

Максим Галкин менән Артём бергә ваҡыт буйлап сәйәхәт ҡылып, тираннозавр­ҙар, боронғо неандерталецтар ҡәбиләһе һәм беҙҙең дә­үергә тиклем быуаттарҙа йәшәгән башҡа динозаврҙар, уларҙың туҡланыуы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ул тапшырыу иҫтәлеге итеп бүләккә тәм-том тулы рюкзак һәм миҙал алып ҡыуанды.

Г. ИБРАЕВА.

Читайте нас: