+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Апрель 2019, 21:50
Беҙ ҙә призлы урын алдыҡ
Беҙҙә республикабыҙға 100 йыл тулыуға арналған «Сәскә ат, Башҡортостаным!» исемле ҡала һәм район кимәлендәге балалар ижады фестивале тамамланды.
Был бәйге мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре өсөн уҙғарылды.
Беҙҙең башҡорт балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалманы. Фестивалдә ҡатнашып, призлы урындар алдыҡ. «Йондоҙлоҡ» балалар йыр конкурсында беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ансамбле икенсе урын яулаһа, «Бейеү йәйғоро»нда I урынға лайыҡ булды. Афарин, кескәйҙәр!
Педагогтар араһында уҙғарылған «Иң яҡшы методик ҡулланма» муниципаль конкурсында тәрбиәселәребеҙ «Белорет районы буйлап сәйәхәт» исемле күп функциональ ҡулланма менән өсөнсө урынға сыҡты.
Фестивалдең һуңғы этабы шәжәрә төҙөү ине. Ул беҙҙең балалар баҡсаһында уҙҙы. Был конкурс быуындар күсәгилешлеген һәм бәйләнешен һаҡлау маҡсаты менән ойошторолдо. Бәйгелә 12 ғаилә быуындан-быуынға тапшырып килгән йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен һөйләп ишеттерҙе. Улар шәжәрә төҙөү буйынса ҙур эҙләнеү эше алып барған икән. Иң яҡшылары дипломдар менән бүләкләнде.
Ләйсән ҒӘЗИЗОВА, 25-се «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән